Эстәлеккә күсергә

Барлыбай (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Барлыбай — башҡорт һәм төрки мосолман ир-ат исеме.

Барлыбай исеме башҡорт теленән ингән һәм барлы + бай тигәнде аңлата[1].

Барлыбай Сагнаев Нойбранденбург ҡалаһына 1945 йылда совет ғәскәрҙәре тарафынан фашист оккупацияһынан азат ителгәс ҡала башлығы итеп ҡуйыла.

Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (5 ғинуар 1944 йыл — 18 март 2020 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы уҡытыусыһы. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты (1999—2003). Иҡтисад фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993).

Барлыбаев Әҙеһәм Әғзәм улы (30 август 1958 йыл) — иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015).

Мәжитов Хәсән Барлыбай улы (18.10.1923), педагог, мәғариф һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1972 йылдарҙа Күгәрсен районы мәғариф бүлеге мөдире. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Кугәрсен райондың һәм Мораҡ ауылының почётлы гражданы.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