Эстәлеккә күсергә

Байҡы районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байкинский район
башҡ. Байҡы районы
Ил

СССР

Статус

район

Урынлашҡан урыны

БАССР

Берләштерә

25 ауыл советтарын (1930 йыл)

Административ үҙәк

Байҡы

Барлыҡҡа килеүе

1930

Тарҡалыуы

1932

Рәсми телдәр

урыҫ теле, башҡорт теле

Халҡы

43,9 мең

Милли состав

урыҫтар, башҡорттар

Конфессиональ состав

православие

Майҙаны

3750 км²

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Байҡы районы (урыҫса Байкинский район) — Башҡорт АССР-ының төньяғындағы территориаль-административ берәмек, 1930 йылда төҙөлгән һәм төньяҡтан Асҡын районы менән, көнсығыштан Дыуан районы менән, көньяҡтан Благовещен районы, Иҫке-Кулики, көнбайыштан Мишкә районы, Иҫке-Балтас менән сикләнә.

1930 йылдың 20 авгусында төҙөлгән. Майҙаны — 3750 км². Район үҙәге — Байҡы ауылы, райондың иң боронғо ауылдарының береһе, унда 1741 йылда Пермь өлкәһенең Көңгөр өйәҙенән күсеп килгән казактар нигеҙләнгән[1]. Район составына 25 ауыл советы, 140 торама пункт инә. Халҡы — 43,9 мең кеше (1930), күпселек урыҫтар. Иҡтисадтың төп йүнәлеше булып ит-һөт йүнәлешендәге эре мөгөҙлө мал, сусҡа үрсетеүҙә, иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтереүҙә махсуслашҡан ауыл хужалығы тора. Район биләмәһендә ул ваҡытта 39 дөйөм белем биреү мәктәбе, шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы була. 1932 йылдың 20 февралендә бөтөрөлә, биләмәһе Ҡариҙел районы составына инә.

Байҡы районы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.