Баринов Виктор Васильевич
Баринов Виктор Васильевич | |
рус. Виктор Васильевич Баринов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 28 февраль 1908 |
Тыуған урыны | Балашов[d], Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1967 |
Вафат булған урыны | Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | архитектор |
Уҡыу йорто | Көньяҡ Рәсәй дәүләт техник университеты |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Баринов Виктор Васильевич (28 февраль 1908 йыл — 1967 йыл) — архитектор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Дондағы Ростов ҡалаһы архитекторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Виктор Васильевич Баринов 1908 йылдың 28 февралендә Саратов губернаһының Балашов ҡалаһында тыуған[1]. 1931 йылда Новочеркасск коммуналь төҙөлөш институтының архитектура факультетын тамамлай[2] (хәҙерге ваҡытта ЮРГТУ (НПИ) төҙөлөш факультеты). Студент йылдарында Ростов архитекторҙары Поповтар ғаиләһе менән таныш була, был танышлыҡ күп йәһәттән уның яҙмышын билдәләй.
Профессиональ эшмәкәрлеген Виктор Баринов «Азчерпрогор» тресында башлай. Уның беренсе эштәре Новочеркасскты, Таганрогты, Миллеровоны планлаштырыу менән бәйле була. Тулыһынса архитектура менән генә бәйле эштәрҙән тыш, скульптура һәм күләмле проектирләү менән мауыға. 1933 йылда ул Совет архитекторҙары Союзының Ростов өлкә бүлеге ағзаһы һәм архитектура фонды ағзаһы була. Был ваҡытта Ростовта ғәйәт ҙур төҙөлөш — М. Горький исемендәге Ростов академия драма театрын төҙөү бара, был төҙөлөш арҡаһында элекке Нахичевань һәм Ростов араһында майҙан барлыҡҡа килә. Эберг Леонид Фёдорович Бариновты интерьер проектлауға йәлеп итә[3]. Ул театр менән йәнәш скверҙы планлаштырыу һәм уның уртаһындағы фонтандың эскиз проекты авторы була. 1935 йылда Виктор Баринов икенсе ижади төркөм составында (Сербинов Иван Иванович һәм В. В. Попов менән бергә) эшләй. Төркөм Край Советы Йортоноң тышҡы биҙәлеш проектын эшләй. 1939 йылдың 1 май байрамы алдынан Ростовтың Киров скверында Кировҡа һәйкәл асыла. Уны төҙөүселәр скульптор Виленский Зиновий Моисеевич һәм архитектор В. В. Баринов була.
1942—1943 йылдарҙа Виктор Васильевич Кавказ аръяғы фронты частәре составында хәрәкәт итеүсе армияла була. Ростов баҫып алынған саҡта уның ҡатыны һәм улы һәләк була. Демобилизациянан һуң Дондағы Ростовҡа әйләнеп ҡайта һәм 1944 йылда ҡаланың айырым биналарын тергеҙеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың йәйендә СССР Архитектура академияһы оҫтаханаһында эшләнгән ҡаланы тергеҙеү һәм үҙгәртеп ҡороу проекты раҫлана. Генпланды эшләүсе төркөмгә ингән бер нисә Ростов архитекторҙары — П. И. Ломаченко, В. Н. Разумовский, Пьянков Григорий Константинович һәм В. В. Баринов — бөтә өйҙәре лә тиерлек емереклектә ятҡан Советтар майҙанын реконструкциялауҙың эскиз вариантын тәҡдим итәләр. 1946 йылда Бариновҡа Ҙур Баҡса урамындағы В. И. Лениндың һәм С. М. Кировтың һәйкәлдәрен тергеҙеү йөкмәтелә. Бер үк ваҡытта Виктор Баринов Семашко проспекты һәм Ҙур Баҡса урамы мөйөшөндәге ВКП(б)өлкә комитеты бинаһын тергеҙеү буйынса архитекторҙарҙың (Ф. В. Лузанов, Л. Ф. Эберг һәм башҡалар) ижади коллективына индерелә. Коллектив эштәрҙә ҡатнашыу менән бергә, был йылдарҙа ул Ростов өлкәһенең күп тораҡ йорттарының индивидуаль проекттарын эшләй.
Күп төҙөлөштәрҙә һәм күп һандағы проекттарҙа ҡатнашып, В. В. Баринов үҙенең бай тәжрибәһен 1960-сы йылдар башында Ростов инженер-төҙөлөш институтының архитектура факультеты уҡытыусыһы сифатында тормошҡа ашыра. Г. К. Пьянков менән бергә ул студенттарҙы һүрәттән уҡыта һәм уҡыу проекттарын тикшереүҙә ҡатнаша.
1967 йылда вафат була, уның ике ҡыҙы ҡала.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Материалы к биографическому словарю архитекторов народов СССР. — Москва, 1981.
- Есаулов Г. В., Черницына В. А. Архитектурная летопись Ростова-на-Дону. Ростов н/Д, 1999.
- Пьявченко Е. В. Академия архитектуры и искусства : страницы истории. Ростов н/Д, 2004.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Баринов Виктор Васильевич (1908—1967) 2017 йыл 10 ғинуар архивланған.
- ↑ Строительный факультет является ЮРГПУ (НПИ) 2017 йыл 10 ғинуар архивланған.
- ↑ Архитектор Баринов и Театр имени М. Горького