Байегетова Айнаш
Байегетова Айнаш | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 1914 |
Тыуған урыны | Атырау өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 1997 |
Вафат булған урыны | Атырау өлкәһе[d], Ҡаҙағстан |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Байегетова Айнаш ( 1914 й. — 1997й.) — совет балыҡ сәнәғәте алдынғыһы, Ленин исемендәге Гурьев балыҡ консерваһы комбинатының киҫеүсеһе( резальщица), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1914 йылда Редут ауылында,хәҙерге Атырау өлкәһе Махамбәт районында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1931 йылда башлай. Тәүҙә балыҡ таҙартыусы булып эшләй.Балыҡтарҙы тоҙлай,ыҫлай.,балыҡ комбинатын төҙөүҙә ярҙамлаша.Консерва цехы төҙөлөп бөтөү менән, резальщица булып эшләй башлай.. 1933 йылдың 6 ноябрендә был аҙыҡ-түлек гиганты үҙенең тәүге продукцияһын бирә. 1936 йылда Стаханов хәрәкәтенең башланғысына нигеҙ һалыусылар булып Гурьев округында балыҡ консерваһы комбинаты эшселәре тора, шулар араһында Айнаш та була. 1938 йылда «СССР балыҡ сәнәғәте Отличнигы»билдәһе менән бүләкләнә..
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балыҡ комбинатында көн-төн эшләй ,консерваларҙы һуғышҡа оҙаталар.Шул уҡ ваҡытта Айнаш Байегетева эшләгән цех яңы аҙыҡ изделиялары сығарыуҙы үҙләштерә. Һалдаттар өсөн кипкән икмәк,концентраттар етештерә башлайҙар.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа социалистик ярыш еңеүсеһе була, 180 процентҡа ҡуйылған бурысын үтәй.[1].
1960 йылдаың 7 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнөң, 50 йыллығы уңайы менән хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге айырыуса емешле булғаны өсөн Байегетова Айнашҡа Социалистик Хеҙмәт Ггеройы исеме бирелә, Ленин ордены. «Ураҡ һәм Сүкеш»миҙалы тапшырыла.
. Ярты быуаттан ашыу эшләп, коллективта, тиҫтәләрсә алдынғы эшселәр тәрбиәләй, иң яҡшы остаз исемен ала. Производстваға инициатор тәҡдимдәр индерә.Был эшләп сығарыусанлыҡты 25 процентҡа күтәрә һәм ҙур экономия килтерә.
Район советы һәм өлкә халыҡ Советы депутаты булып һайлана, Ҡаҙағстан компартияһының Балыҡшин райкомы һәм Гурьев обкомы ағзаһы була. . Ҡаҙаҡ ССР-ы Коммунистар партияһының IX съезында делегат[2].
Бик иртә тормош иптәшен,ҡыҙын,ике улын ерләй.Ауыр ҡайғыларҙы күтәрергә көс таба,әсә мөхәббәтен кесе улына.килененә.ейәндәренә бирә.
Атырау ҡалаһында йәшәй. 1997 йылда вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ булды:
- алтын йондоҙ «Ураҡ һәм Сүкеш» (07.03.1960);
- ленин ордены (07.03.1960);
- Октябрь Революцияһы ордены (26.04.1971);
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.02.1974, 17.03.1981);
- башҡа миҙалдар.
- тамға «СССР-ҙың балыҡ сәнәғәте отличнигы».
- «Ҡаҙаҡ ССР-ы сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре».
- «Атырау өлкәһенең почетлы гражданы» (2010, үлгәндән һуң).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен Балыҡши ҡасабаһы, Атырау ҡалаһы урамдарының береһенә бирелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Байегетова Айнаш . «Герои страны» сайты.
- Герой тураһында мәғлүмәт