Арҙаширова Өммөгөлсөм Тәлғәт ҡыҙы
Өммөгөлсөм Тәлғәт ҡыҙы Арҙаширова | ||
Тыуған көнө | ||
---|---|---|
Тыуған урыны | ||
Ил | ||
Ғилми даирәһе |
педагогика | |
Эшләгән урыны |
Татарстан гуманитар-педагогика университеты (Ҡазан); | |
Альма-матер |
Башҡорт дәүләт университеты (1973) | |
Ғилми дәрәжәһе |
педагогика фәндәре докторы (1994) | |
Ғилми исеме |
профессор (1995) | |
Награда һәм премиялары |
| |
Арҙаширова Өммөгөлсөм Тәлғәт ҡыҙы (7 апрель 1951 йыл) — ғалим-сәнғәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри биреү хеҙмәткәре (2005).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өммөгөлсөм Тәлғәт ҡыҙы Арҙаширова 1951 йылдың 7 апрелендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Артабан Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә һәм урта махсус уҡыу йорттарында эшләй.
- 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы
- 1995—2002 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия университетының эстетик белем биреү кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта
- 2002—2003 йылдарҙа ВЭГУ-ның художество һәм социаль-педагогик белем биреү кафедраһы мөдире.
- 2003 йылдан Мәскәү бизнес, психология һәм идара итеү институтының «Дизайн» факультеты деканы
- 2005—2010 йылдарҙа һынлы сәнғәт һәм дизайн факультеты деканы, бер үк ваҡытта
- 2009 йылға саҡлы — Татарстан гуманитар-педагогика университетының (Ҡазан) сәнғәт һәм художество белем биреү теорияһы кафедраһы мөдире.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арҙаширова Өммөгөлсөм Тәлғәт ҡыҙы фәнни тикшеренеүҙәре сәнғәт белеменә, хәҙерге донъяла кешенең рухи йәшәйешенә, уҡыусыларҙың эстетик һәм рухи мәҙәниәтен формалаштырыу проблемаларына бағышланған. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005)
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010)
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ардаширова, Гульсум Талгатовна. Формирование эстетического вкуса в культуре поведения учащихся ПТУ : диссертация кандидата педагогических наук: 13.00.01. — Москва, 1983. — 225 с. : ил. Теория и история педагогики. OD 61 84-13/1007
- Ардаширова, Эммогульсум Талгатовна. Эстетическая категория «катарсис» в педагогике: (Московский педагогический государственный университет имени В. И. Ленина. — М. : ТОО «Интел Тех», 1994. — 32 c : ил. — ISBN 5—86371-016-0: ББК 87.811р301-21(2Рос)
- 37/А-799 Ардаширова, Эммогульсум Талгатовна. Искусство в процессе формирования личности учителя: автореферат диссертации доктора педагогических наук : 13.00.01 / Э. Т. Ардаширова; Московский педагогический государственный университет имени В. И. Ленина, Дис. совет Д 053.01.03. — М., 1994. — 31 с. — ББК 74р30-024.7(2Рос),022
- Интеграция музыкального искусства с естественно-математическими и гуманитарными науками в педвузе. М., 2001;
- Ардаширова, Эммогульсум Талгатовна. Интеграция музыкального искусства с естественно-математическими и гуманитарными науками в педвузе : (Краткий историко-теоретический очерк: классика и современность) / э. Т. Ардаширова. — М. : ВЛАДОС, 2001. — 66 с. : ил., портр.; 20 см; ISBN 5-691-00589-8
- Музыка — Теория музыки — Музыка и наука — Лекции для высшей школы. FB 2 01-43/118-2; FB 2 01-43/119-0
- Образ матери в изобразительном искусстве. Казань, 2008.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арҙаширова Өммөгөлсөм Тәлғәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.