Балҡан (Силәбе өлкәһе)
Балҡан | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Балканское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Балканское сельское поселение[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
4406 кеше (1959)[2], 656 кеше (2002)[3], 507 кеше (2010)[4] |
Почта индексы | 457661 |
Балҡан (Силәбе өлкәһе) — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Нуғайбәк районындағы ҡасаба. Административ үҙәге — Балҡан (Силәбе өлкәһе) ауыл тораҡ пункты.
Яҡын тораҡ пункты — Нуғайбәк (Требиятский) һәм Курганный ҡасабаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Силәбе өлкәһендәге Балҡан ауылына 1842 йылда Ырымбур губернаһында 1835-1837 йылдарҙа ойошторолған Новолинейный районындағы Ырымбур казак ғәскәре хәрби тораҡ пункты — посы булараҡ нигеҙ һалына. Тораҡ пунктына исем тарихҡа Балҡан һуғыштары булараҡ ингән 1828 — 1829 һәм 1877 — 1878 йылдарҙағы һуғыштар тураһында иҫтәлек булараҡ ҡушыла. Балҡан — төрки теленә ҡараған һүҙ һәм «таулы урманлы һыртты» аңлата[5].
1933 йылдың 20 июнендә Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитетының ҡарары нигеҙендә Балканский эшселәр ҡасабаһының исеме Балҡан[6] тип үҙгәртелә.
1840 йылдың 12 декабрендә Ырымбур казак ғәскәре 10 казак полкынан һәм атлы-артиллерия бригадаһынан тора.
1840 йылдың 12 декабрендә Ырымбур казак ғәскәре тураһындағы Положениеға ҡул ҡуйыла. Уға ярашлы ғәскәр шәхси хужаларҙың тиҫтәләгән ауылын һәм Верхнеурал, Троицк һәм Силәбе ҡалаларын алған бик ҙур биләмәгә урынлаша. Балҡан ауылы ла шулар иҫәбенә инә. Ғәскәр граждандар етәкселеге ҡарамағынан сығарыла һәм уға махсус идара итеү органдары (граждан һәм суд) тәғәйенләнә. Ғәскәр ике хәрби һәм ун полк округтарына бүленә, хәрби начальниктар һәм полк командирҙары вазифалары булдырыла. Дөйөм етәкселек наказлы атаман ҡарамағына күсә, уның етәкселегендә ғәскәри дежур һәм суд комиссияһы ойошторола. Ырымбур казак ғәскәренә Ырымбур, Силәбе һәм Троицк өйәҙҙәренең дәүләт крәҫтиәндәре беркетелә.
Аҡ-Мәсет ҡәлғәһен алғандан һуң 1853 йылда Һыр-даръя линияһына нигеҙ һалына.[7].
1933 йылдың 20 июнендә Бөтә Союз Башҡарма Комитеты ҡарары менән Балканский эшселәр ҡасабаһының исеме Балҡан тип үҙгәртелә[8].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
1959[9] | 2002[10] | 2010[11] |
4406 | ↘656 | ↘507 |
2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡасабала халыҡ һаны 507 кеше тәшкил итә (229 ир-ат һәм 278 ҡатын-ҡыҙ).
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабаның урам селтәре 11 урамдан тора[12].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]http://old.toposural.ru/html/b.htm
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ http://old.toposural.ru/html/b.htm
- ↑ О переименовании рабочих поселков «Богословский» и «Балканский» Уральской области. // Собрание законов и распоряжений Рабоче-Крестьянского Правительства СССР, издаваемое Управлением Делами СНК СССР и СТО. I отдел. — 1933. — № 54.
- ↑ https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=Ырымбур_казак_ғәскәре&action=edit§ion=2
- ↑ О переименовании рабочих поселков «Богословский» и «Балканский» Уральской области. // Собрание законов и распоряжений Рабоче-Крестьянского Правительства СССР, издаваемое Управлением Делами СНК СССР и СТО. I отдел. — 1933. — № 54.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Нагайбакский р-н → Балканы п. Дата обращения: 27 июль 2020.