Ағас кеше
Уҡыу көйләүҙәре
(Ағас Кеше битенән йүнәлтелде)
Ағас кеше |
Ағас кеше (әзерб. ağac adam, «мәшә әҙәм», «урман кешеһе») — балҡар һәм әзербайжан мифологияһы персонажы[1].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балҡар һәм әзербайжан мифологияһында тау урмандарында йәшәгән мифик зат. Уны ир ҙә, ҡатын да була тип һанайҙар, кеше менән маймыл араһындағы ҡиәфәтле, бик һаҫыҡ еҫле итеп күҙаллағандар. Ағас кеше ашарға эҙләп, төндәрен кешеләр ташлаған иҫке кейемдәрҙе кейеп, емеш-йәшелсә баҡсаларына килә тип һанала. Ҡайһы бер белгестәр фаразы буйынса, ул урыҫтарҙың «ҡар кешеһе» персонажына яҡын[2].
Башҡорт һәм татар халыҡтары ижадында уға оҡшаған персонаж — шүрәле бар. Шүрәле кешеләрҙе ҡытыҡлап үлтерә тигәндәр. Ғабдулла Туҡайҙың «Шүрәле» тигән атаҡлы әҫәре нәҡ шул ерлектә яҙылған[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мифы народов мира. Энциклопедия. Т.1. «Советская энциклопедия», 1991. ISBN 5-85270-016-9
- ↑ Кавказская мифология/Азербайджанская мифология — Агач Киши
- ↑ https://tt.wikipedia.org/wiki/%D0%A8%D2%AF%D1%80%D3%99%D0%BB%D0%B5
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Азербайджанские сказки, мифы, легенды». Библиотека азербайджанской литературы в 20-ти томах. Азербайджанское Государственное Издательство. Баку, 1988 год.
- «Азербайджанские народные сказки». Издательство Изограф, Изографус Издательство, 2004 год.
- Мифологический словарь/ Гл. ред. Е. М. Мелетинский. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — 672 с.
- Мифы народов мира (энциклопедия). / Под ред. С. А. Токарева. — М.: Советская энциклопедия, 1987. — т.1 — 671 с.
- ОНОМАСТИЧЕСКАЯ ЛЕКСИКА АЗЕРБАЙДЖАНСКОЙ МИФОЛОГИИ. Шабанова Шахназ Гилаловна. Махачкала 2004 г.(недоступная ссылка)
- Фарид Алекперли. Тысяча и один секрет Востока, т. II, c.9