Балыҡ сәнәғәте
Балыҡ сәнәғәте — балыҡ, диңгеҙ хайуаны, киттар, диңгеҙ умыртҡаһыҙҙары һәм ылымыҡтарҙы тотоу, уларҙы аҙыҡ-түлек, медицина, мал аҙығы һәм техник продукция итеп эшкәртеү буйынса аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы.
Башҡортостанда балыҡ сәнәғәте тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостанда балыҡ эшкәртеү тармағынан һәм балыҡсылыҡтан тора. Башҡортостанда етештереү эшмәкәрлегенең иң тәүге формаларының береһе балыҡсылыҡ була (кәсеп техникаһы примитив булған, балыҡты башлыса тоҙлағандар, ҡаҡлағандар һәм киптергәндәр). 20 быуат башында Өфөлә балыҡсылыҡ заводы төҙөлгәндән һуң балыҡты яңынан үрсетеү башлана. 1919 й. «Башохотрыбсоюз» («Башкиррыбхоз») предприятиеһы ойошторола. 2004 й. тармаҡ 28 пр—тие һәм производствонан тора, шул иҫәптән «Ҡариҙел балыҡсылыҡ хужалығы» МУП—ы, «Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы» ЯСЙ (Краснокама р—ны), «Миәкә Балыҡ Компанияһы» ЯСЙ, «„Балыҡ“ балыҡсылыҡ хужалығы» ААЙ (Фёдоровка р—ны). Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек сәнәғәте етештереү күләменең 0,4 %—тан ашыуы балыҡ сәнәғәте өлөшөнә тура килә.
Башҡортостанда балыҡ тотоу динамикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1913 й. — 1300 тонна
- 1928—350 тонна
- 1940—718 тонна
- 1960—592 тонна
- 1980—455 тонна
- 2000—342 тонна
- 2005—948 тонна
- 2009—903 тонна
Ер шарында балыҡ етештереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡ: БМО-ның аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы берекмәләре (ингл. Food and Agriculture Organization of the United Nation, FAO)[1].
Урын | Дәүләт | Етештереү (Тотоу) |
---|---|---|
1 | ![]() |
60,474,939 |
2 | ![]() |
9,815,202 |
3 | ![]() |
7,845,163 |
4 | ![]() |
6,964,446 |
5 | ![]() |
5,195,958 |
6 | ![]() |
5,083,131 |
7 | ![]() |
4,710,453 |
8 | ![]() |
4,702,902 |
9 | ![]() |
4,832,900 |
10 | ![]() |
3,949,267 |
Барлығы | 113,573,761 |
СССР-ҙа балыҡ тотоу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Балыҡ тотоу, млн. тонн
Регион | Тотоу (1930 й.) | Тотоу (1940 й.) | Тотоу (1950 й.) | Тотоу (1960 й.) | Тотоу (1970 й.) |
---|---|---|---|---|---|
Үҙәк Атлантика һәм Балтика | 0.014 | 0.018 | 0.104 | 0.629 | 1.91 |
Алыҫ Көнсығыш | 0.305 | 0.322 | 0.484 | 0.861 | 2.612 |
Төньяҡ | 0.061 | 0.218 | 0.285 | 0.797 | 1.303 |
Ҡара һәм Аҙау(Азов) диңгеҙҙәре | 0.145 | 0.221 | 0.283 | 0.587 | 1.038 |
Каспий диңгеҙе | 0.604 | 0.322 | 0.313 | 0.378 | 0.529 |
Бөтә СССР | 1.129 | 1.101 | 1.469 | 3.252 | 7.392 |
Балыҡсылыҡ фонды[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Республика балыҡсылыҡ хужалығы һыу ятҡылыҡтарының ҙур фонды бар: дөйөм оҙонлоғо һәм майҙанына ҡарата промыслала йылғаларҙы ҡулланыу яҡынса 3 %, күлдәр — 29, һыуһаҡлағыстар — 73, быуалар — 6 %—ҡа яҡын тәшкил итә. Тауар балығын етештереү күләме б—са респ. Волга буйы федераль округында 2—се урында тора (2006). Продукцияһы Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә һатыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Fishery Statistics programme (ингл.). The agricultural production. FAOSTAT. Дата обращения: 30 май 2011. Архивировано 3 март 2012 года. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «fao» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Балыҡ сәнәғәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Большая советская энциклопедия, 1971 г.
- [1] 2013 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған. — «Сказ о рыбаках и „золотой рыбе“» — статья в газете «Новый вторник» (9 апреля 2013 года).'