Арефьева Нина Алексеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Арефьева Нина Алексеевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 28 март 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Ярославль өлкәһе, Рыбинск
Һөнәр төрө тикшеренеүсе, университет уҡытыусыһы, оториноларинголог, орнитолог
Эшмәкәрлек төрө оториноларингология[d]
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт медицина университеты
Биләгән вазифаһы кафедра мөдире[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d] (1991)

Арефьева Нина Алексеевна (28 март, 1941 йыл) — ғалим-оториноларинголог, университет уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1993). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Арефьева Нина Алекссеевна тыуған 1941 йылдың 28 мартында Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһында тыуа.

1968 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын (дауалау факультеты) тамамлай.

1968 йылдан алып Башҡорт дәүләт медицина университетында эшләй.

19711974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының ЛОР ауырыуҙары кафедраһы аспирантураһынла уҡый.

1975 йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1991 йылда «Патогенез, клиника и лечение различных форм ринита и риносинусита с рецидивирующим течением» темаһына медицина фәндәре докторы диссертацияһын яҡлай. Профессор (1993).

Синускопия

1992 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының оториноларингология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 19912003 йылдарҙа- Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш оториноларингологы.

Башҡортостан Республикаһы оториноларингологтары ассоциацияһы (1990) һәм Рәсәй Федерацияһы ринологтары ассоциацияһы (1997) президенты.

Арефьева Н. А. — 4 журналдың: «Вестник оториноларингологии», «Российская оториноларингология», «Российская ринология», «Информационный архив» мөхәрририәт советы ағзаһы.

Башҡорт дәүләт медицина университеты оториноларингология кафедраһының почетлы мөдире (2016).

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нина Алексеевна Арефьеваның ғилми тикшеренеүҙәре иммунология проблемаларына, риносинуситты дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүгә, эндоскопик хирургияға бағышлана[2]. Арфеньева ринология сирҙәрен иммунитет тайпылыштары эҙемтәһе тигән концепция тәҡдим итә. Ул танау һәм уның ҡыуышлығы сирҙәрен консерватив дацалау ысулдарын эшләй.

460-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1988).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997).

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Алтын көҙгө» Рәсәй ринологтары йәмғиәтенең «Быуындар эстафетаһы» номинацияһында почет билдәһе (2011 йыл)
  • «Алтын рефлектор» почет билдәһе(2006 йыл, 8 июнь)
  • «Рәсәй оториноларингологтар йәмғиәтенә 100 йыл» иҫтәлекле юбилей миҙалы (2008 йыл)
  • «Ватан ринологияһының нығыныуы һәм үҫеше өсөн» халыҡ-ара дипломы (Ifos Desideria Passaili президенты, 2009 йыл)
  • «БДМУ-ға тоғролоҡ өсөн» Почетлы исеме һәм түшкә таға торған билдә (2012 йыл)

Төп баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

6. Иммунотерапия беталейкином в комплексном лечении больных гнойным риносинуситом с затяжным и хроническим течением: Метод. рекомендации РФ / Л. Ф. Азнабаева, Н. А. Арефьева, С. В. Рязанцев, А. С. Симбирцев/ под. ред. Ю. К. Янова. — Санкт-Петербург, 2008. — 22 с.

7. Руководство по ринологии / Под ред. Г. З. Пискунова, С. З. Пискунова. — М.:Литтерра, 2011. — 960 с (глава 8 С.254-266).

8. Оториноларингология. Национальное руководство. Краткое издание / под ред. В. Т. Пальчуна. — М.: ГЭОТАР — Медиа, 2012 (Глава 1 и глава 6).

9. Адаптационные механизмы местного иммунитета слизистой рта и глотки в норме и при патологии: монография / Гумерова М. И., Азнабаева Л. Ф., Арефьева Н. А. — LAP LAMBERT Academic Publishing Saarbrucken, Deutschland, 2013. — 145 с.

10. Особенности цитологических показателей кожи наружного слухового прохода при использовании индивидуальных ушных вкладышей у пользователей слуховых аппаратов /Савельева Е. Е., Арефьева Н. А., Азнабаева Л. Ф. / Российская оториноларингология, № 5(78), 2015. — С. 63-68 (ВАК. РИНЦ)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]