Эстәлеккә күсергә

Барышовка (Башҡортостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Барышовка
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы, Башҡортостан Республикаhы һәм Мәсетле районы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә ала Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы
Карта

Барышовка (рус. Барашовка, Бараш) — бөткән ауыл. Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы билмәһенә тура килә. 1968 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Совет президиумы ҡарары менән рәсми исемлектән алынған. .

Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Нигеҙләнеү тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19-20 быуаттарҙа Пермь губернаһының Красноуфимск өйәҙе составында була. 1926 йылда Башҡортостан составына тапшырыла, Оло Аҡа улусына инә (1926 йылдың 7 июнендәге документ № 49). 1930 йылда Барышовка «Партизан» колхозы составында була. 1932 йылдан, үҙгәртеп ҡороуҙан һуң, Барышовка, Түбәнге Бобин, Үрге Бобин ауылдары Киров исемендәге колхозға инәләр. 1941 йылда Барышовка базаһында «Заря» колхозы ойошторола (рәйесе И. Е. Ярушин). 1950 йылда «Заря» колхозы Үрге һәм Түбәнге Бобин менән берләштерелә, яңы колхоз Сталин исеме ала (рәйесе М. В. Скрябин). 1968 йылда Барышовка йәшәүҙән туҡтай (31.10.1968 № 6-2 / 180)[1] .

XIX быуат башында (яҡынса 1810—1812 йылдарҙа) Көңгөр мещаны Миней Барашов тарафынан Һоя йылғаһының һул ярында, Ташлыкүл үҙәне янындағы тауҙа нигеҙ һалына. Тарихтан билдәле булыуынса, Барашов бер тырыз баҡыр аҡсаға (күләме яҡынса бер литр) Һоя йылғаһының уң ярында «Каравашка» исеме аҫтында йөрөгән ҡалҡыулыҡта күсенеп йәшәүсе башҡорттарҙан мең дисәтинә ер һатып ала. Килешеүҙе ҡул ҡыҫышып, ҡағыҙҙар тултырмайынса (юридик документтар табылмай) нығыталар[1][2]. Йылдар үткәс, ревизия ваҡытында Барашовтың ерҙәрен тартып ала башлайҙар, сөнки Барашовтың ер бүлеменә документтары булмай. Барашов Красноуфимскта адвокат Кунгуриев ярҙамы менән ер бүлеменә документтар эшләтә, адвокат хеҙмәте өсөн 500 дисәтинә ерҙе үҙенә ала. Ҡалған 500 дисәтинә ер урманы менән Миней Барашов исеменә герблы ҡағыҙҙа рәсмиләштерелә.

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Барышовкала ат һарайы, иген келәте, ферма, клуб, ясле төҙөлә. 1936 йылда башланғыс мәктәп төҙөлә. Эреләтеү менән бәйле инфраструктура Барышовканан Түбәнге Бобинға күсерелә, мәктәп, магазин ябыла[1].

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 1939 йылда 68 кеше, 1959 йылда 99 кеше йәшәгән[1][2]

Бөйөк Ватан һуғышына Барышовканан 41кеше китә, 13 кеше генә әйләнеп ҡайта [1][2].

Населенные пункты Башкортостана. Ч.111. Башреспублика, 1926. — Уфа: Китап, 2002.- С.112.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 История села Малоустьикинское | Администрация сельского поселения Малоустьикинский сельсовет
  2. 2,0 2,1 2,2 Архивированная копия. Дата обращения: 23 февраль 2012. Архивировано 2 апрель 2015 года. 2015 йыл 2 апрель архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «autogenerated1» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән