Арг-е Бам
Арг-е Бам | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. V быуат |
---|---|
Дәүләт | Иран[1] |
Административ-территориаль берәмек | Керман[d][1] |
Урын | Бам[d][1] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | саман[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы һәм Иран милли мираҫы[d][1] |
Оҙонлоҡ | 1815 метр |
Майҙан | 180 000 квадрат метр |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d], (iii)[d], (iv)[d] һәм (v)[d] |
Арг-е Бам Викимилектә |
Арг-е Бам (фарс. ارگ بم, «Бам ҡәлғәһе») — самандан яһалған иң боронғо һәм иң ҙур фарсы балсыҡ ҡәлғәһе. Был донъялағы иң ҙур балсыҡ ҡоролмаһы Бөйөк ебәк юлында Ирандың Бам ҡалаһында (Керман провинцияһы).
Ҡомартҡы төрлө осор архитектура ҡатламдарынан, шул иҫәптән һуғыштан һуңғы реставрацион эштәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән өлөштәрҙән тора. Бам цитаделенең иң боронғо ҡатламын «Ҡыҙ ҡәлғәһе» тәшкил итә, уны төҙөү VII быуатта, бәлки Сәсәниҙәр тарафынан уҡ башланған[2]. Ҡәлғә эсендә — бер нисә XII быуат кәшәнәләре һәм 38 дозор башнялары, шулай уҡ Сәфәүиҙәр наместнигының резиденцияһы һәм XVIII быуат йәмиғ мәсете урынлашҡан. Боҙ алыу һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән бина уникаль булып тора[2]. Арг-е Бам стеналары бер нисә тапҡыр яңынан төҙөлә, уларҙы 10-15 метр киңлектәге ур урата.
XII быуатта төрки күсмә халыҡтары, артабан монголдарҙың ябрылыуҙары һөҙөмтәһендә Бамдың алтын осоро тамамлана. Бам цитаделе яныра башланыуы Аҡһаҡ Тимер хакимлығы дәүеренә тура килә. Уның сәскә атыуына ер асты ирригация каналдары — кәриздәр булышлыҡ итә, уларҙың иң боронғолары беҙҙең эраға тиклем уҡ ҡоролған.
2003 йылғы Бамдағы ер тетрәүе ҡаланың 26 мең кешеһенең ғүмерен өҙә[2] һәм 80 % ҡоролмаларын ныҡ емерә. Цитаделдең торошо менән боросолоп, ЮНЕСКО тиҙ арала Бамды һәм уның мәҙәни ландшафтын Бөтә донъя мираҫы ҡомарҡылары рәтенә индереп шул уҡ ваҡытта Юҡ ителеү янауында булған ә донъя мираҫы исемлегенә керетә (был исемлектән 2013 йылда сығарыла).
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1208 рус. • англ. • фр. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Nimrokhi az Arge Bam (Bam Citadel at a Glance), by Davood Yousofzadeh, Bam: M. Mohammadi-zade, 1998, p. 160.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bam and its Cultural Landscape (World Heritage List)
- Bam Citadel site, with photos
- The Bam Citadel / ARGE BAM 2007 йыл 3 декабрь архивланған.
- Newspaper item: "The Lost Beauty that was Bam"
- Photos of the Bam Citadel
- More photos of the citadel 2017 йыл 14 май архивланған.
- Iran Cultural Heritage Organisation Site on Arge Bam 2009 йыл 25 май архивланған.
- Iran Cultural Heritage Organisation Site - Reconstruction Photos 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
- The Bam Citadel / ARGE BAM 2007 йыл 3 декабрь архивланған. *Newspaper item: "The Lost Beauty that was Bam"
- Photos of the Bam Citadel
- More photos of the citadel 2017 йыл 14 май архивланған.
- Iran Cultural Heritage Organisation Site on Arge Bam 2009 йыл 25 май архивланған.
- Iran Cultural Heritage Organisation Site - Reconstruction Photos 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
Был ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |