Балашов Всеволод Вячеславович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балашов Всеволод Вячеславович
рус. Всеволод
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 июль 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Архангельск, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 октябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө физик-теоретик
Эш урыны МДУ-ның физика факультеты[d]
Уҡыу йорто МДУ-ның физика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Всеволод Вячеславович Балашов (30 июль 1931 йыл — 28 октябрь 2011 йыл) — СССР һәм Рәсәй физигы. Физика-математика фәндәре докторы, профессор. Мәскәү дәүләт университетының физика факультетында атом ядроһы физикаһы һәм бәрелешеүҙәрҙең квант теорияһы кафедраһы мөдире. МДУ-ның Д. В. Скобельцын исемендәге ядро физикаһы ғилми-тикшеренеү институтының баш ғилми хеҙмәткәре. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (1995).

Ғалим Всеволод Тарасевичтың билдәле «Поединок» фотоһүрәтендә төшөрөлгән. 1963 йылда «Мәскәү университеты» серияһында эшләнгән фотоһүрәт World Press Photo конкурсы призеры була.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Всеволод Вячеславович Балашов 1931 йылдың 30 июлендә Архангельск ҡалаһында тыуған.

1949 йылда Архангельсктың 6-сы һанлы мәктәбен тамамлай. 1955 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай. 4 курста Фәндәр академияһының физик проблемалар институтына академик Лев Ландауға һөнәри махсуслашыу өсөн ебәрелә.

Университетты тамамлағандан һуң аспирантураға уҡырға инә, унда Юрий Широков етәкселегендә 1959 йылда «К теории взаимодействия оболочечных нуклонов в легких ядрах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1964 йылда Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институттың теоретик физика лабораторияһында «Оболочечная теория ядерных реакций» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 30 фән кандидаты әҙерләгән, шуларҙың 10-һы артабан физика-математика фәндәре докторы булып китә.

М. В. Ломоносов исемендәге премия лауреаты, СССР Дәүләт асыштар реестрына индерелгән 173-се номерлы «атом ядроларының тиҫкәре мюондарҙы резонанслы йотоу күренеше» асышы авторы, юғары мәктәп фәндәре Халыҡ-ара академия ағзаһы.

Теоретик ядро һәм атом физикаһы, юғары һәм аралаш энергияларҙа ядро реакциялары теорияһы өлкәһендә белгес.

Фәнни журналдарҙа бик күп баҫмалар авторы[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Балашов Всеволод Вячеславович. ИСТИНА. Дата обращения: 17 ноябрь 2016.