Эстәлеккә күсергә

Аҡнаҙар хан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡнаҙар хан
ҡаҙ. Хақ-Назар-хан
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1509
Тыуған урыны Ҡаҙаҡ ханлығы
Вафат булған көнө 1580
Вафат булған урыны Туркестан[d]
Атаһы Касым-хан[d]
Әсәһе Ханык Султан Ханым[d]
Бер туғандары Мамаш-хан[d]
Нәҫеле Сыңғыҙиҙар
Биләгән вазифаһы хан Казахского ханства[d]

Аҡнаҙар хан (Хакназар-хан, ҡаҙ. Хақ-Назар хан) — Ҡаҙаҡ ханлығы ханы, 1538−1580 йылдарҙа, Ҡасим хан улы. Үҙ-ара талаш-тартыштан һуң ханлыҡты тергеҙеү осорон Аҡнаҙар исеме менән бәйләйҙәр, ул хакимлыҡ иткән осорҙа дәүләттең эске һәм тышҡы сәйәсәтендә үҫеш күҙәтелә.

Аҡнаҙар хан — Ҡасим хан һәм Ханыҡ Солтан Ханымдың улы. Таһир хан һәм Буйҙаш хан хакимлыҡ иткән заманда Аҡнаҙар Нуғай Урҙаһы мырҙаларының[1] береһендә йәшәй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр билдәләүенсә, 1550 йылдарҙа Аҡнаҙар хан етәкселегендә Ҡаҙаҡ ханлығын тергеҙеү күҙәтелә, уның хакимлығы 30 йылдан ашыу дауам итә.

Аҡнаҙар хан 1538 йылда Сығанаҡ ҡалаһында Ҡаҙаҡ ханлығы тәхетенә ултыра. Хәсән-бәк Румлуның «Әҡсән ат-таварих»ында һижри йыл иҫәбе буйынса (1548/1549 йылдар) 955 йылда Аҡнаҙарҙың төркмәндәр менән алышы тасуирлана: Аҡнаҙар, Амударъя аша сығып, Пул-и Хатунда Ҡаҙаҡ (Герат хакимы Мөхәммәт-хан Шәрәф-әд-дин-уғлы) менән һуғыша, был алыш Аҡнаҙарҙың еңелеүе менән тамамлана.

Сығанаҡтарҙа яҡынса 1556 йылда (теүәл датаһы аталмай) «ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ ханы» Аҡнаҙар менән һуғышта могулдарҙың еңелеүе тураһында әйтелә. Әбд әр-Рәшит хан улы Әбд әл-Латифтың ҡаҙаҡтарға һәм ҡырғыҙҙарға барымтаһы тураһында һәм уның һәләк булыуы тураһындағы мәғлүмәт Шах Мәхмүт чорас «Хроника»һында, аноним авторҙың «Тарих-и Ҡашғар»ында, Мәхмүт ибн Вәлиҙең "Бахр әл-асрар"ында һәм башҡа сығанаҡтарҙа бар. Әммә «Тазкир-йи Хужа Мөхәммәд Шәриф» әҫәрендә ҡаҙаҡтар бөтөнләй телгә алынмай, унда һүҙ Әбд әл-Латиф солтандың Ҡара-Тегинда йәшәгән ҡырғыҙҙарға һөжүме тураһында бара[2].

Улының үлеме тураһында белеп ҡалғас, Әбд әр-Рәшит ярҙам һорап Наурыҙ Әхмәт ханға (Бараҡ ханға) мөрәжәғәт итә һәм һуғышҡа әҙерләнә башлай. Мәхмүт ибн Вәли артабанғы һуғыш урыны — Ысыҡ-Күл, Шаһ Мәхмүт чорас — Эмиль, «Тарих-и Ҡашғар» — Иртыш тигән фекер ҡалдыра. Ошо авторҙар хикәйәләүенсә, Әбд әр-Рәшит ҡаҙаҡтарҙы һәм ҡырғыҙҙарҙы ҡыуып етә. Төрлө авторҙар ҡаҙаҡ хандарын төрлө исем менән атай. Шаһ Мәхмүт чорас буйынса ҡаҙаҡ ханы Аҡнаҙар була, һәм ул шул алышта һәләк була (әммә Хафиз Таныш Аҡнаҙар исемен күпкә һуңыраҡ — 1580 йылда иҫкә ала).

Ул ваҡытта нуғай мырҙалары Мәскәүгә ҡаҙаҡтар тураһында йыш яҙа, был да Аҡнаҙар хакимлығындағы ҡаҙаҡтарҙың сәйәси әүҙемлегенең үҫеүен күрһәтә. Мәҫәлән, 1557 йылда нуғай мырҙаһы Исмәғил Иван IV батшаға зарлана.

1569 йылда батша Иван IV нуғай мырҙаларына ебәргән илсеһе Семен Мальцев та шул турала яҙа.

Шул уҡ ваҡытта Аҡнаҙар хан шибанид Күсемгә ҡаршы һуғыш алып бара, был алыштарҙа уңыш йә береһе, йә икенсеһе яғында була. Мәскәү батшаһы илсеһе Иван Поздеев менән әңгәмә барышында ла Күсем үҙ хакимлығы тураһында ышаныслы һүҙ әйтә алмай, был да уның өсөн Аҡнаҙарҙың етди дошман булыуы тураһында һөйләй.

Ҡаҙаҡ ханлығы территорияһын киңәйтеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт риүәйәттәренә ярашлы, башҡорттар ҙа Аҡнаҙар ханға буйһонған. Рычков яҙмаларында ла был турала һүҙ бара.

