Арямнова Елена Анатольевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Арямнова Елена Анатольевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 8 ғинуар 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (38 йәш)
Тыуған урыны Бөрө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, сәйәсмән
Эш урыны Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Биләгән вазифаһы парламент ағзаһы[d]
 Арямнова Елена Анатольевна Викимилектә

Арямнова Елена Анатольевна (8 ғинуар 1986 йыл) — журналист, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елена Анатольевна Арямнова 1986 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында тыуа.

Юғары белемле — Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһын тамамлай. 2011 йылда Рәсәй дәүләт социаль университетында белемен камиллаштыра.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда башлай, Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт сараларында журналист булып эшләй.

20132019 йылдарҙа — Башкортостандың «Офис-группа» Конгресс-бюроһы АНО-һында йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса департаментың баш эксперты.

20192020 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһы матбуғат хеҙмәтенең бүлек начальнигы.

2020 йылдан — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары.

«Башҡортостан Республикаһының Йәш журналист мәктәбе» проекты авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]