Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Асия Вәфир ҡыҙы Смаҡова битенән йүнәлтелде)
Асия Смаҡова
Тулы исеме

Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы

Тыуған

28 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ районы Латип ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Наградалар
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (28 август 1947 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Асия Вәфир ҡыҙы Смаҡова (ҡыҙ фамилияһы Ғәббәсова) 1947 йылдың 28 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Латип ауылында тыуған. Ишембай ҡалаһында 1-се һигеҙ йыллыҡ интернат-мәктәбенән һуң 2-се интернат-мәктәбендә уҡый. Музыка уҡытыусыһы Ғәлиә Дауыт ҡыҙы Рәшитова (Таңһылыу Рәшитованың һеңлеһе) ҡыҙҙың йыр-моңға һәләтен күреп, уға айырым иғтибар бүлә. Асия Вәфир ҡыҙы мәктәп хорында һәм йыр анамблендә солист була.

1966—1970 йылдарҙа Өфө музыка училищеһында уҡый, ошо осорҙа буласаҡ тормош иптәше билдәле эстрада йырсыһы Илфаҡ Смаҡов менән таныша.

1975 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылдан Башҡортостан хор капеллаһы солисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы педагог-репетиторы, 1980-се йылдарҙа тормош иптәше Илфаҡ Смаҡов менән бергә сығыш яһай башлайҙар. Был үҙенсәлекле дуэт тыңлаусылар, тамашасылар күңелендә йылы хәтирәләр ҡалдыра. Йырсылар моңло тауыштары, матур ҡиәфәттәре, сәхәнәлә үҙ-үҙен тотоштары менән айырылып тора. Улар репертуар һайлауға ла бик етди ҡарай.

1998—2010 йылдарҙа — Айҙар Ғәлимовтың «Айҙар» театр-студияһы йырсы-солисы.

Асия Смаҡованың матур тембрлы тауышын тамашасылар һәр саҡ көтөп ала. Репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары, композиторҙар ижад иткән әҫәрҙәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тормош иптәше — Илфаҡ Смаҡов (1940—1993), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы. Ҡыҙҙары — Айһылыу.

Йырсы ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Башҡортостан» гәзите, 2017, 3 октябрь 2017 йыл 28 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2017)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/…/18335-pevtsy-i-muzykanty

  • Беҙҙең кумирҙар «Йәшлек» гәзите. www.ye02.ru › Новости › Мәҙәниәт