Байыҡ (бейеү)
Байыҡ | |
Булдырыусы | башҡорт |
---|---|
Автор | Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы |
Бағышланған | Ватан һуғышы һәм яугир[d] |
Байыҡ (рус. Баик (танец)) — башҡорт халыҡ ирҙәр бейеүе, 1976 йылда Ғабитов Фәтих Ғәбит улынан яҙып алынған.[1] Башҡорт халҡының аҡылын, зирәклеген, алдан күреүсәнлеген, кешелекле булыуын сағылдырған яңғыҙ бейеү.
XVIII быуатта бейеү йыр менән бергә башҡарыла, ә XIX—XX быуат баштарында яңы исемдәр, хәрәкәттәр, образдар барлыҡҡа килә. Марш аҙымы, честь биреү, аяҡ үксәләре менән туҡылдатыу кеүек хәрәкәттәр өҫтәлә.
Шул уҡ исемле йырҙың марш ритмлы көйөн иң беренсе Рыбаков Сергей Гаврилович 1892 йылда яҙып ала, «Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары» китабында баҫтырып сығара.
Бейеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риүәйәттәргә ярашлы, Байыҡ бейеүе, айырым жанр булараҡ, XIX быуатта барлыҡҡа килә һәм сығышы менән Айҙар сәсән исеменә барып тоташа. Ул был бейеүҙе 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары — бейеүселәренә бағышлай.[1]
Тәүҙә бейеү героик‑эпик характерҙа була, поэзия, көй, драматик уйын элементтары һәм пантомиманың синкретик берлеген һыйҙыра. Унда көлкөлө таҡмаҡтар, тапҡыр әйтемдәр, күңелсәк һүҙҙәр өҫтөнлөк ала бара. "Байыҡ"ты башҡарыусы шул уҡ ваҡытта шаянлығы менән алдырған. Байыҡ сәсән башҡарғандан һуң, XIX быуатта был бейеү үҙ аллы жанрға әйләнә һәм эпос менән бәйләнешен юғалта. Профессиональ сәхнәлә ул XX быуаттың 30-сы йылдарында бейеүҙең оригиналь версияһын тыуҙырған Ушанов Ғиниәт Ғабдулла улы башҡарыуында сыға.[2]
Ғәҙәттә, берсә етеҙ егетте, берсә һыбайлы һуғышсыны, берсә күпте күргән, әммә йәшәү көсөн, тормошҡа һөйөүен юғалтмаған олпат ир-ат образын юмор менән кәүҙәләндереүсе урта йәштәрҙәге бейеүсе ир егет тарафынан башҡарыла. Бейеүҙең бер нисә төрө бар: «Урман Байығы», «Хәйбулла Байығы»; М. Р.Иҙрисов бейеүҙең «Ҡарт Байыҡ» исемле үҙ вариантын тыуҙыра. Билдәле башҡарыусылар: Вәхитов Йәнғәли Арыҫлан улы, Ғәбитов Фәтих Ғәбит улы, Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы һ.б. Көйө «Сыңрау торна» балетында ҡулланыла.[3]
Бейеүҙе башҡарыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бейеүсе түңәрәк буйлап ашыҡмайынса ғына атлай, битен ҡулъялыҡ менән һөртә, елләненең бер иҙеүен уң яҡ билбауына бәйләй. Унан бейеүсе алмашлап баҫып түңәрәк буйлап китә, хәрәкәттәр түңәрәк буйлап майҙан үҙәгендә тыпырлау менән алмашына. Бейеүҙә ҡулбаш һикертеү, ваҡ ҡына баҫып диагональ буйынса ҡырынға баҫыу, ҡапыл ғына елән иҙеүҙәрен елпетеү, ат сапҡанға оҡшатып атлау ҡулланыла. Бейеүсе хәрәкәттәрен тапҡыр әйтемдәр менән аралаштыра.[4]
Бишмәтеңдә бишләр төймә,
Бишмәтеңдә бишләр төймә,
Ниңә элгеләмәйһең?
Арабыҙ ҙа йыраҡ түгел,
Ниңә килгеләмәйһең?
Әнә шулай ҡыҙҙырып,
Күн табанын туҙҙырып!
Туҙһа туҙһын табаны,
Ҡалыр әле дағаһы!
Һайт, һайт, ҡарт Байыҡ,
Бейеүҙәрең бик лайыҡ!
Ашап, эсеп, уйнап, көлөп
Хәҙер инде ҡартайҙыҡ!
Заманса «Байыҡ» бейеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөн бейеү хәрби ҡаҙаныштар хаҡында һөйләмәй, ә бары тик халыҡ сәнғәте булараҡ һаҡланған. Хәҙер был тарихи бейеү «Байыҡ» башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу буйынса республика телевизион конкурсында, өс йәштән алып ун биш йәшкә тиклемгесә башҡарыусылар араһында ойошторолған «Байыҡ» республика балалар телевизион конкурсында йыш сәхнәгә сығарыла. Унан тыш, "Байыҡ"та бейеүселәр туйҙарҙа, һабантуйҙарҙа, халыҡ байрамдарында сығыш яһай. «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусылар конкурсы республикала 2008 йылдан башлап йыл һайын уҙғарылып килә. Ул халыҡ бейеү ижады өлкәһендә әһәмиәтле проекттарҙың береһе булып тора, башҡорт хореография сәнғәтен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә.
Телеконкурста йыл да республиканан 500-ҙән ашыу бейеүсе сығыш яһай. Ошо ваҡыт эсендә унда 10 000-гә яҡын бейеүсе ҡатнашҡан, 200-ҙән ашыу яңы бейеү ҡуйылған. Проект Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә популярлыҡ яулай.[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Л. И. Нагаева, стр.34
- ↑ Л. И. Нагаева, год-1981
- ↑ Байыҡ (бейеү)
- ↑ Л. И. Нагаева, стр.35-41
- ↑ Рәзилә Ғиниәтуллина. «Байыҡ» телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды . «Тамаша» (29 ноябрь 2022). Дата обращения: 6 февраль 2024.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Л. И. Нагаева. Башкирская народная хореография. — Уфа: Китап, 1995. — 144 с. — ISBN 5-295-01410-Х.
- Л. И. Нагаева. Танцы восточных башкир. — Москва: Наука, 1981. — С. 125.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байыҡ (бейеү) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2024)