Антонов Николай Павлович
Антонов Николай Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 12 декабрь 1909 |
Тыуған урыны | Иваново, Шуйский уезд[d], Владимир губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 3 ғинуар 1985 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | Иваново, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | фәлсәфә |
Эш урыны | Новосибирск дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Академия общественных наук при ЦК КПСС[d] |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Портнов, Александр Николаевич[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Антонов Николай Павлович (12 декабрь 1909 йыл, Иваново-Вознесенск, Рәсәй империяһы — 3 ғинуар 1985 йыл, Иваново, СССР) — СССР философы, онтология һәм танып белеү теорияһы өлкәһендә белгес. Иваново фәлсәфәүи традицияларына нигеҙ һалыусы, ноосфера фәлсәфә мәктәбен ойоштороусы. Философия фәндәре докторы, профессор. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.[1][2][3]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Павлович Антонов 1909 йылдың 12 декабрендә Иваново-Вознесенскев ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.[1][3]
1929—1931 йылдарҙа Иваново педагогия техникумында уҡый. Һуңынан мәктәптә эшләй.[3]
1932 йылда комсомол өлкә комитеты путевкаһы буйынса А.И.Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтының тәбиғи факультетына уҡырға инә , уны 1937 йылда тамамлай[1][3]
1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[1][3]
1950 йылда ВКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағында ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай һәм философия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеп, «„Развитие абстрактного мышления и онтогенеза“» темаһы буйынса диссертация яҡлай.[1][3]
1950—1953 йылдарҙа — доцент (1951) һәм марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, 1953—1955 йылдарҙа һәм 1965—1973 йылдарҙа профессор һәм Иваново дәүләт педагогия институтының философия кафедраһы мөдире .[1][3]
1960—1964 йылдарҙа — доцент, профессор, һәм Новосибирск дәүләт университеты (НДУ) ижтимағи фәндәр кафедраһы мөдире. Диалектик материализм һәм тәбиғи фәндәрҙең философия мәсьәләләре буйынса НДУ студенттарына, СССР Фәндәр академияһы аспиранттары һәм ғилми хеҙмәткәрҙәренә лекциялар уҡый[1][3]
1960—1969 йылдарҙа мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы һәм 1970—1975 йылдарҙа — «Философские науки» журналының ғилми консультанты[3]
1963 йылда философия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Сознание как свойство мозга, отражение бытия» темаһына диссертация яҡлай[3]
1970—1975 йылдарҙа — СССР Философия йәмғиәтенең Иваново өлкә бүлексәһе рәйесе[2][3]
1973—1979 йылдарҙа — Иваново дәүләт университетының философия кафедраһы мөдире һәм профессоры[1][2][3]
1979 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[1][3]
1981—1982 йылдарҙа — философия буйынса кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың рәйесе.[3]
Николай Павлович Антонов 50 ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Уның ғилми етәкселеге аҫтында 30-ҙан ашыу диссертация әҙерләнә һәм яҡлана, уларҙан 2 диссертация докторлыҡ булып тора.[3]
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Н.П. Антоновтың иртә хеҙмәттәрендә диалектик материализм ысулдары ярҙамында аңдың асылы һәм килеп сығышы мәсьәләләре ҡарала. Уның тарафынан тере һәм тере булмаған тәбиғәттә сағылыш формаларына, психик сағылыштың иң юғары форма булараҡ аң үҙенсәлектәренә, сағылыш структураһында һәм эстәлегендә объектив һәм субъектив бәйләнештәр мәсьәләләренә, шулай уҡ аң структураһының кәрәкле эстәлекле компоненты булараҡ идеаль формалашыу мәсьәләләренә иғтибар итә[1][3]
1970 йылдар аҙағы — 1980 йылдар башында аң формаһы булараҡ ноосфера менән бәйле мәсьәләләр ҡарала. Н.А. Антонов тарафынан «ноосфера» төшөнсәһенең материалистик аңлатмаһы бирелә, шулай уҡ биосфераның ноосфераға күсеү закондары һәм йәмғиәт һәм тәбиғәттең үҙ-ара эш итеү барышында аңдың экологиялаштырыу мәсьәләлер өйрәнелә[1][3]
Һуңғы йылдарҙа Н. Антонов «Учение В. И. Вернадского о переходе биосферы в ноосферу» фәнни-практик конференцияһын әҙерләү менән шөғөлләнә, ул 1983 йылда Иваново дәүләт университетында үткәрелә[3]
Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1940 йылда БССР-ҙң Браслово ҡала советы депутаты итеп һайлана. 1952 йылдан — Иваново ҡалаһы КПСС Сталин РК ағзаһы, ә 1961 йылдан — Новосибирск КПСС Совет РК ағзаһы. НДУ партия комитеты ағзаһы[3]
Шәхесенең баһаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Н. П. Антонов социаль йүнәлешле философтың айырым төрөнә ҡараған һәм үҙенең педагогик һәм ғилми эшмәкәрлеге менән көндәлек тормошта социаль үҙ-үҙеңде сикләүҙең һәм фәлсәфәүи хөр фекерлелектең ҡатмарлы диалектикаһын сағылдыра».[3]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иваново ҡалаһында йыл һайын Н.П.Антонов иҫтәлегенә Антонов уҡыуҙары үтә[2]
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антонов Н. П. Происхождение и сущность сознания // Учёные записки ИГПИ. — Т. 20. — Иваново, 1959.
