Эстәлеккә күсергә

Базилевская Зоя Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Базилевская Зоя Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 3 май 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Воронеж губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 май 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Иркутск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө хирург
Эшмәкәрлек төрө травматология[d]
Уҡыу йорто Воронеж дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Базилевская Зоя Васильевна (3 май 1900 йыл12 май 1982 йыл) — ғалим-хирург-травматолог һәм ортопед, медицина фәндәре докторы, профессор.

Иркутск ҡалаһында травматология һәм ортопедия (НИИТО) ғилми-тикшеренеү институтын ойоштороусы һәм директоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Зоя Васильевна Базилевская 1900 йылдың 3 майында Воронеж губернаһының Кужное ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

1924 йылда Воронеж университетының медицина факультетын тамамлай. 1931 йылға тиклем өлкә дауаханаһында хирург булып эшләй, был ваҡыт арауығында үҙенең йүнәлеше буйынса өс йыллыҡ ординатура стажын үтә.

1930 йылдан алып 1940 йылға тиклем Свердловск травматология һәм ортопедия ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.

1937 йылда Базилевская «Патолого-анатомические изменения и репаративные процессы при переломах тел поясничных позвонков» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Свердловск хәрби госпиталендә баш хирург-травмотолог булып эшләй. Бынан тыш уның ҡарамағында Урал курорт базаларында урынлашҡан 72 эвакуацияланған госпиталь була.

Зоя Базилевская яралы совет һалдаттарын һәм офицерҙарын дауалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1].

1944 йылда Базилевская «Закрытые повреждения позвоночника» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

Һуғыштан һуң фән буйынса тергеҙеү хирургияһы һәм ортопедияһының Һарытау дәүләт ғилми-тикшеренеү институтында директор урынбаҫары булып эшләй[3].

1946 йылда РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғо нигеҙендә бер Иркутск госпитале базаһында травматология һәм ортопедияның ғилми-тикшеренеү институты ойошторола. Зоя Базилевская Иркутск ҡалаһына күсә, уға был институтты ойоштороу эштәре йөкмәтелә.

1948 йылдарҙа Иркутск травматология һәм ортопедия (НИИТО) ғилми-тикшеренеү институтында директор булып эшләй һәм был вазифаны 1967 йылға тиклем биләй[4]. Зоя Васильевна етәксеһе вазифаһынан киткәндән һуң да институтта 1981 йылға тиклем ғилми эшен алып дауам итә.

Медицина фәненә һәм практикаһына индергән өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зоя Базилевская умыртҡа бағанаһы йәрәхәттәре һәм арҡа мейеһен дауалау методикаһына, шулай уҡ янбаш-бот быуынын дауалауға ҙур өлөш индерә.

Директор булып, тикшеренеүҙәр даирәһен киңәйтә, Иркутск һәм өлкәнең райондары дауаханаларында травматология пункттары, бүлектәре һәм кабинеттары ойошторола.

Базилевская директорлыҡ һәм дауалау эштәренән тыш Иркутск медицина институтында уҡыта, был уға травмотология һәм ортопедияны тәрән өйрәнеүгә һәләтле студенттарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Уның күп уҡыусылары артабан институтта эшләй башлай.

Уның инициативаһы буйынса Иркутск өлкәһенең күп райондарында филиалдар менән полиомиелит үҙәктәре төҙөлә.

Ул медицина туташтары һәм техник-гипслаусылар әҙреләүгә ҙур иғтибар бүлә.

Көнсығыш Себер һәм Алыҫ Көнсығышта Зоя Базилевская Иркутск травматология һәм ортопедия ғилми-тикшеренеү институтын төп махсуслаштырылған медицина учреждениеһы яһай

130-ҙан ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән бер нисә монография авторы. Травматология һәм ортопедия өлкәһендә уйлап табыуҙары бар.

Зоя Базилевская 1982 йылдың 12 майында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иркутскта травмотология һәм ортопедия ВСНЦ СО РАМН институтының бинаһында Зоя Васильевна Базилевская иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  • Гипсовая техника. – Саратов, 1948.
  • Закрытые повреждения позвоночника. – М.: Медгиз, 1962.
  • Лечение перелома шейки бедра: пособие для практического врача. – Иркутск, 1961.
  • Повреждения позвоночника. Морфологические изменения и методика лечения. – Саратов, 1949.
  • Профилактика и лечение пролежней: монография. – М.: Медицина, 1972.
  • Реконструкция при остаточных явлениях туберкулеза тазобедренного сустава // Труды XXVI Всесоюзного съезда хирургов. – М., 1956. – С. 634–635.
  • Структура летальности при повреждениях позвоночника и спинного мозга // Вопросы нейрохирургии. – 1980. – № 6. – С. 37–41. (в соавт.)
  • Функциональное лечение при резекциях тазобедренного сустава после огнестрельных ранений // Хирургия. – 1948. – № 8. – С. 69–75.