Эстәлеккә күсергә

Баулин Олег Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баулин Олег Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 июль 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (43 йәш)
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Баулин Олег Александрович (15 июль 1981 йыл) — инженер-технолог, техник фәндәр кандидаты. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры (2020).

Баулин Олег Александрович 1981 йылдың 15 июлендә Өфө ҡалаһында тыуа. Урта мәктәптән һуң Өфө дәүләт нефть-техник университетына уҡырға инә һәм уны 2003 йылда «Тәбиғи энергия йөрөтөүселәр һәм унлерод материалдарының химик технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай.

Хеҙмәт юлын Нефть һәм газ технологияһы кафедраһында әйҙәүсе инженер вазифаһында башлай. 2003—2006 йылдарҙа ошо уҡ уҡыу йортоноң аспирантураһында белем ала, туған кафедраһында ассистент, доцент булып эшләй. 2007 йылда уҡытыу менән бер рәттән Технология факультетының уҡытыу эше буйынса декан урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың декабрендә университеттың Йәш ғалимдар советы рәйесе итеп һайлана. 2008 йылда Рәсәйҙең йәш ғалимдар берлегенең Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары була[2]. 2011—2013 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр Йәмәғәт палатаһы ағзаһы[3].

2011 йылда университеттың уҡыу-методика идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 2015 йылда уҡыу-методик эшмәкәрлек буйынса проректор вазифаһына күсерелә.

2019 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры[4].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — яҡшыртылған экологик ҡылыҡһырламалы мотор яғыулыҡтары, автомобиль бензины һәм дизель яғыулыҡтары присадкалары. 100-ҙән ашыу хеҙмәт авторы. Ике кандидат әҙерләгән.

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2015)
«Рәсәй Федерацияһы мәғариф тармағының маҡтаулы хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме (2018)
Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почет грамотаһы (2020)[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының идара итеү кадрҙарын әҙерләү һәм формалаштырыу буйынса комиссия ағзаһы[6].
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәғүәселекте үҫтереүгә ярҙам итеү буйынса йәмәғәт советы ағзаһы[6].
Башҡортостан Республикаһы ҡарамағындағы экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы ағзаһы.
Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең күҙәтеү советы ағзаһы[7].