Афанасия Цумелека

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Афанасия Цумелека
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Greece.svg Греция
Тыуған көнө 2 ғинуар 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (37 йәш)
Тыуған урыны Греция, Эпир[d], Превеза
Һөнәр төрө еңел атлет
Спорт төрө Еңел атлетика
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 2008[d] һәм Йәйге Олимпия уйындары 2004[d]

Афанасия Цумелека (грек. Αθανασία Τσουμελέκα; 2 ғинуар 1982, Превезе) — грек еңел атлеты, 20 километрға йөрөштә олимпия чемпионы .

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылда Афанасия Европа чемпионатында ҡатнаша. 20 километрлыҡ аралыҡта, миҙгелдә иң яҡшы шәхси һөҙөмтә күрһәтеп, 9-сы була. Бер йылдан һуң ҡитғаның йәштәр чемпионатында Цумелека алтын миҙалды, ә донъя чемпионатында 7-се урынды яулай.

Афинала Олимпия уйындарында Афанасия, көмөш миҙал эйәһе Олимпиада Иванованы 5 секундҡа үтеп, алтын миҙалға лайыҡ була. Күп һанлы фекерҙәр буйынса, грек спортсыһы финиш һыҙығы ҡағиҙәләрен боҙа[1]. Быға тиклем уға ике һары карточканы күрһәтәләр һәм дистанцияһының һуңғы стадияһында судья Цумелекка өсөнсө һары карточканы күрһәтә. Әммә бынан һуң да квалификациянан мәхрүм итмәйҙәр, Олимпиада Иванова һүҙҙәре буйынса, судьялар ярыштар хужабикәһен һәм лидерҙы ҡыуып етергә мөмкинлек бирмәйҙәр.

Башта улар миңә һары карточка күрһәттеләр, ә һуңынан тик грек спортсыһын ҡыуып етергә кәрәкмәй тип иҫкәрттеләр.

— Олимпиада Иванова

Рәсәйле Афанасияны ярыштан төшөрөп ҡалдырҙылар һәм уға уны ҡыуып үтергә мөмкинлек бирҙеләр, тип уйлай. Әммә Цумелека финишҡа барып етә һәм алтын миҙалды ала. Рәсәйҙең еңел атлетика Федерацияһы протест бирмәҫкә ҡарар итә[2]

2005 йылда донъя чемпионатында Афанасия квалификацияһыҙлана. Пекинда Олимпия уйындарында ул 9-сы була. Әммә 6 августа үткәрелгән допинг-тест һөҙөмтәләре буйынса, уның һейҙегендә эритропин табалар һәм еңел атлетсыны ваҡытлыса ярыштарҙан ситләтәләр. 2009 йылдың 17 ғинуарында спортсы карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итә, 29 апрелдә уның допинг-өлгөһө ыңғай һөҙөмтә бирә һәм 18 ноябрҙән Халыҡ-ара олимпия комитеты Афанасияны квалификацияһыҙлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Олимпиада. Анонс на пятницу  (рус.). Rambler-Афины2004. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 февраль 2013. 23 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  2. Сборную не могут защитить от судей  (рус.). KM.RU Спорт. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 февраль 2013. 23 ғинуар 2013 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]