- Антонов Н. П. О неразрывной связи мышления и языка // Большевик. — 1952. — № 15.
- Антонов Н. П. Сознание и мозг // Учёные записки ИГПИ. — Иваново, 1955.
- Антонов Н. П. Специфика индивидуального сознания человека как высшей ступени развития психики // Вопросы психологии. —1958. — № 6.
- Антонов Н. П. К вопросу о природе психического // Философские науки. — 1965. — № 4.
- Антонов Н. П. К вопросу об онтологическом и гносеологическом понимании сознания // Философия в эпоху научно-технической революции. — Л., 1974.
- Антонов Н. П. Роль сознания в оптимизации взаимодействия общества и природы в условиях становления коммунизма и ноосферы // Сознание и диалектика процесса познания. — Иваново, 1979.
- Антонов Н. П. Роль субъективного фактора в переходе биосферы в ноосферу // Человек. Эволюция. Космос. — София, 1984. — Кн. 4 (I).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Дмитриевская, Смирнов, 2002
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Ерахтин, 2012, с. 25—26
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 3,19 Антонов, Николай Павлович // «Профессора НГУ (1959—2009): Электронный биографический справочник»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дмитревская И. В. Моя кафедра // Вестник Ивановского государственного университета. Серия «Гуманитарные науки». — Иваново: ИвГУ, 2010. — В. 3. — С. 71-81.
- Дмитревская И. В., Смирнов Г. С. Антонов, Николай Павлович // Философы России XIX-XX столетий. Биографии, идеи, труды / Алексеев П. В.. — 4-е изд., перераб. и доп. — М.: Академический проект, 2002. — 1152 с. — ISBN 5-8291-0148-3.
- Ерахтин А. В. Международный день философии в Иваново // Вестник Российского философского общества. — М.: РФО, РАН, 2012. — № 1 (61). — С. 24—26. — ISSN 1606-6251. Архивировано из первоисточника 20 февраль 2014.
- Жульков М. В. Проблемы сознания, субъективного фактора и коллективного разума в трудах Н. П. Антонова // Вестник Ивановского государственного университета. Серия «Гуманитарные науки». — Иваново: ИвГУ, 2010. — В. 2. — С. 36-42.
- Портнов А. Н., Серов Ю. М., Смирнов Г. С. Николай Павлович Антонов „Потаённое зеркало ушедшей эпохи“ // альманах Седьмое небо. — Иваново: Ивановское отделение МЛЗК, 2003. Архивировано из первоисточника 19 февраль 2014.
- Смирнов Г. С. Первый Иваново-Вознесенский философ (к столетию профессора Николая Павловича Антонова) // Вестник Ивановского государственного университета. Серия «Гуманитарные науки». — Иваново: ИвГУ, 2010. — В. 2. — С. 3-8.
- Смирнов Г. С. Живая ноосферная история (по страницам «Философских фрагментов» Н. П. Антонова) // Вестник Ивановского государственного университета. Серия «Гуманитарные науки». — Иваново: ИвГУ, 2010. — В. 2. — С. 25-35.
- 12 декабрҙә тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- Ивановола тыуғандар
- 3 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1985 йылда вафат булғандар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәй дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- СССР философтары
- Философия фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр