Астраханцев Александр Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Александр Александрович Астраханцев
170 px
Тыуған:

10 август 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

РСФСР, Смоленск губернаһы[d], Дорогобужский уезд[d], Дорогобуж[d]

Үлгән:

8 май 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (63 йәш)

Үлгән урыны:

СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө

Ил:

Flag of the Soviet Union.svg СССР

Уҡыған урыны:

Мәскәү полиграфия институты

Стиль:

графика

Наградалары:
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы — 1943Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»20 years of victory rib.png
«50 лет Вооружённых Сил СССР» миҙалы

Астраханцев Александр Александрович (10 август 1922, Дорогобуж — 8 май 1986, Өфө) — рәссам

-график. СССР рәссамдар Союзы ағзаһы (1962). БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Астраханцев Александр Александрович[1] 1922 йылда Смоленск өлкәһенең Дорогобуж ҡалаһында бай булмаған ғаиләлә тыуған. Александр урта мәктәпте тамамлағандан һуң эшләй башлай. Һуғыш башланыу менән үҙе теләп фронтҡа китә, унда һуғышта ҡатнаша.

1952 йылда Мәскәү ҡалаһында полиграфия институтын китаптар биҙәү һөнәре буйынса тамамлай (профессор А. Д. Гончаров һәм П. Н. Захаров класы). Институтты тамамлағандан һуң тәғәйенләнеш буйынса Өфөгә эшкә китә.

Рәссам-график, иллюстратор, китап биҙәүсе. Ул иллюстрациялаған «һинд әкиәттәре» (1958 й., башҡорт телендә) китабы СССР-ҙа художестволы биҙәү буйынса иң яҡшы тип танылды.

Башҡортостан китап нәшриәтенең художество мөхәррире. Бынан тыш плакатист булып эшләй.

СССР рәссамдар союзы ағзаһы (1962).

БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1969).

Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1986 йылдың 8 майында вафат була.

Күргәҙмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Республика күргәҙмәләре, Өфө ҡалаһы, 1953 йылдан башлап, йәштәрҙекенән башҡа, барыһында ла.
  • Мәскәүҙә һәм Ленинградта башҡорт сәнғәте күргәҙмәһе ун көнлөктәре, 1955, 1969.
  • СССР мәҙәниәт Министрлығының Главполиграфиздат китап һәм графика күргәҙмәһе. Мәскәү, 1958.
  • Совет китаптары күргәҙмәһе, Польша, 1959.
  • Совет китаптары күргәҙмәһе, Венгрия, 1960.
  • «Социалистик Урал» зона күргәҙмәләре: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969.

Төп эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Астраханцев 600-гә яҡын китап биҙәй.

Ул биҙәгән китаптар: «Башҡорт поэзияһы антологияһы», 1954; «Славься, Отчизна», 1954; «Беҙҙең республиканың ҡалалары. Салауат»[2], 1965.

«һинд халыҡ әкиәттәре» китабына иллюстрациялар, 1959. «Поляк шағирҙары» шиғырҙар йыйынтығына иллюстрациялар, 1953. «Бирма халыҡ әкиәттәре» китабына иллюстрациялар, 1963. «Мордва халыҡ әкиәттәре» китабына иллюстрациялар, 1964. Балаларҙың «Сәскәләр» төҫлө китабын биҙәй һәм иллюстрациялай, 1965. «Башҡорт халыҡ әкиәттәре» китабына иллюстрациялар, 1967. «Бурандан һуң» китабына иллюстрациялар, 1969. Ғ. Сәләмдең «Ни өсөн бесәй бәләгә тарыны» китабын биҙәй һәм иллюстрациялай, 1969. Ахтәмдең «Бейеклек» китабын биҙәй һәм иллюстрациялай, 1970. А. Кузнецовтың «Отчего хлеб сладок» китабына иллюстрациялар, 1974. «Йыл биҙәктәре» балалар китабын биҙәй һәм иллюстрациялай, 1975. М. Дилмөхәмәтовтың «Белергә теләйем» китабын биҙәй һәм иллюстрациялай., 1976. Бөтә китаптар ҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫтырылған, Өфө.

Н. Крашенинниковтың «Амеля» китабына иллюстрациялар. 1978. Владимир Кашицтың «Буревестник Урала» китабына иллюстрациялар, 1978. Плакаттар: «Барығыҙ ҙа һайлауға!», ҡағыҙ. гуашь. «Фашистик германияны Еңеүгә 30 йыл», ҡағыҙ. гуашь, 1975. «КПСС-тың XXV съезы ҡарарҙарын —тормошҡа», ҡағыҙ. гуашь, 1976.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы, 1943.
  • «1941-1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, 1946.
  • «Фашистик Германияны Еңеүгә 20 йыл» миҙалы, 1965.
  • «Совет Армияһына 50 йыл» миҙалы, 1968.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Совет Башҡортостаны рәссамдары» белешмәһе. Автор-төҙөүсеһе Э. П. Фенина, Башҡортостан китап нәшриәте, Өфө-1979
  • Художники народов СССР. Библиографический словарь, т. 1. Изд, «Искусство», М., 1970.
  • Үрҙә аталған күргәҙмәләр каталогы, 1953 йылдан башлап
  • Летопись изобразительного искусства, № 3. Изд. «Искусство», М., 1956.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]