Эстәлеккә күсергә

Байтүрин Садиҡ Айтуған улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Садиҡ Айтуған улы Байтүрин
Тыуған көнө

1912({{padleft:1912|4|0}})

Тыуған урыны

Һамар губернаһы, Николаевск өйәҙе, Имәләй улусы, Диңгеҙбай ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Наградалары һәм премиялары
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Медаль «За оборону Сталинграда»
Медаль «За оборону Сталинграда»
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Байтүрин Садиҡ Айтуған улы (1912 — ?) — журналист, партия эшмәкәре.

Садиҡ Айтуған улы Байтүрин 1912 йылда Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Имәләй улусы (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Диңгеҙбай ауылында тыуған.

1921–1922 йылдарҙа Ҡырғыҙ АССР-ының (хәҙерге Ҡаҙағстандың) Әүлиә-Ата өйәҙ халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләй.

1922–1924 йылдарҙа Томск губернаһы Асино ҡалаһы балалар йорто-интернатында тәрбиәләнә.

1924–1925 йылдарҙа ҡаҙаҡ ғаиләләрендә була.

1925–1926 йылдарҙа Әүлиә-Ата ҡала яны интернатында тәрбиәләнә.

1926–1927 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ы Өфө ҡалаһы балалар йортонда тәрбиәләнә.

1927–1929 йылдарҙа Өфө ҡалаһы В. И Ленин исемендәге мәктәптә тәрбиәләнә.

1929 йылдың март-октябрендә — «Башҡортостан» гәзите мөхәрририәтенең партия тормошо бүлегенең әҙәби хеҙмәткәре, 1929–1930 йылдарҙа — «Урта Идел» (Куйбышев) гәзите мөхәрририәтенең әҙәби хеҙмәткәре.

1930–1931 йылдарҙа Ульяновск юл-төҙөлөш техникумында белем ала.

1931–1933 йылдарҙа Куйбышев ҡалаһында «Колхозче» край гәзите мөхәрририәтенең совет төҙөлөшө, совет сауҙаһы һәм кооперацияһы бүлегенең мөдире; «Комбайн» журналы мөхәрририәтенең яуаплы сәркәтибе вазифаларын башҡара.

1933 йылдың май–сентябрендә Нуриман районы «За большевистские темпы» гәзите мөхәрририәтенең яуаплы сәркәтибе була.

1933–1934 йылдарҙа Өфө ҡалаһы «Йәш Коммунар» һәм «Ленинсы» гәзиттәренең сәнәғәт бүлеге мөдире, яуаплы сәркәтибе була.

1934–1936 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый; Радиотапшырыуҙар комитетының башҡорт һәм татар тапшырыуҙарының дикторы булып эшләй.

1936–1937 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһының Ленин комиссияһы ҡарамағында тәржемәсе була.

1937 йылдың июнь-ноябрендә Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең ауыл хужалығы әҙәбиәте бүлегенең мөдире вазифаһын башҡара.

1937–1940 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.

1940–1941 йылдарҙа Өфөлә «Ленинсы» гәзитенең яуаплы мөхәррире.

1941 йылдан ВКП (б) ағзаһы.

1941–1943 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Дон фронтында 233-сө уҡсылар дивизияһының дивизион гәзитенең яуаплы сәркәтибе була.

1943–1946 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының матбуғат бүлегенең инструкторы була.

1946–1948 йылдарҙа ВКП (б)-ның Матрай район комитеты сәркәтибе вазифаһын башҡара.

1948 йылдың март-сентябрендә ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының пропаганда бүлегендә эшләй.

1948–1951 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең партия-массауи әҙәбиәте секторы мөдире була.

1951–1953 йылдарҙа Башҡортостан өлкә партия мәктәбе тыңлаусыһы була.

1953–1955 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең ауыл хужалығы секторының мөдире була.

1955–1956 йылдарҙа «Сельское хозяйство Башкирии» журналының мөхәррире вазифаһын үтәй.

  • 2 дәрәжә Ватан һуғышы ордены (23.12.1985)
  • «Сталинградты обороналау өсөн» миҙалы (22.12.1942)
  • «Хәрби хеҙмәте өсөн» миҙалы (6.8.1946)
  • Маннапов М. М. Башкиры Самарской губернии возвращение на родину предков в первой половине XX века. — Уфа: ИИЯЛ УФИЦ РАН, 2018. — С. 246—247. — 314 с. — ISBN 978-5-91608-162-6.