Байым мәктәбе (Әбйәлил районы)
Байым мәктәбе | |
Нигеҙләү датаһы | 1920 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы, Әбйәлил районы, Байым ауыл советы һәм Байым |
Почта индексы | 453611 |
Рәсми сайт | school08b.02edu.ru |
Байым мәктәбе (рус. МБОУ СОШ с. Баимово) — Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Байым ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Байым ауылында урынлашҡан
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Октябрь революцияһына тиклем Байым ауылында балаларҙы мәсеттә уҡытаар. Байымда халыҡ мәғарифы тарихы 1920 йылдан башлана. Уҡытыу ҙур булмаған ауыл йортонда алып барыла.
1920—1927 йылдарҙа, башланғыс мәктәп асылғансы, балаларҙы грамотаға Муса мулла Йыуашбаев уҡыта. 1928 йылда рәсми рәүештә 1-се баҫҡыс башланғыс мәктәп асыла. Беренсе уҡытыусылар — Әлмөхәмәт ауылынан ирле-ҡатынлы Мөхәмәтйән һәм Ғәйшә Өмөтбаевтар. Улар 1936 йылға тиклем эшләй. 1934 — 35 уҡыу йылында мәктәп 44 уҡыусыны ҡабул итә. Беренсе класҡа — 15, икенсегә — 8, өсөнсөгә — 14, дүртенсегә 7 уҡыусы килә.
1934 — 36 йылдарҙа Байым ауылы үҙәгендә (хәҙер Баҙар майҙаны) һөргәнгә ебәрелгән кулактар йорттарынан мәктәп төҙөлә. 1936—1937 уҡыу йылына тиклем мәктәп башланғыс була. 1937 йылда ете йыллыҡ мәктәп асыла.
1962 йылдың 1 сентябренән алып мәктәп һигеҙ йыллыҡ мәктәпкә әйләнә. 1964—1968 йылдарҙа Мәктәп урамында яңы мәктәп төҙөлә. 1968 йылда 312 урынлыҡ яңы типтағы мәктәп файҙаланыуға тапшырыла. Белем биреү учреждениеһы урта мәктәп статусын ала.
1968 йылда мәктәп яны интернаты төҙөлә башлай. 1969 йылда Рәхмәт, Аһылай, Яңы Балапан, Мораҡай, Йәнекәй ауылдарынан 98 урынлыҡ яңы мәктәп яны интернатына уҡыусылар ҡабул ителә. 1970—1971 уҡыу йылында уҡыусылар һаны 600-ҙән ашыу тәшкил итә.
1989 йылда 126 урынлыҡ мәктәптең яңы төкәтмәһе файҙаланыуға тапшырыла. 2009 йылда төкәтмә яңыртыла. 2010 йылдан алып уҡытыу заманса талаптарға яуап биргән ҙур спорт залы, яңы уҡыу корпусы һәм кабинеттары булған яңы заманса мәктәптә алып барыла. 2011 йылда 137 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптең яңы төп бинаһы сафҡа индерелә[1].
Өс филиалы бар:
- Рәхмәт филиалы — етәксеһе Әхмәҙиева Зөхрә Әбүзәр ҡыҙы
- Аһылай филиалы — Ғайсина Эльвира Хәбибулла ҡыҙы
- Иҫке Балапан филиалы — Насибуллина Рәйсә Фуат ҡыҙы
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төлкөбаев Ғаттар Солтан улы
- Фәйзуллин Сафа Фәйзулла улы (Ҡырҙас ауылынан)
- Мөхәмәтдинов Фәхретдин Мөхәмәтдин улы (Салауат районынан, (1941 йылдан)
- Махийәнов Зөлфәр Ғәббәс улы (1968)
- Исрафилов Йыһанур Барый ҡыҙы
- Сәғәҙиева Лениза Камила ҡыҙы
- Исламов И. Л.
- Лоҡманов И. Л.
- Зарипова Зилә Шәғәле ҡыҙы
Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡазыев А. И. — математика уҡытыусыһы
- Нәбиуллин Н. Ю. — география уҡытыусыһы
- Байымов Х. Х. — биология уҡытыусыһы
- Рәмиева Ф. Ф. — башҡорт теле уҡытыусыһы
- Фәттәхова Н. К. — физика уҡытыусыһы
- Ишмәтова С. В. — рус теле уҡытыусыһы
- Гиляжева Г. М.
- Хәлилов Ғәндәлип
- Хәлилова Мәүзифа
- Зәкирова Мәфтуха
- Зарипова Зилә Шәғәле ҡыҙы — директор, математика уҡытыусыһы
- Исхаҡова Дилбәр Әнүәр ҡыҙы — директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, математика уҡытыусыһы.
- Собханғолова Рәйлә Урал ҡыҙы — директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары
- Абдрафиҡова Әлфиә Бәхтейәр ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы[2]
- Әғзәмов Нур Нил улы — сәнғәт уҡытыусыһы
- Әхмәтйәнова Айгөл Фәрит ҡыҙы — химия, биология уҡытыусыһы
- Ғилметдинова Гөлниса Йомаҙил ҡыҙы — физкультура уҡытыусыһы
- Илһамова Гөлсинә Рәйес ҡыҙы — технология, музыка, информатика уҡытыусыһы
- Исламова Зөлфиә Фәрих ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Мансурова Таңһылыу Хәлим ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Миңлебаева Лилиә Дим ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
- Мөхәмәтдинова Гөлгөнә Рафиҡ ҡыҙы — тарих, йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы
- Рамаҙанова Ләйсән Илгиз ҡыҙы — физика уҡытыусыһы
- Толонғужина Зилә Иштимер ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы, социаль педагог
- Хөсәйенова Эльмира Ғәзиз ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
- Йосопова Фәриҙә Әнүәр ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Сөләймәнова Гөлнисә Абдрахман ҡыҙы (1937). 1957—1994 йылдарҙа Әбйәлил районы Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1964—1981 йылдарҙа директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйына урынбаҫары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1969). Сығышы менән ошо райондың Яңы Балапан ауылынан.
- Абдрафиҡова Әнүрә Әнүәр ҡыҙы (1958). 1981 йылдан Әбйәлил районы Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991).
Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәп тураһында матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан гәзите. 4 апрель, Ҡала мәктәптәре көнләшерлек
- Йәшлек гәзите. 6 май 2021, Ҡотлайбыҙ!
- Даирә гәзите. 7 октябрь 2022, Уҡытыусыға һәйкәл асылды
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәктәп сайты [1] 2022 йыл 2 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История школы(недоступная ссылка)
- ↑ «Үҙем тураһында һүҙем»