Бачата
Бачата | |
Нигеҙләү датаһы | 1960 |
---|---|
Ил | Доминика Республикаһы |
Бача́та (исп. bachata) — Доминика Республикаһының музыкаль стиле һәм бейеүе, Кариб диңгеҙе буйындағы Латин Америкаһы илдәрендә, шулай уҡ АҠШ-тағы күпселеген ошо илдәрҙән сыҡҡан кешеләр тәшкил иткән Латин Америкаһы общиналарында. Музыкаль үлсәме — 4/4. Музыкаға, ҡағиҙә булараҡ, уртаса темп хас; йыр текстары яуапһыҙ мөхәббәт һәм тормош ауырлыҡтары тураһында һөйләй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бачатаның барлыҡҡа килеүен XX быуаттың 60-сы йылдары башына Доминика Республикаһында диктатор Рафаэль Леонидас Трухильо Молинаны ҡолатҡандан һуң барлыҡҡа килгән социаль көсөргәнешлек менән бәйләйҙәр. Ләкин ҡайһы бер тикшеренеүселәр 1922 һәм 1927 йылдарҙа уҡ бачатаны телгә алған сығанаҡтар булыуын раҫлай.
Ул замандарҙа бачата йәки кумбанчата (исп. bachata, cumbanchata) тип ярлыларҙың эскеле шау-шыулы кисәләре атала. Ярлыларҙың бындай йыйындары теләһә ҡайҙа башланып китер булған — йорттар алдындағы эске ихаталарҙа ла, урамдарҙағы ағас күләгәһендә лә. Был бачаталар түбәнге ҡатламдарҙың вульгар музыкаһы, фәҡир кварталдарҙың хәсрәттәре, яуапһыҙ мөхәббәте, башҡа тормош ауырлыҡтары тураһындағы йырҙары тип һаналған. Шунлыҡтан бачатаны «música de amargue» — һыҙланыу музыкаһы тип атайҙар.
Музыкаль йәһәттән бачата болеро менән доминика соны ҡатнашмаһы булып тора, әммә бачатала «клаве» ритмының юҡлығы уға үҙенсәлек өҫтәй һәм төп доминика сығышлы булыуын раҫлай. Шуға ҡарамаҫтан, бачатаның үҫеүенә «Лос Панчос» (Los Panchos) триоһы, «Матаморос» (Matamoros) триоһы һәм Хулио Харамильо (Julio Jaramillo) кеүек башҡарыусылар һәм композиторҙар ҙур йоғонто яһай.
Доминика Республикаһында «түбән жанр» булараҡ бачатаға тыйыу йәшәп килә: был стилдәге йырҙар дискотекаларҙа уйнатылмай һәм радио аша тапшырылмай («Гуарачита радиоһы» (Radio Guarachita станцияһынан башҡа), яҙмалары пластинка магазиндарында һатылмай.
XX быуаттың 80-се йылдары бачата тарихында һынылыш осоро була. Уға тиклем бачатаны үҙ ижадында «альтернатив музыка» тип йөрөтөлгән ағым башҡарыусылары ғына ҡуллана, улар был моңһоу йырҙарҙы төнгө кисәләрҙә эмоциональ көсөргәнеште сисеү ысулы рәүешендә башҡара. Тора-бара музыканттар бачатаның ностальгия, меланхолия һәм моңһоулыҡ кеүек хистәрҙе сағылдырыуға бик ҡулай жанр икәнен аңлап алалар һәм уның экспрессив яғын киңерәк ҡуллана башлайҙар.
Хәҙерге заман бачатаһын башлап ебәреүсе тип Луис Диасты (Luis Díaz) атарға була. Бачата уның иғтибарын 1970-се йылдарҙа биләй, шул замандарҙа ул доминика фольклорын ентекле өйрәнеү менән мәшғүл була. «Конвите» (Convite) төркөмө менән бергә Диас был стилдең төрлө формалы һәм жанрлы йырҙарын яҙып ала башлай; әммә доминика йәмғиәте мәҙәниәтенең мөһим өлөшө тип бачатаны 1984 йылда ғына баһалай. 1985 йылда Диас «Хәсрәтле Луис Диас» (Luis Díaz amargado) тигән альбом яҙҙыра, ә 1987 йылда Диас продюсерлығында йырсы Сонья Сильвестреның (Sonia Silvestre) «Вильонераның йөрәге» (Corazón de Villonera) тигән дискыһы сыға, ул яңы стилдең «беренсе ҡарлуғасы» була һәм «необачата» (neobachata) йәки «техно-амарге» (techno-amargue) тигән атама ала. Тиҙҙән Соньа Сильвестре необачатаның популяр башҡарыусыһы булып китә, ә уның репертуарында «Мин хәрәкәтләнергә теләйем» (Yo quiero andar) тигән яңы йыр барлыҡҡа килә, уны Луис Диас менән бачатаның икенсе реформаторы Мануэль Техада (Manuel Tejada) яҙған була (бачатаның аранжировкаһына аккордеон менән синтезаторҙы нәҡ ул индерә, Виктор Викторҙың (Víctor Víctor) «Минең мөхәббәтем шундай» (Así es mi amor) тигән 1993 йылда сыҡҡан йыры ошондай йырҙар иҫәбенә инә).
