Эстәлеккә күсергә

Анже замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анже замогы
Рәсем
Принадлежит к Centre des monuments nationaux[d]
Дәүләт  Франция[1][2]
Административ-территориаль берәмек Анже[d][1][2]
Хужаһы French State[d]
Сиктәш Boulevard du Général de Gaulle, Angers[d]
Әҫәр заказсыһы Бланка Кастильская[d]
Хеҙмәтләндереүсе Centre des monuments nationaux[d]
Мираҫ статусы исторический памятник классифицированный[d][1] һәм исторический памятник классифицированный[d][1]
Адрес promenade du Bout du Monde
Рәсми сайт chateau-angers.fr
Страница учреждения на Викискладе Chateau d'Angers, Angers
Категория для внешности элемента Category:Château d'Angers - Exterior[d]
Карта
 Анже замогы Викимилектә

Анже замогы (франц.D Château Angers) Франциялағы Мен һәм Луара департаментының Анже ҡалаһында урынлашҡан. Замоктың дөйөм майҙаны яҡынса 25 000 м²[3].

Мәрхәмәтле Рене ҡапҡалары

Беҙҙең эраға тиклем III быуатта Анже ерҙәре Рим империяһы составына ингән. Мен йылғаһының яры буйында вәхши ҡәбиләләрҙән һәм викингтарҙан һаҡланыу өсөн ағас диуарҙар менән нығытылған ҙур булмаған сик буйы ауылы урынлашҡан[3].

851 йылда ҡәлғә Анжу графлығы хакимлығы аҫтына эләгә.

Жоффруа II (франц.II Geoffroy) үҙенең хакимлығы ваҡытында (1040—1060) ағас ҡәлғә урынына ҙур таш замок төҙөй.

1204 йылда француз короле Филипп II (франц.Auguste Philippe II) Анжу графлығын баҫып ала, ә уның менән бергә Менды, Нормандияны һәм Бретанды яулай

1240 йылға 17 түңәрәк башнялары менән Анже һарайының ҡеүәтле стеналарын төҙөү тамамлана

Людовик Анжуйский замоктың эске ихатаһында сиркәү һәм король палаталары төҙөй.

Людовик II улы, Мәрхәмәтле Рене, герцог Анжуйский идара иткән осор (1409—1480).

1562 йылда Екатерина Медичи Анже замогын шул ваҡыттағы хәрби реалийҙарға ярашлы маҡсат менән нығыта. Әммә 1574 йылда Генрих III француз тәхетенә ултырып һәм протестанттарҙың хәрби ихтилалдарынан ҡурҡып, Анже замогының башняларын стеналары кимәленә тиклем киҫергә бойора. Башняларҙы һүткәндәге таш ҡаланың урамдарын төҙөүҙә ҡулланыла. Шуға ҡарамаҫтан Генрих III замокты хәрби әҙерлектә тотоуын дауам итә һәм хатта стеналарҙа артиллерия урынлаштыра.

1939 йылда замок Польша хөкүмәтенең Германия ғәскәрҙәренән һыйыныу урыны булған, ә 1940 йылда немец ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана.

Замоктың ҡәлғә диуары бәлләүер ташынан һәм аҡ эзбизташтан биш мөйөш формаһында төҙөлә һәм оҙонлоғо километрҙан ашыу була[4]. Төньяҡ-көнбайыш яғында фортификацион нығытмалар булмай һәм Мен йылғаһына барып терәлә[4].

Анже апокалипсисы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Апокалипсис күренештәре менән гобелен

Анже һарайы үҙенең «Апокалипсис» гобелендар серияһы менән билдәле, ул «Францияның төбәк мөғжизәләре» булып тора. Әҙер полотно оҙонлоғо 144 м һәм бейеклеге 5,5 метр булған ете бер үк өлөштән тора. Уны төҙөүгә биш йыл ваҡыт китә.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 base Mérimée (фр.)ministère de la Culture, 1978.
  2. 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  3. 3,0 3,1 Замок Анжера. AllCastles.ru. Средневековые замки и крепости мира. Дата обращения: 10 июнь 2016.
  4. 4,0 4,1 Замок Анжера. AllCastles.ru. Средневековые замки и крепости мира. Дата обращения: 10 июнь 2016.
  • Замки Луары
  • Замки Франции