Аҡбауыр турғай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аҡбауыр турғай
Аҡбауыр турғай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Ҡоштар
Суб-класс: Новонёбные
Отряд: Турғай һымаҡтар
Подотряд: Һайраусы турғайҙар
Ғаилә: Аҡбауыр турғай
Ырыу: Ҡыҙылтүштәр
Төр: Аҡбауыр турғай
Латинса исеме
Fringilla montifringilla Linnaeus, 1758
ITIS 179167
NCBI 36255
Аҡбауыр турғай

Аҡбауыр турғай (Вьюрок, йәки юрок) (лат. Fringilla montifringilla) - Европала һәм Азияла йәшәй торған, ата турғайҙарының төҫө йылтыр ҡара, аҡ һәм ҡыҙыл-көрән аралаш ала булған турғай.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Турғай ҙурлыҡ. Яҙлы-йәйле йоплашып (парлашып), көҙлө-ҡышлы тупланып йөрөйҙәр. Ата ҡоштоң башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара. Өҫ яҡтан ҡойроҡ төбө, ҡорһағы, ҡанаттарының сите. аҡ. Түшендә, яурындарында, ҡанаттарында нәҙек ҡыҙғылт һыҙыҡтар бар. Инә ҡош тоноғораҡ төҫтә. Алағанат турғайҙан ҡара башы, аҡ ҡорһағы менән айырыла. Тауышы киҫкен; «шжәәә», осҡанда «тк-тк-тк» тигән тауыштар сығара, һайрауы дауамлы: «кжжж». Ҡайынлы урмандарҙа йәшәй. Бөжәктәр, ағас һәм үлән орлоҡтары менән туҡлана, йылы яҡҡа_китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй. Бик һирәк осрай. Ҡыш күбәйә төшә. Ағаста оялай. Көрән таплы 4—6 йәшкелт зәңгәр йоморт¬ҡаһы була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Ҡоштар Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.