Балабина Анастасия Ивановна
Балабина Анастасия Ивановна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 16 октябрь 1909 |
Тыуған урыны | Тверь өлкәһе, РСФСР |
Вафат булған көнө | 13 декабрь 1985 (76 йәш) |
Вафат булған урыны | Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Анастасия Ивановна Балабина (16 октябрь 1909 — 13 декабрь 1985) —совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Калинин өлкәһенең Кашинский районы «Рәсәй» колхозы бригадиры,Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Анастасия Ивановна Балабина 1909 йылда Эскино ауылында, хәҙер Тверь өлкәһенең Кашинский районында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Бала саҡтан ауыл хужалығында эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, һуғышға киткән ирен алмаштырып, "Рәсәй" колхозында комплекслы бригада бригадиры булып эшләй башлай.
Эшкә дөрөҫ технологияла ҡарашы булдыра, хеҙмәттә агросәнәғәт технологияларын ҡөуллана. Уңыш буйынса бригада районда һәр ваҡыт алдынғылыҡты бирмәй. 1965 йылда һәр сәселгән етен гектары 1375 һум килем бирә. Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә даими ҡатнаша, алтын миҙалға лайыҡ була[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 30 апрелендәге указы менән ауыл хужалығында һөҙөмтәләргә өлгәшкәне һәм етен уңышын йыйыуҙа юғары күрһәткестәре өсөн Анастасия Ивановна Балабинаға Ленин ордены һәм ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы» тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Һуңғараҡ колхозда эшләүен дауам итә. Кашинский район Советы депутаты итеп һайлана.
Кашинский районында йәшәй. 1985 йылдың 13 декабрендә вафат була.
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (30.04.1966)
- Ленин ордены (30.04.1966)
- башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Герои Социалистического Труда - уроженцы Кашинского края | Муниципальное учреждение культуры "Кашинская централизованная библиотечная система". kashin.tverlib.ru. 15 март 2020 тикшерелгән.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кашин и его курорт. – М.: Московский рабочий. 1975. – с. 144.
- Николаев Е. Мужнин наказ // Герои труда – калининцы. – М.: Московский рабочий, 1970. – с. 63-70.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Балабина Анастасия Ивановна. «Герои страны» сайты.