Аҡсакүл (ауыл)
Аҡсакүл | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Бәгәрәктамаҡ ауыл биләмәһе[d][1] |
Почта индексы | 456700 |
Аҡсакүл — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Бәғерәктамаҡ ауыл биләмәһе составына ингән ауыл,
1929 йылда бында «Магнитола» колхозы барлыҡҡа килә[2].
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атамаһы башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа таралған төрки ир-ат исеме Аҡсаҡул, Аҡсағол һәм Аҡсаҡай, нигеҙендә аҡса (башҡортса) — «деньги» һәм нигеҙгә ҡушылған ир-ат исеменең типовой компоненты, нигеҙгә ҡушыла ҡол (ҡул, ғол) — «ҡол», «тотҡон», рус телендә күл — «күл» һүҙенән һәм исемгә иркәләү оттеногы биреүсе исем яһаусы -ҡай аффиксы тип ҡабул ителгән. Был исемдәр ошо исем эйәһе аҡсалы, бай, мөлкәтле булһын тигән теләктән ҡушыла.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Райондың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Кесе Аҡсакүл (исеме шунан) күле буйында урынлашҡан. Ҡоншаҡҡа тиклем алыҫлығы — 75 км.
Ҡоншаҡ районында тағы ла Аҡсакүл күле бар; Силәбе өлкәһенең Эткүл районында Аҡсаҡай күле бар.
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Климаты уртаса континенталь. Һауа торошо ҡапыл үҙгәреүсән, Урал тауҙары Рәсәйҙең Европа өлөшөнән килгән һауаның үтеп инеүенә ҡамасаулай, шуның өсөн бында һалҡын Арктика һауаһы ла, Урта Азияның ҡоро һәм эҫе һауаһы ла еңел үтә. Һөҙөмтәлә һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе йыш күҙәтелә.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[3] | 2010[4] |
66 | ↘62 |
(1958—291, 1970—190, 1983—109, 1995 йылда — 92 кеше)
2002 йылғы йәниҫәп буйынса күпселекте алып тороусы халыҡтар: урыҫтар (74%), башҡорттар (26%).[5]
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баҡса урамы
- Үҙәк урам
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ posu
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ 2002 йылғы йәниҫәп алыу мәғлүмәте. 2018 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.