Астрид Шведская
Астрид Шведская (швед. Astrid av Sverige; 17 ноябрь 1905 йыл, Стокгольм — 29 август 1935 йыл, Кюснахт-ам-Риги) — Бельгия королеваһы, король Леопольд III-нөң беренсе ҡатыны, тыумышы принцесса Шведская.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Принцесса Астрид София Ловиза Тюра принц Карл Шведский, герцог Вестготландский (1861—1951) һәм принцесса Ингеборганың (1878—1958) ғаиләһендә тыуа. Атаһы буйынса — Швеция короле Оскар II һәм София Нассауская ейәнсәре, әсәһе буйынса — Дания короле Фредерик VIII и Луиза Шведская ейәнсәре.
Принцесса Астрид ике өлкән апаһы Маргарита (1899—1977), киләсәктә принцесса Датская, Марта (1901—1954), киләсәктә Норвегия кронпринцессаһы, һәм ҡустыһы Карл Густав (1911—2003) менән үҫә. Белемде йортта ала.
Үткәрелгән балдарҙың береһендә Астрид Бельгия вариҫы, принц Леопольд, герцог Брабантский менән таныша. Күпмелер ваҡыт үткәс, 1926 йылдың мартында Леопольд үҙенең әсәһе королева Елизавета менән йәшерен рәүештә Стокгольмға килә. Йәштәр бер-береһен белер өсөн күп ваҡыттарын бергә үткәрә. Оҙаҡламай Бельгия короле йорто ике йәштең йәрәшеүе тураһында иғлан итә, өҫтәүенә королева Елизавета: «был никах мөхәббәт нигеҙендә ҡорола. Бер нәмә лә махсус ойошторолманы. Леопольд менән Астрид бер ниндәй баҫымһыҙ йәки дәүләт мәнфәғәте хаҡына тигән уйһыҙ үҙ тормоштәрен берләштерергә ҡарар итте», — ти.
Граждандар тантанаһы 1926 йылдың 4 ноябрендә Стокгольмда, ә дини тантана — 1926 йылдың 10 ноябрендә Брюсселдә үтә. Лютеран динен тотҡан Астрид католик диненә күсә. Бельгияла принцессаны яраталар. Халыҡ уны «Ҡар принцессаһы» тип атай.
1934 йылдың 17 февралендә ҡайныһы король Альберт I фажиғәле рәүештә һәләк булғандан һуң титул, мираҫ булараҡ, уның иренә күсә, артабан ул король Леопольд III исемен ҡабул итә. Принцесса Астрид Белгия халҡының королеваһына әйләнә. Ул мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнә. Белгиялағы иҡтисади көрсөк ваҡытында ярлылар өсөн кейем-һалым һәм аҙыҡ-түлек йыя. Королева Астрид бик күп ваҡытын балалары менән үткәрергә тырыша, этикетты боҙоп булһа ла улар менән бульвар буйлап бер ниндәй һаҡһыҙ йөрөй.
1935 йылдың авгусында король һәм королева өлкән балалары менән Швейцарияла ял итә. Балалары Брюсселгә ҡайтып киткәс, 29 августа король менән королева үҙҙәренең һуңғы экскурсияһына юллана, руль артында Леопольд ултырған була. Ямғыр һыуынан еүеш юлда Кюснахт-ам-Риги янында Фирвальдштет күле ярында автомобиль юлдан ситкә сыға һәм ағасҡа барып төкөлә.
Астрид шунда уҡ һәләк була, Леопольдтың тәне генә һыҙырыла. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, егерме туғыҙ йәшлек королева дүртенсе балаға ауырлы була.
Уның атаһы, принц Карл, үҙенең мемуарҙарында түбәндәге юлдарҙы яҙа: «Астридҡа оҙаҡ йәшәргә насип булманы; был боҙоҡ донъя өсөн ул бигерәк тә яҡшы ине шул. Уның ир ҡатыны, әсә һәм королева булараҡ үткән ғүмере беҙҙең төньяҡ йәйе кеүек үтә ҡыҫҡа булды».
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1934 йылдың ғинуарында Ларс Кристенсендың норвег экспедицияһы «Торсхавн» судноһында йөҙөп барғанда Көнсығыш Антарктиданың көнсығыш оҙонлоғоноң 81° һәм 87,5 ° араһында урынлашҡан яр буйын Бельгияның буласаҡ короле һәм королеваһы хөрмәтенә Леопольд менән Астрид яры, тип атай.
Балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жозефина Шарлотта (1927—2005) — 1953 йылдан бөйөк герцог Жан Люксембургскийҙың ҡатыны,
- Бодуэн (1930—1993) — 1960 йылда Фабиоле де Мора һәм Арагонға өйләнә,
- Альберт II (1934) — 1959 йылда Паоле Руффо ди Калабриаға өйләнә.
Туғанлыҡ бәйләнештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Королева Астридтың туғанлыҡ бәйләнештәре:
- ике король ейәнсәре;
- өс королдең ағай, ҡустыларының ҡыҙы (Густав V, Швеция короле, Кристиан X, Дания короле һәм Хокон VII, Норвегия короленең);
- әсәһе буйынса тәхет вариҫы Алексей Николаевич менән Великобритания королдәре Эдуард VIII и Георг VI-ның өс туған һеңлеһе;
- хакимлыҡ иткән Норвегия короле Харальд V-тең апаһы;
- Бельгияның хакимлыҡ иткән ике монархы Бодуэн I и Альберт II-нең әсәһе;
- хакимлыҡ иткән бөйөк герцога Люксембург Анриҙың инәһе.
- атаһы буйынса Астрид императрица Жозефинының тоҡомо (уның прапрапраейәнсәре).
- Швеция короле Оскар I-гә атаһы буйынса бүләсәр һәм әсәһе буйынса ла бүләсәр була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #123076595 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Astrid // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Lundy D. R. Astrid Sophie Louise Thyra Bernadotte, Princess of Sweden // The Peerage (ингл.)
- ↑ 4,0 4,1 Astrid // Энциклопедия Брокгауз (нем.)