Эстәлеккә күсергә

Аҡҡош башҡорт мифологияһында

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡҡош башҡорт мифологияһында
Рәсем

Башҡорт мифологияһында аҡҡош — мөғжизәле сифаттарға эйә булған, кеше ҡиәфәтенә инә алған, бәндәләрҙе ҡурсалаған hәм яҡлаған, ҡояшты сағылдырған илаhи ҡош. Аҡҡош ҡатын-ҡыҙҙар символикаһына эйә, юғары донъя менән бәйле[1].


Тотемизм — исламға тиклем башҡорттарҙа дини инаныуҙарҙың бер элементы. Башҡорттар торна, аҡҡош, күгәрсен, ҡоҙғон һ. б. изге ҡоштар тип инанған[2]. Тотем ырыуҙың боронғо мифик башлығы йәки үлгән ата‑бабалар рухының кәүҙәләнеше булараҡ ҙурланған.

«Урал батыр» эпосында төп персонаждарҙың береhе аҡҡош-ҡыҙ Һомай — ҡоштар һәм ҡоштар батшаһы Самрауҙың ҡыҙы, шулай уҡ Урал батырҙың өс ҡатынының береһе, башҡорт халҡын тыуҙырған инәһе (Һомай инә); тоғролоҡ, матурлыҡ символы. Ул бер аҡҡошҡа, бер сибәр ҡыҙға әйләнә. Уның әхирәттәре — башҡа аҡҡоштар ҙа ошондай уҡ hәләткә эйә була. Әсәһе Һомайҙы тере Йәншишмә һыуы менән йыуғандан һуң, уға үлемһеҙлек бүләк итә, аҡҡош башҡорт мифологияһында бәхет ҡошо һанала. Әсәһе эргәһендә күк йөҙөндә, йә атаһы биләмәһендә — ерҙә йәшәй, аҡҡош йәки алтынһыу сәсле ҡыҙ ҡиәфәтенә инә ала.

Бындай эпизодтар башҡа ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрендә лә күҙәтелә. Әйтәйек, «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосында Иҙеүкәй Һатҡы күлендә Һыуһылыуға әйләнеү сифатына эйә аҡҡошто осрата. Ошо уҡ хикәйәттә һүрәтләнеүенсә, инә аҡҡош үҙенең балаһының ҡош кейемен һыпырып алhа, ул сабыйға әүерелә лә ҡуя. «Юрматы ҡәбиләhе» тигән хикәйәлә Юрмый хандың берҙән-бер улы hунарҙа аҡҡош атып алам тип уғын тоҫҡауы була, теге аҡҡош бик hылыу ҡыҙға әйләнә. «Майсәрүәр» әкиәтендә 12 аҡҡош, ҡанаттарын һалып, ҡыҙҙар ҡиәфәтенә инә. Һомғол буйлы ҡыҙҙарҙы аҡҡош менән сағыштырыу халыҡта әле лә бар[1].

Фольклорҙа кеше лә аҡҡошҡа әүерелә ала. Төрлө халыҡ ижады өлгөләренән күренеүенсә, ҡыҙҙар ғына түгел (Күк һыйыр риүәйтәе), ир-егеттәр ҙә аҡҡошҡа әүерелә алған. Тимәк, башҡорттар борон кеше менән аҡҡоштоң берлегенә ышанған. Икенсе яҡтан, башҡорттар аҡҡоштарҙың кешенән барлыҡҡа килеүенә инанған, был түбәндәге ситләтелгән дәлилдәрҙә асыҡ күренә. Улар, имеш, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыуҙың ҡәбере өҫтөндә үҫкән алмағастарҙың һутынан барлыҡҡа килгән (хикәйәттең Ғ.Сәләм версияһы). Мәсетле районы ҡошсо ырыуы башҡорттарынан яҙып алынған «Көнһылыу» риүәйәтендә бер-береһенә ғашиҡ йәндәр — Арыҫлан менән Көнһылыуҙың аяныслы үлеменән һуң уларҙың ҡәбере өҫтөндә ҙур тау барлыҡҡа килә. Туғыҙ ай үткәндән һуң тау ярылып китә һәм унан ике аҡ ҡош осоп сыға.

«Урал батыр» эпосында был ҡоштар башҡорттарҙың тәү әсәһе — Һомайҙың нәҫеле, тип ҡабул ителә.

Алтай телле халыҡтарҙың мифтарында ла (шул иҫәптән сыуаш, татар, ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, нуғай, алтай, тыва, хакас, яҡут, бүрәт, монгол, эвен, эвенк, орочи, корей, япон иртәктәрендә) эпик геройҙар йыш ҡына әкиәти батыр менән бергә йәшәгән ҡатын-ҡыҙ hүрәтендәге аҡҡоштан тыуа[1].

Аҡҡош менән бәйле ырымдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар өсөн бигерәк тә аҡҡош изге ҡош һанала. Шуға күрә уның итен ашау тыйылған. Аҡҡошто бәреп төшөрөү, атып үлтереү бәлә һәм бәхетһеҙлек килтерә. Аҡҡошто үлтергән кеше бәхетле булмай. Шуға күрә, ышаныуҙар буйынса, аҡҡошто үлтергән кеше үҙе лә, уның бөтә ғаиләһе лә үләсәк, ырыу ҙа шулай уҡ өҙөләсәк. Аҡҡош атҡан кеше ҡаза күрә, тиҙәр. Аҡҡошто атырға ярамай — аҡҡош ҡарғышы төшә[3][4]. Юрматы ырыуы риүәйәттәренә ярашлы, улар Йүрми хан улынан һәм уның ҡатыны аҡҡоштоң никахынан килеп сыҡҡан.

  • Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005