Аҡнаҙар хан хаким иткән дәүерҙә Ҡаҙаҡ ханлығы һәм Мәскәү араһында сауҙа һәм сәйәси бәйләнештәр урынлаштырыла, 1570-се йылдар аҙағында уның менән батша араһында «тыныслыҡ» хөкөм һөрә. Ағалы-ҡустылы Строгановтарҙың ныҡышмалы үтенесе буйынса Иван Грозный 1573 йылда Третьяк Чебуков етәкселегендәге рус илселәре алдына Ҡаҙаҡ ханлығы менән бәйләнеш урынлаштырып ҡына ҡалмай, ә себер ханы Күсемгә ҡаршы хәрби союз төҙөү бурысын да йөкмәтә. Нуғайҙарҙағы рус илсеһе, бояр Борис Доможировтың улы, 1577 йылда Иван Грозныйға хәлдәрҙең торошо тураһында хәбәр еткерә.

Аҡнаҙар хан бөтә ҡаҙаҡ далаһын үҙенә буйһондороп ҡына ҡалмай, ә күрше дәүләттәр менән дә ҙур һуғыштар алып бара. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул Могулистандың ғәскәрен ҡыйрата, 1554 йылда ойраттарҙы тар-мар итә. Ҡырғыҙҙарҙың бер өлөшө Аҡнаҙарҙы үҙҙәренең ханы тип таный. Ул шулай уҡ бер нисә тапҡыр Мавераннаһр хакимдары ғәсҡәрен дә еңә. Аҡнаҙарҙың отрядтары, үтеп барыусы бөтә ҡарауандарҙан һалым түләтеп, Ташкентты ла даими хәүеф аҫтында тота. 1535 йылда рус вәкиле Данила Губин ставкаға шундай хәбәр ебәрә: «Ғәли йәнәптәре, бында казактарҙың көслө булыуын таныйҙар, Ташкент хакимдары улдары улар менән ике тапҡыр һуғышыуҙары һәм казактарҙың уларҙы үлтереүҙәре тураһында ла беләләр». Аҡнаҙар хандың Себер ханы Күсемгә (Кошим) ҡаршы яу асыуы арҡаһында, Күсем хан рус хакимдары һәм Урта Азия хандары араһынан союздаштар эҙләргә мәжбүр була. Аҡнаҙар хан дәүерендә Ҡаҙаҡ ханлығы сиктәре Волганан Уралға (Яйыҡҡа) тиклем киңәйә. Төркөстан, Сығанак, Сауран, Сайрам, Тараз ҡалалары Аҡнаҙар хаким иткән ваҡытта Ҡаҙаҡ ханлығы составына инә. Иван Грозный Аҡнаҙарҙы бөйөк хаким тип таный һәм 1573 йылда уға үҙенең тәүге илсеһен ебәрә. Әммә Күсем хан отрядтарына юлда әсирлеккә эләгеү сәбәпле, илсе Аҡнаҙарға барып етә алмай. Шуға ҡарамаҫтан 1574 йылда Иван Грозный сауҙагәр Строгановтарға ҡаҙаҡтар менән пошлинаһыҙ сауҙа итеү хоҡуғы биргән грамота бүләк итә. Мәскәү һәм Ҡаҙағстан араһында сауҙа бәйләнештәре урынлашыу менән сәйәси мөнәсәбәттәр ҙә яйға һалына. Аҡнаҙарҙың улы Дин-Мөхәммәт солтан бер ни тиклем ваҡыт Ташкентта һәм Хиуала хакимлыҡ итә.

Ҡаҙаҡ ханлығының башҡа дәүләттәр менән мөнәсәбәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡнаҙар хан идара иткәндә Ҡаҙаҡ ханлығы башҡа дәүләттәр менән дипломатик мөнәсәбәттәргә эйә була. рус архив документтарында ҡаҙаҡ хакимдарының Ҡырым ханлығы менән дипломатик мөнәсәбәттә булыуы тураһында һөйләргә мөмкинлек биреүсе мәғлүмәттәр бар.

Аҡнаҙар хандың Шейбанидтар менән мөнәсәбәттәре төрлөсә була — хәрби бәрелештәр хеҙмәттәшлек һәм дуҫлыҡ осорҙары менән алмашынып тора. Бигерәк тә шейбанид Абдулла хан II менән яҡынайырға теләй. Абдулла хан II һәм Наурыҙ-Әхмәттең улы Баба солтан араһында бәрелеш мәлендә Аҡнаҙар Абдулла хан II яғында була[3].

Аҡнаҙарҙың ярҙамы Баба солтан фетнәһен баҫтырыуҙа хәл иткес роль уйнай. 1579 йылдың авгусында Абдулла хан II Баба солтан менән солох килешеүе төҙөй. Әммә Баба солтан ҡаҙаҡ солтандары менән яҡыная, Йасса һәм Сауран виләйәттәрен уларға бирә, артабан улар бергә бохар биләмәләренә баҫҡынсылыҡ һөжүме менән барыу мөмкинлегенә эйә була. Шул уҡ ваҡытта, Баба солтан Бузахурға Аҡнаҙарҙы табып үлтереүҙе йөкмәтә.

Әммә бер генә сығанаҡта ла Аҡнаҙарҙың үлеме тураһында мәғлүмәт юҡ. 1580 йылдың майынан һуң сығанаҡтарҙа Аҡнаҙар хан тураһында яҙылмай, ә уның ике туған ҡустыһы Аджи-Гәрәй Шигай-хан ҡаҙаҡ ханы тип атала.

  • Абусеитова М. Х. Казахское ханство во второй половине XVI века / Академия наук Казахской ССР. Институт Истории, Археологии и Этнографии им. Ч. Ч. Валиханова. — Алма-Ата: Наука, 1985. — 104 с.

Элек эшләүсе:

Тугум хан

Ҡаҙаҡ ханы

15381580

Алмашҡа килеүсе:

Шығай хан