Антонис ван Дейк
- Ван Дейк бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Ван Дейк (мәғәнәләр).
Антонис ван Дейк | |
нидерл. Antoon van Dyck | |
Автопортрет (фрагмент). 1623 йылдар тирәһе | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Антверпен, Испан Нидерландnтары |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: |
Лондон, Англия rjhjkktut |
Ил: | |
Жанр: | |
Стиль: | |
Имза: | |
Работы |
Антонис (Антон) ван Дик ван Дейк (нидерл. Anthony van Dyck[1] ; 22 март, 1599 йыл, Антверпен, Брабант — 9 декабрь 1641, Лондон) — көньяҡ голланд (фламанд) рәссамы һәм гравёры, барокко йүнәлешендәге һарай портреты һәм дини сюжетлы картиналар оҫтаһы. Декоратив портреттың яңы төрөн ижад иткән рәссам.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антонис ван Дейк 1599 йылдың 22 мартында Антверпенда, бай сауҙәгәр, буҫтау менән сауҙа итеүсе Франс ван Дейк һәм Мария (Дирк Коперс һәм Катарина Конинкстың ҡыҙы) ғаиләһендә тыуған 1599 йылдың 23 мартында сиркәүҙә суҡындырылаһәм уға Антонио исеме бирелә[2]. Антонис ғаиләләге ун ике баланың етенсеһе була. 1609 йылда уны ун йәшендә билдәле рәссам Хендрик ван Бейлен студияһына бирәләр, ул оҫта рәссам мифологик темаларға картиналар яҙа. Антонис үҙенең тәүге шедеврын 14 йәшендә яҙа — 70 йәшлек ирҙең портретын төшөрә.
1615 йылдан ван Дейктың үҙ студияһы була, унда ул бер нисә йәш рәссам менән бергә «Апостолдарҙың баштары» серияһын ижад итә[3]. Уның тәүге эштәренән автопортрет (яҡынса 1615 йыл, Вена, Сәнғәт тарихы музейы) айырым нәзәҡәтлелеге менән айырылып тора[4] 1618—1620 йылдарҙа Христос, апостолдар Изге Симон (1618 йыл, Лондон, шәхси коллекция) һәм Изге Матфей (1618 йыл, Лондон, шәхси коллекция) һүрәтләнгән 13 таҡтанан торған цикл тыуҙыра. Апостолдарҙың йөҙҙәре яңыса, ысынбарлыҡҡа яҡын итеп яҙылған. Хәҙер был цикл таҡталарының байтаҡ өлөшө төрлө донъя музейҙарында һаҡлана. 1618 йылдың февралендә ван Дейк Антверпендағы Изге Лука рәссамдар гильдияһына оҫта итеп ҡабул ителә һәм үҙенең оҫтаханаһы булған Рубенс менән хеҙмәттәшлек итә, уның студияһында ассистент булып эшләй[5]. Ун туғыҙ йәшлек ван Дейкты Рубенс «үҙ уҡыусылары араһында иң яҡшыһы» тип атай.
Ван Дейк дини һәм мифологик сюжеттар буйынса портрет һәм һынлы сәнғәт оҫтаһы булыуын бик иртә иҫбатлай. 1618 йылдан 1620 йылға тиклем Рубенс оҫтаханаһында эшләй. Ван Дейк дини темаларға йыш ҡына бер нисә вариантта яҙылған әҫәрҙәр ижад итә: «Сәнескеле таж кейҙереү» (1621, 1-се Берлин версияһы — һаҡланмаған; 2-се — Мадрид, Прадо); — «Иуда үбә» (1618—1620 йылдар,1-се вариант, Мадрид, Прадо; 2-се вариант, Минеаполис, Сәнғәт институты) «Тәре йөрөтөү» (1617—1618, Антверпен, Синт-Паулушкерк) «Изге Мартин һәм хәйерселәр» (1620—1621, 1-се версия — Виндзор замогы, Король Йыйылышы; 2-се версияһы — Завентем, Изге Мартин сиркәүе), «Изге Себастьяндың ыҙа сигеүе» (1624—1625, Мюнхен, Иҫке Пинакотек).
1620 йыл аҙағында — 1621 йыл башында күпмелер ваҡыт Италияла, Генуяла йәшәй. Венецияла уға Тициан ижады һиҙелерлек йоғонто яһай. Лондонда Англия короле Яков I һарайында эшләй. 1621 йылдан 1627 йылға тиклем Германияла йәшәй һәм эшләй. 1627 йылда Антверпенға ҡайта һәм Нидерландтағы Испания провинциялары хакимы Изабелла Клара Евгенияның һарай рәссамы булып китә[6]. 1632 йылдан яңынан Лондонда йәшәй, Карл I һарайында рәссам булып эшләй. 1632 йылда король ван Дейкты рыцарь итеп иғлан итә, ә 1633 йылда уға король рәссамы статусын бирә. Рәссам байтаҡ эш хаҡы алған. Англияла 1639 йылда ван Дейк лорд Ратвендың ҡыҙы Мэри Ратвенға өйләнә[6]. 1640 йылда Парижда йәшәй һәм эшләй[7].
