Барадла мәмерйәһе
Барадла мәмерйәһе | |
мадьярса Baradla–Domica-barlangrendszer | |
Дәүләт |
Венгрия Словакия |
---|---|
Оҙонлоҡ | 25 500 метр |
Барадла мәмерйәһе Викимилектә |
Барадла мәмерйәһе (словак. Aggtelek-Baradla) — Словакия (Словакия Карст) һәм Венгрия (Агтелек Карст) сигендә мәмерйәләр системаһы. Турыһынса өйрәнелгән мәмерйәләр системаһы һәм оҙаҡ йылдар туристар өсөн асыҡ мәмерйә. Венгрия яғынан да, Словакия яғынанда инеү юлы бар.
Тасүирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйә карст төҙөлөшлө, оҙонлоғо 25,5 км, шулай уҡ Домика мәмеййәһенең 5,3 километр өлөшөн дә ала. Мәмейәгә инеү Агтерек ауылы янында ҡая төбөндә башлана. Мәмейәнең төп каналы 7 км, шулай уҡ 10 метр киңлектә 7-8 метр бейеклектә тоташҡан залдары бар. Залдарҙың күпселеге ҡаҫҡа.
Иҫ китмәле матур тамаша хасил иткән төрлө төҫтәге һәм төрлө формалағы декоратив сталактиттар мәмейәнең мөһим өлөшө булып тоа. Һыу баҫҡан ваҡытта ер аҫты һыуҙары төп тармаҡ аша үтә. Мәмерйәгә инеү боронғо замандан уҡ билдәле булған, бында неолит эҙҙәре лә һаҡланған.
Яҙма сығанаҡтарҙа мәмерйә беренсе мәртәбә 1549 йылда телгә алына. Джозеф Сарторий 1794 йылда беренсе мәртәбә мәмерйәне тикшерә. 1825 йылда 1,8 километр өлөшө генә тикшерелгән булған. 1802 йылда тикшерелгән өлөшөнөң картаһы баҫыла.1825 йылда инженер Имре Васс тағы ла 5 километр өлөшөн тикшереп, тулы тасүирламаһын нәшер иткән. Был хеҙмәт венгр һәм немец телдәрендә нәшер ителгән.
Туристар өсөн беренсе экскурсия 1806 йылда ойошторола. 1890 йылда Ҡыҙыл күлгә юл төҙөлә, һәм 1927—1928 йылдарҙа был территорияны төҙөкләндереү эштәре башлана.
1995 йылда Барадла мәмерйәһе, Агтелек һәм Словакия карст мәмерйәләре менән бергә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы тип иғлан телде.[1] 2001 йылдан бөтә мәмерйәләр һыу йыйыу майҙаны һәм Домикавалски һаҙлыҡтары менән бергә халыҡ-ара әһәмиәттәге ҡурсалау урыны тип билдәләнә.
Агтелек Милли Паркы — бер нисә йәйәүле маршруты булған йыл әйләнеһенә эшләй торған иҫтәлекте урын.[2]
-
Аггтелек ауылы янында мәмерйәгә инеү урыны
-
Аҡ сталагмиттар
-
Мәмейәнең бер залы
-
Имре Васса картаһы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Географический энциклопедический словарь. Москва. «Советская энциклопедия». 1989. стор. 13
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Caves of Aggtelek Karst and Slovak Karst - UNESCO World Heritage Centre . Whc.unesco.org. Дата обращения: 7 ғинуар 2017.
- ↑ Water chemistry analysis in the sediment of Baradla Cave, Hungary (PDF Download Available) . researchgate. Дата обращения: 7 ғинуар 2017.