Әммә бачатаның хәҙерге тарихындағы иң мөһим ваҡиға тип Хуан Луис Герраның «Алһыу бачата» (Bachata rosa) тигән альбомы иҫәпләнә. 1990 йылда сыҡҡан был альбом бик ҙур уңышҡа өлгәшә һәм Доминика Республикаһында һаман йәшәп килгән бачатаны һанға һуҡмауҙы юҡҡа сығара; хәҙер ул хатта доминика йәмғиәтенең иң юғары ҡатламдарында ла бик популярға әйләнә.
1990-сы йылдар башына бачатала өс төп йүнәлеш барлыҡҡа килә, был йүнәлештәр уларҙы «алға һөргән» музыканттарға бәйле була: Луис Диас стиле, Хуан Луис Герра стиле һәм Виктор Виктор стиле. Нәҡ ошо башҡарыусылар бачатаға ҡарата ҡалыплашҡан кире мөнәсәбәтте һындыра һәм уның артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә.
Доминика Республикаһындағы иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҙгәрештәр бачатаның тыуған илендә генә түгел, унан ситтә лә билдәлелек алыуына булышлыҡ итә. Антони Сантос (Antony Santos), Раулин Родригес (Raulín Rodríguez) һәм Луис Варгас (Luis Vargas) кеүек яңы башҡарыусылар традицион бачатаға үҙ үҙгәрештәрен индерә. Был үҙгәрештәр музыкаға ғына түгел, текстарға ла ҡағыла: йырҙарҙың һүҙҙәре иркенерәк, хатта әҙәпһеҙерәк тә булып китә, музыка етеҙләнә, ҡала ритмына яраҡлаштырыла.
Хәҙер бачата Доминика Республикаһында шул тиклем популяр, хатта бер дискотека, кисә йә байрам да унһыҙ үтмәй. Көнбайыш стандарттарға яҡыныраҡ торған яңы бачата башҡарыусылар — Франк Рейес (Frank Reyes), Мончи һәм Александра (Monchy y Alexandra), Луис Мигель дель Амарге (Luis Miguel del Amargue), Роме́о Са́нтос (Romeo Santos) һәм башҡалар бачатаның Доминика Республикаһынан ситтә лә ныҡ таралыуына булышлыҡ итә; хәҙер уны тыуған илендә генә түгел, АҠШ-та, Мексикала, Испанияла һәм башҡа күп илдәрҙә лә тыңлайҙар.
Музыка ҡоралдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бачатала төп роль акустик гитараға йә уның яҡын «туғаны» — кариб гитараһы рекинтоға бирелә, рекинто ҡырҡыу металлик тауышы менән айырылып тора. Рекинтола уйнау техникаһы — ҡылдарҙы ҡәҙимге гитараға ҡарағында дәртлерәк итеп ситеү. Гитарала уйнауҙың ошоға оҡшаш манераһы Африка музыкаһының күп жанрҙарына хас, был уларҙың уртаҡ тамырҙары булыуын дәлилләй. Һуҡма ҡорал итеп бачатала бонго́ ҡулланыла. Маракалар ҡайһы берҙә икенсе һуҡма ҡорал итеп ҡулланыла, шулай ҙа гуироға ҙурыраҡ өҫтөнлөк бирелә.
Яҡын музыкаль жанрҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Болеро
- Сон
- Кумбия
- Меренге
- Пачанга
- Реггетон
- Сальса
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Austerlitz, Paul: Merengue: Dominican Music and Dominican Identity. — Temple University Press, Philadelphia, 1997. — ISBN 1-56639-484-8
- Batista Matos, Carlos: Bachata, historia y evolución. — Banco Intercontinental (BANINTER), Santo Domingo, 2002.— ISBN 99934-0-250-8
- Gómez Sotolongo, Antonio: Los cien músicos del siglo. — Editorial Cañabrava, Santo Domingo, 2000.