Ван Дейк 1641 йылдың 9 декабрендә Лондонда вафат була. Рәссам Лондондың Изге Павел соборында ерләнә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ван Дейктың ижады Европаға һәм, иң элек, инглиз сәнғәтенә ҙур йоғонто яһай. Ван Дейк — Рубенс уҡыусыларының иң яҡшыһы һәм иң билдәлеһе. Ул ысын романтик, барокко стилен, фламанд һынлы сәнғәт мәктәбенең ҡаҙаныштарын (Рубенс ижады) Рубенс артистизмы, шулай уҡ үҙенең художество манераһы, нәфис һәм нескә яҙыу техникаһы менән берләштереүгә өлгәшә. Уның күҙ алдына килтереү һәләте Рубенстыҡынан әҙерәк көсһөҙөрәк, әммә төҫ нюанстары, һыҙыҡтарҙың һығылмалылығы һәм валёр ҡатмарлылығы (бер үк төҫ нюанстары) буйынса уны уҙып китә. Ван Дейк ҙур церемония портретының композацион төрөн эшләй, һуңыраҡ ул Англияла киң ала (мәҫәлән, Джошуа Рейнольдс һәм Томас Гайнсборо кеүек антагонистар ижадында). Ван Дейктың бөтә портреттары моделдең эске донъяһын һәм модель характерын аңлау һәм уның эске һәм тышҡы матурлығын сағылдырыу һәләте менән айырылып тора.
Ван Дейктың Лондондағы тәбиғи аристократлығы һәм ижтимағи тормошо уның ғәжәйеп эш һәләтенә ҡамасауламай, ул Рубенстан ғына ҡалыша. Ул, гравюраларҙы һәм һүрәттәрҙе һанамайынса, мең ярымдан ашыу картина ижад иткән[8].
Ван Дейк «Иконография» тип аталған замандаштарының гравюралы портреттар серияһын уйлап таба, шуларҙың 18-е үҙе ҡатнаш техникала (офорт һәм резец) эшләй. Уларға үҙенсәлекле артистизм һәм виртуозлыҡ хас. «Иконография»ның беренсе баҫмаһы (80 бит) 1632 йылда Антверпенда сығарыла. Икенсеһе, рәссам үлгәндән һуң, 1645 йылда (100 бит) донъя күрә. Был сериал күп тапҡырҙар ҡабаттан нәшер ителә[9].
Ван Дейктың төп нөсхәләре буйынса Л. Форстерман, П.Понтий, Дж. С. Смит, Гринхилл, С. Больсверт, П. де Джоде гравюралар эшләй. Англияла Ван Дейк менән голланд Д. Мейтенс ярыша, уның уҡыусылары — У. Добсон һәм Р. Уокер. П. Лели, Г. Неллер, Я. С. Рили Дж. Вуттон уның юлынан барған һәм уға оҡшатып ижад итергә тырышҡан.
Төп эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Я. Вермёлен портреты, 1616, Дәүләт музейы, Вадуц
- «Изге Петрҙы язалау», 1615—1617, Боронғо сәнғәт музейы, Брюссель
- «Юпитер менән Антиопа», 1617—1618, Нәфис сәнғәт музейы, Гент
- «Иоанн Предтеча менән Иоанн Евангелист», 1618, Картина галереяһы, Берлин-Далем
- «Иҫерек Силен», 1620, Боронғо оҫталар галереяһы, Дрезден
- «Мадонна дель Розарио», 1624 яҙыла башланған, Ораторий дель Розарио, Палермо
- «Египеткә сәйәхәт ваҡытында ялға туҡтау», 1630, Боронғо пинакотека, Мюнхен
- Мария Луиза де Тассис портреты, Лихтенштейн галереяһы, Вена
- рәссам П. Снайерс портреты, Боронғо пинакотека, Мюнхен
- рәссам Адам де Костер, Брайтон Хаус, Кеттеринг
- «Амур менән Психея», 1638, Кенсингтон һарайы, Король коллекцияһы, Лондон
- Венера Вулкандың тимерлегендә (1630—1632), Лувр, Париж
- «Һыбайлы король Карл I үҙенең шталмейстеры Сен-Антуан менән», 1633, Букингем һарайы
- «Карл I һунарҙа», 1635 тирәһе, Лувр
- Ф. Уортон портреты, Милли сәнғәт галереяһы, Вашингтон
- Дж. Стюарт портреты, Метрополитен-музей, Нью-Йорк
Яңыраҡ табылған эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың мартында Испанияла ван Дейктың быға тиклем билдәле булмаған 1625 йылда герцог Медина-де-лас-Торрес өсөн яҙылған «Мария бала менән һәм тәүбә итеүсе гонаһлы бәндәләр» картинаһы табылыуы тураһында иғлан ителә. Картина 1808 йылға тиклем Эль-Эскораль монастырында, һуңынан Король һынлы сәнғәт академияһында һаҡлана һәм һуңғы ваҡытҡа тиклем уның күсермәһе булып һанала[10].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Христосҡа сәнескеле таж кейҙереү (c. 1620). Прадо. Мадрид
