Байғусҡар (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Байғусҡар — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Байғусҡар исеме бар.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байғусҡар исеме — саф башҡорт исеме, «бай» һәм «ҡусҡар» һүҙҙәре ҡушып яһалған, ҡусҡар мөгөҙлө - ғаиләлә малайҙар күп тыуһын тигән теләкте белдергән[1]
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байғусҡаров фамилияһы Байғусҡар исеменән -ов ҡушымтаһы менән барлыҡҡа килгән.
Байғусҡаров Зариф Закир улы (30 июнь 1967 йыл) — юрист, сәйәсмән. Рәсәй Федерацияһының 7-8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы.
Байғусҡаров Ильяс Радик улы — барбер, "Әңгәмә" ютуб-каналының хужаһы, артист, башҡорт активисты. 2024 йылдың 18 февралендә Баймаҡ эше буйынса ҡулға алына.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байғусҡар (икенсе атамаһы Тиргәмеш; рус. Байгускарово) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