Аҡбулат мәмерйәһе
Аҡбулат мәмерйәһе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Аҡбулат мәмерйәһе (рус. Сказка) — Рәсәй Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы «Алтын Солоҡ» заказнигы. биләмәһенә ҡараған мәмерйә. Шүлгән мәмерйәһенән түбәнгә ҡарай 2,5 км түбәндәрәк, Аҡбулат ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 200 м тирәһе алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһы үҙәненең уң ярында урынлашҡан.
Ярҙан мәмерйә ауыҙына 600 м тирәһе оҙонлоҡта һуҡмаҡ һалынған.
Ҙур убала айырым торған ике кәкере ҡарағай күренә. Ошо ике ағас эргәһендә өңгә оҡшаған мәмерйәгә инеү урыны бар.
Тәбиғәте буйынса девон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән карст мәмерйәһе.
Мәмерйә эсендә төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә ҡыуышлыҡтар китә[1].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйә диуары девон осорона[1] ҡараған эзбизле тоҡомдарҙан тора.
Мәмерйә иҙәне өҫтән шыйыҡ балсыҡ менән ҡапланған.Ҡайһы бер ҡыуыштарҙа күлдәр, драпировкалар, кальциттан барлыҡҡа килгән минераль төҙөлөштәр, шарлауыҡтар бар.. Һарҡынды менән ҡапланған диуарҙар, сталактиттар, сталагмиттар, гелектиттар, гурҙар осрай. Мәмерйәнең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә стеналарҙы, түбә һәм иҙәнде мондмильх — паста һымаҡ кальцит массаһы ҡаплаған.
Арка рәүешендәге мәмерйә ауыҙының бейеклеге — 0,8 м, киңлеге— 1,2 м. Ағиҙел йылғаһы кимәленән 80 м бейеклектә тау нигеҙендә урынлашҡан. Мәмерйәгә инә торған урыны ҡоро.
Мәмерйәнең оҙонлоғо —1160 м, уртаса киңлеге —1,3 м, уртаса бейеклеге —2 м, тәрәнлеге —18 м, майҙаны— 2 мең кв.м, күләме— 4 мең куб.м.
Мәмерйәгә инеү урынынан төньяҡ йүнәлештә киткән 50 м оҙонлоғондағы юл ауыҙға алып бара. Көньяҡ-көнсығыш йүнәлештәге 25 м оҙонлоғондағы юл— Алғы ҡыуышлыҡҡа алып бара.
Алғы ҡыуышлыҡтың оҙонлоғо —30 м, киңлеге —10 м, бейеклеге— 4 м. Унан 20 м тиклем оҙонлоҡта һигеҙ юл тармаҡлана.
Инеү урынынан 25 м алыҫлыҡта ауыҙ киңәйеп диаметры 7 м, бейеклеге 2 м-ға тиклем булған Ҡунаҡ бүлмәһе ҡыуышлығына алып сыға.
Түбәләге тар ярыҡ бейеклеге —8 м, оҙонлоғо —15 м, киңлеге 5 м-ға тиклемге Аш бүлмәһе ҡыуышлығына алып бара.
Ҡыуыштың көнсығыш стенаһындағы оҙонлоғо 25 м юлдар диаметры — 15 м, бейеклеге 12 м емерек Тамсылы ҡыуышына күсә.
Ҡыуыштарҙа һауа температураһы йәйен 5°С. Ҡышын мәмерйәнең көньяҡ өлөшө туңа.
См. шулай уҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әкиәт мәмерйәһе Спелеоатлас
- Аҡбулат мәмерйәһе
- Аҡбулат мәмерйәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Пещера Сказка Республика Башкортостан, Бурзянский район
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Соколов Ю.В. Сказка (пещера) // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.