Эстәлеккә күсергә

Аҙау порты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сауҙа диңгеҙ порты
Фотография
үткәреү мөмкинлеге

10 134,4 тыс. тн[1]

навигация осоро

яҙ-йәй-көҙ

Өҫтәмә мәғлүмәт
порт капитаны

[2]

яҡындағы порттар порты

Таганрог, Дондағы Ростов

яҡындағы тимер юл станцияһы

Аҙау

яҡындағы аэропорт

Дондағы Ростов

[1]

Аҙау диңгеҙ порты - Ростов өлкәһендә,  Дон һәм Азовка (Дон ҡушылдығы) йылғалары ярында урынлашҡан ҡала.Рәсәй Көньяғындағы иң оло порттарҙың береһе[3].

Аҙау диңгеҙ порты Дон тамағынан ун биш километр алыҫлыҡта, төньяҡтан көньяҡҡа йөктәр күсереп йөрөтөүгә тәғәйенләнгән 9-сы  интермодаль коридор һыҙығында урынлашҡан. Аҙау порты Урта диңгеҙҙе Рәсәйҙең эске һыуҙары һәм Каспий менән тоташтырыусы «төп ҡапҡа» булып тора. Әлеге моментта портҡа яҡынлатыусы Каспий бассейнын Аҙау бассейны менән тоташтырыусы каналды 8,5 метрға тәрәнәйтеү проекты әҙерләнә.

Порт шулай уҡ Эске Һыу Транспорт Системаһына (ВВТС) инеү ҡапҡаһы ла булып тора. ВВТС Волга-Дон каналы аша артабан Каспий диңгеҙенә, Иҙел һәм төньяҡ йылғалар системаһы аша Волга-Балтиҡ һәм  Беломорканал каналдары Балтиҡ һәм Аҡ диңгеҙҙәр менән тоташа. Был Рәсәйҙең европа өлөшөндә урынлашҡан сәнәғәт үҙәктәренә «йылға-диңгеҙ» (4 метрға тиклем осадкалы) тибындағы 3000 т ― 5200 т  йөк йөрөтөүгә иҫәпләнгән, Аҙау диңгеҙе аша Рәсәйҙең эске һыуҙарын  Ҡара һәм Урта диңгеҙ[4] менән бәйләүсе суднолар утеү өсөн бик уңайлы һыу юлы.

Ҡәлғәне Бөйөк Пётр төрөктәрҙән азат иткән осорға, XVIII быуат башына, Аҙауҙы  тәүләп телгә алыу тура килә.

1865 йылда Аҙау диңгеҙе еңе тәрәнәйтелгән, ә  1888 йылда ― йылға яры таш менән нығытылған.

1904 йылда порт администрацияһы тәғәйенләнгән.

Порттың тауар әйләнеше нигеҙен ул ваҡытта ашлыҡ, ҡаҡланған балыҡ һәм ыуылдырыҡ тәшкил иткән. Һуңғараҡ аҙау порты аша ҡала һәм регион мәнфәғәттәренә яуап биргән ағас һәм ҡом, ваҡ таш һәм башҡа төҙөлөш материалдары (тейәлә торған йөк) үткәрелгән.

1992 йылға саҡлы Аҙау порты Волга-Дон Пароходлығы составына ингән.

1992 йылдан Порт үҙ аллы предприятие статусына эйә булған.

1993 йылда Порт «Аҙау диңгеҙ порты» акционер йәмғиәте тип үҙгәртеп ҡоролған.

1994 йылдың декабрендә РФ Хөкүмәте Распоряжниеһына ярашлы, порт халыҡ-ара  статусы алған һәм башҡа дәүләттәрҙең[5] суднолары иеүгә асыҡ булған.

Портта эшкәртелгән суднолар Ҡара һәм Урта диңгеҙ акваторияларында эшләйҙәр, Дунай буйлап Үҙәк Европа илдәренә барып етә алалар. Порт аша Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа, Төньяҡ  Африка һәм Яҡын Көнсығыштың йөктәре үтә, тейәп-бушатыла. Портта сик буйы, таможня, санитар, ветеринар һәм карантин хеҙмәттәре[6] эшләй.

Аҙау портының тейәү-бушатыу комплексына 11 причал[7] ҡарай.

Порт генеральный һәм тейәлә торған йөктәргә: күмер, металл, урман, иген, ашлама, төҙөлөш  материалдары, тара-берәмек йөктәргә махсуслашҡан. Контейнерҙарҙы бушатыу ҡоролмалары бар.

Һуңғы ваҡытта яңы йөк ағымы, атап әйткәндә, балсыҡ-ер, цемент тейәү-бушатыу үҙләштерелгән..

Йөк тейәү-бушатыуҙан башҡа порт пассажир диңгеҙ һәм йылға судноларын ҡабул итә.

Аҙау диңгеҙ порты территорияһының дөйөм майҙаны 24 гектарҙан артығыраҡ:

  • үҙәк йөктәр районы – 5,9 га
  • яңы йөк причалдары ("яңы" порт территорияһы) – 17 га
  • йөк участкаһы «Лоцпост» ― 1,2 га
  • Шыйыҡлатылған углеводород терминалын (СУГ) төҙөү маҡсатында участка бүленгән ― 36 га
  • Ауыл хужалығы продукцияһын тейәү-бушатыу Терминалы «Луис Дрейфус Коммодитиз Восток»
  • Иген терминалы ООО "Промэкспедиция" (ЯСЙ)
  • Иген терминалы ООО "Аҙау порт элеваторы" (ЯСЙ)
  • Нефть ағыҙыу терминалы ЗАО "Азовпродукт" (ЯАЙ)
  • Нефть ағыҙыу терминалы ООО "ДонТерминал" (ЯСЙ)
  • Аҙау балыҡ заводы
  • Аҙау диңгеҙ порты

Порттағы йөк әйләнеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2009: 4,684 млн.т
  • 2010: 4,273 млн.т
  • 2011: 4,8 млн.т
  • 2012: 5,1 млн.т (+6,2%)
  • 2014: 6,3 млн.т (+13,4%)
  • 2015: 7,1 млн.т (+5,2%)
  1. Морской порт Азов (doc). Росморречфлот (31 март 2014). Дата обращения: 2016-1-4.(недоступная ссылка)
  2. Капитан морского порта Азов. Дата обращения: 5 июнь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Порты Азов и Ростов-на-Дону окончательно признаны морскими. Дата обращения: 17 декабрь 2012. Архивировано 19 ғинуар 2013 года.
  4. Азовский морской порт - География. www.azovseaport.ru. Дата обращения: 14 февраль 2017. 2017 йыл 3 февраль архивланған.
  5. Азовский морской порт - История компании. www.azovseaport.ru. Дата обращения: 14 февраль 2017. 2017 йыл 23 апрель архивланған.
  6. Азовский морской порт. Дата обращения: 17 декабрь 2012. Архивировано 19 ғинуар 2013 года.
  7. http://www.azovseaport.ru/characteristics/.