Батыршин Хәмит Дауыт улы
Батыршин Хәмит Дауыт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1918 |
Тыуған урыны | Фәйзулла, Татлыбай ауыл советы, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Дата исчезновения человека | 10 июль 1942 |
Ерләнгән урыны | Икенсе Тербуны |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Батыршин Хәмит Дауыт улы (1918 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадроны 4 взводы ҡылыссыһы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәмит Дауыт (башҡа сығанаҡтар буйынса Улип[1]) улы Батыршин 1918 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Фәйзулла ауылында тыуған[1] тыуған. Һуғыш башланғас, БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 3-сө эскадроны 4 взводында ҡылыссы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһендәге ҡаты алыштар барышында хәбәрһеҙ юғала[2]. Кире ҡайтармаҫлыҡ юғалтыуҙар исемлегендә Фәйзулла ауылында йәшәгән яугирҙың атаһы Батыршин Дауыт күрһәтелгән[3].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949—1950 йылдарҙа Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[4]. 2018 йылдың 10 ноябрендә Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙылды[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Батыршин Хамит Улипович (Даутович). Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Батыршин Хамит Улипович. Донесение о безвозвратных потерях (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июль 2021)
- Список потерь. 2 Тербуны