Әхмәтвәлиев Линар Миниғаян улы
Уҡыу көйләүҙәре
(Ахметвалиев Линар Минигаянович битенән йүнәлтелде)
Әхмәтвәлиев Линар Миниғаян улы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Стәрлетамаҡ ҡалаһы |
Һөнәре: |
актёр |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: | |
Театр: |
Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры |
Наградалары: |
Әхмәтвәлиев Линар Миниғаян улы (5 август 1959 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Линар Миниғаян улы Әхмәтвәлиев 1959 йылдың 5 авгусында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
1985 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Л. В. Вәлиев курсы) тамамлай.
1989 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй.
Үҙен режиссёр эшендә һынап ҡарай, 1989 йылда Өфөнөң йәш тамашасылар театрында П. Высоцкий һәм О. Колчинскаяның «Трамвайҙы кем урлаған?» спектаклен ҡуя.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лауренсьо («Дурочка», Лопе де Вега; дебют, 1994)
- Пердикан («Мөхәббәт менән шаярмайҙар», А. де Мюссе)
- Канцлер («Петрушка и Витязь», О. Проклов)
- Диодор («Божий дар», Н. Воронов)
- Беренсе министр («Голый король», Е. Л. Шварц)
- Илья («Ночевала тучка золотая», А. И. Приставкиндың шул уҡ исемле повесы буйынса)
- Ашнаҡсы («Мамаша Кураж и её дети» Б. Брехт)
- Тригорин («Аҡсарлаҡ», А. П. Чехов)
- Пугачев («Салауат», М. Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» трагедияһы буйынса)
- Антонио («Чума на оба ваши дома», Г. И. Горин).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2001)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009)
- «Күңелле кәзә» Бөтә Рәсәй театр кисәләре фестивале лауреаты (1994; Түбәнге Новгород)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А.А.Балгазина. Әхмәтвәлиев Линар Миниғаян улы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
- Сагитова Айсылу Детская радость — это абсолютная ценность/ Линар Ахметвалиев // Журнал «Страстной бульвар, 10». — 2009. — № 4—124.