-
Луиджиа Каттанео- Джентиле , Генуя, 1622 йыл тирәһе
-
Елена Гримальди, Генуя, 1623
-
Николас Ланье, 1628
-
Египетҡа сәйәхәт ваҡытында ял итеү c. 1629–30
-
Египетҡа сәйәхәт ваҡытында ял итеү, 1630, Иҫке Пинакотек, Мюнхен
-
Мария Луиза де-Тассис,Антверпен, 1630
-
Англия короле Карл I үҙенең яраны менән, 1633
-
Томас Фрэнсис -принц Кариньяо
-
Кэтрин, графиня Честерфилд, һәм Люси, графиня Хантингдон, c. 1636–40, Центр британского искусства, Йель
-
Һыбай Карл I, c. 1637–38
-
Купидон менән Психея, 1638
-
Мэри Хилл, леди Киллигрю, 1638
-
Принцесса Мэри, король Карл I ҡыҙы,1637, Нәфис сәнғт музейы, Бостон
-
Апостол Матвей, Нәфис сәнғәт король музейы, Антверпен
-
Король яҡлы сэр Джордж Дигби, 2-се граф Бристоля Уильям Рассел менән, 1-се герцог Бедфорд (Һуғыш һәм солох), 1637, Олторп
-
Жак Ле Руа, 1631. Тиссен-Борнемиса музейы , Мадрид.
-
Мэри, Англия короле Карл I ҡыҙы ире Вильгельм II, принц Оранский менән, 1641. Дәүләт музейы, Амстердам.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Варианты написания имени — Antoon, Anthonis, Antonio, Anthonie, Anton
- ↑ Antwerp, S.A.A., Parochieregisters, Doopakten, 30/03/1592 — 26/06/1606, fol. 147, 23-03-1599 Anthonio Van Dijck, retrieved by the Jordaens Van Dyck Panel Paintings Project (www.jordaensvandyck.org) on 06/04/2017.
- ↑ Brown, p. 15.
- ↑ Vlieghe, Hans. Flemish Art and Architecture, 1585—1700, Yale University Press, 2004, p. 124. ISBN 0-300-10469-3
- ↑ Martin, Gregory. The Flemish School, 1600—1900, National Gallery Catalogues, p. 26, 1970, National Gallery, London, ISBN 0-901791-02-4
- ↑ 6,0 6,1 Антонис ван Дейк, биография и картины
- ↑ Neues allgemeines Künstler-Lexicon; oder Nachrichten von dem Leben und den Werken der Maler, Bildhauer, Baumeister, Kupferstecher etc. Bearb. von Dr. G. K. Nagler. München, E.A. Fleischmann, 1835-52
- ↑ Власов В. Г. Стили в искусстве. В 3-х т. — СПб.: Кольна. Т. 2. — Словарь имен, 1996. — С. 173
- ↑ Власов В. Г. «Иконография» // Власов В. Г. Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства. В 10 т. — СПб.: Азбука-Классика. — Т. IV, 2006. — С. 80—81
- ↑ Lenta.ru: высоком: В Испании нашли неизвестную картину Ван Дейка
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Браун, К. Ван Дейк : [пер. с англ.]. — М., 1987.
- Булгаков, Ф. И. Антонис ван-Дейк // Сто шедевров искусства. — СПб. : изд. ред. «Нового журнала иностранной литературы», 1903. — С. 25—26.
- Варшавская, М. Я. Ван Дейк. Картины в Эрмитаже. — Л., 1963.
- Грицай, Н. И. Антонис Ван Дейк. — М., 1979.
- Лисенков, Е. Г. Ван Дейк. — Л., 1926.
- Смольская, Н. Ф. Антонис Ван Дейк. — М. ; Л., 1963.
- Шапиро, Ю. Г. Антонис Ван Дейк // Пятьдесят кратких биографий мастеров западноевропейского искусства XIV — XIX веков. — 3-е изд. — Л. : Аврора, 1971. — С. 123–128. — 316 с.
- Glück G., Antonis van Dyck. Des Meisters Gemälde, 2 Aufl., Stuttg. — B., 1931
- Puyvelde L. van. Van Dyck, Brux. — Arnst., 1950.
- Larsen E. L. V. 2 // Opera Completa di van Dyck. — Milano, 1980.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статья о художнике на образовательном сайте Эрмитажа 2018 йыл 10 декабрь архивланған.
- Персональный сайт (инг.)