Эстәлеккә күсергә

Ацкури сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ацкури сиркәүе
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Ацкури сиркәүе Викимилектә

Ацкури йәки Ацкури Успение сиркәүе ( Грузия,ტაძარი სახელობის მიძინების აწყურის ღვთისმშობლის) - Ацкури ауылында урта быуат хараба соборы, Грузияның Ахалцихе муниципалитетында урынлашҡан. Башта X һәм XI быуаттарҙа төҙөлгән, 1283 йылдағы ер тетрәүҙән һуң яңынан төҙөлгән. Көнсығыш яғында өс апсидаһы менән тәре-көмбәҙле сиркәү. 2016 йылда сиркәүҙе реставрациялау буйынса тулы проекты эшләй башлай. Сиркәү Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исемлегендә теркәлгән[1]

Тарихы һәм архитектураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тергеҙеү планы 2015 йылда раҫлана.
1885 йылда көнбайыш яғының емереклектәре.

Сиркәү Кура йылғаһының уң ярындағы ҙур булмаған тау итәгендә урынлашҡан. Төҙөлөштөң ике этабын билдәләргә мөмкин, беренсеһе X һәм XI быуаттарға ҡарай, ә киләһе төҙөлөш ун өсөнсө һәм ун дүртенсе быуаттарға тап килә[2]. Һуңғыһы 1283 йылда көслө ер тетрәүҙән һуң була. Ацкури христиандарҙың урта быуатта иң мөһим үҙәктәренең береһе, Месхетия провиницяһында епископтың резиденцияһы һәм хөрмәтле Богородица Одигетрия иконаһының йорто була. Урта быуаттың грузин йылъяҙмаларына ярашлы иконаны унда апостол Андрей алып килә, һәм ер тетрәү ваҡытында емерелгән сиркәүҙең көмбәҙе аҫтында мөғжизәле рәүештә зыян күрмәй. XVI быуат аҙағында икона Гелати монастырында үҙ урынын таба, унан 1952 йылда Тбилисиҙағы Грузияның Милли музейына килтерелә[3]

Ацкури иконаһы


1578 йылда ғосмандар баҫып алып ислам дине килгәндән һуң сиркәү яраҡһыҙ була һәм ер тетрәүҙән һәм быуат һуғыштарынан һуң инде ун туғыҙынсы быуатҡа тиклем бөтөнләй ташландыҡ хәлгә килә[4]

Советтар Союзының һуңғы йылдарында, 1990 йылда, Ацкури христиан мираҫына ҡыҙыҡһыныу уяна, студент-ирекмәндәр бер нисә археологик тикшеренеүҙәр үткәрә, һәм Грузия хөкүмәте 2016 йылда уны тергеҙеү буйынса күләмле проект башлай.[5][6]

Быға тиклем бина харабаға әйләнгән: көмбәҙе, түшәмдәре һәм бейек диуарҙары емерелгән. Алтарҙың өлөшө, уның ике яғында апсидалары һаҡланып ҡалған. Эске диуарҙарында йыһаздарының фрагменттары ҡалған. Сиркәүҙе биҙәгән таштарҙы ауыл буйлап табырға мөмкин, уларҙы кешеләр үҙ торлаҡтары өсөн ташып алған.[7]

Археологик ҡаҙыныуҙарҙа унынсы быуат сиркәүе кеүек үк төрлө биналарҙың ҡалдыҡтары, шулай уҡ урта быуат яҙмалары менән осраҡлы харабалар табылған. Собор эсе һәм тирә-яғы емереклектәрҙә.[8]

  1. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgià). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. [Consulta: 25 juliol 2019].
  2. Licheli, Vakhtang. «St. Andrew in Samtskhe—Archaeological Proof?». A: Mgaloblishvili. Ancient Christianity In The Caucasus: Iberica Caucasica, vol. 1. Routledge, 1998, p. 30-31. ISBN 0-7007-0633-X
  3. Kavlelashvili, Elene. «Ацкурская икона Божией Матери [Atsquri icon of the Theotokos]». A: Orthodox Encyclopaedia, vol. 4 (en rus). Moscow: Pravoslavnaya Entsiklopediya, 2002, p. 223–224. ISBN 5-89572-009-9.
  4. Beridze, Vakhtang. Architectural monuments of Samtskhe (en georgià), 1970, p. 46-49, 51-52.
  5. Mujiri, Kristine «როგორი იქნება აწყურის XI-XIV საუკუნის ეკლესია რეაბილიტაციის შემდეგ» (en georgià). , 26-01-2018 [Consulta: 25 juliol 2019].}
  6. «Historic Atskuri fortress and church restored in Georgia’s south-west». , 01-06-2016 [Consulta: 25 juliol 2019].
  7. Beridze, Vakhtang. Architectural monuments of Samtskhe (en georgià), 1970, p. 46-49, 51-52. Был һылтанма биттә 2 тапҡыр ҡулланыла.
  8. «Archaeologists discover early medieval site in southwest Georgia». , 28-06-2016 [Consulta: 25 juliol 2019]