Башкиров Шамил Шаһивәли улы
Башкиров Шамил Шаһивәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1927 (97 йәш) |
Тыуған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Башкиров Шамил Шаһивәли улы (1 ғинуар 1927 йыл — 4 март 2010 йыл) — ғалим-физик, физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1971), Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1994), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). КФУ профессоры (2004)[1].
КФУ-ла яңы фәнни йүнәлеште (Мессбауэр спектроскопияһы) нигеҙләүсе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шамил Шаһивәли улы Башкиров 1927 йылдың 1 ғинуарында Ҡазанда Татар АССР-ның дәүләт эшмәкәре Шаһивәли Башкиров гаиләһендә тыуған. Ата-әсәһе репрессияланған. Ҡаҙан дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлаған (1951)[2]. «К теории парамагнитной спин-решеточной релаксации» темаһына физика-математика фәндәре кандидатлығына (1958, етәксеһе С. А. Альтшулер) һәм «Применение ядерного гамма-резонанса к исследованию парамагнитных кристаллов» темаһына докторлык диссертацияһын (1971) яҡлаган.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1951-1955 йылдарҙа — Мари дәүләт педагогия институтының физика кафедраһы ассистенты.
- 1957-1960 йылдарҙа — Ҡаҙан дәүләт педагогия институтының физика кафедраһында өлкән уҡытыусы.
- 1960-1969 йылдарҙа — Ҡаҙан дәүләт университетында теоретик һәм эксперименталь физика кафедраһы доценты.
- 1969-1994 йылдарҙа — КФУ каты есем физикаһы кафедраһын ойоштороусыһы һәм мөдире,
- 1971-2010 йылдарҙа — кафедра профессоры.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Магнит резонансы һәм парамагнит релаксацияһы буйынса белгес буларак, мессбауэр спектроскопияһын тикшереү төркөмө (лаборатория 1969 йылда кафедра итеп үҙгәртелә) ойоштора. Физика, теоретик физика, каты есем физикаһы буйынса 320-нән артык фәнни хезмәте нәшер ителгән. Магнитлы есемдәрҙең, ферритларҙың микротөҙөлөшөн гамма-резонанслы тикшереүе менән халыҡ-ара абруй ҡаҙана. 26 фән кандидаты (шул иҫәптән, Мысыр, Сүриә, АҠШ өсөн), 4 фән докторы әҙерләгән.
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- О поляризации ядерных моментов и ширине линии ядерного резонанса в кристаллах солей иона Сu2+ // Журнал экспериментальной и теоретической физики. 1958. Т. 35, вып. 3;
- О влиянии оптического излучения на электрическое квадрупольное взаимодействие ядра парамагнитного иона // Письма в Журнал экспериментальной и теоретической физики. 1966. Т. 3, вып. 6;
- Влияние обменного взаимодействия магнитных ионов на интенсивность мессбауэровского спектра // Физика твердого тела. 1967. Т. 9, № 10;
- Магнитная микроструктура ферритов. Казань, 1978;
- Кинетика фазообразования в процессе синтеза алюминий-замещенного гексаферрита // Неорганические материалы. 1999. Т. 35, № 12;
- Мессбауэровские исследования некоторых систем перовскитподобных оксидов // Исследовано в России: электронный журнал. 2004;
- Магнитное упорядочение и электрические свойства ферриманганитов. Saarbrücken, Deutschland, 2010.
Бүләктәре, мактаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ КФУ шәрәфле профессорлары исемлеге 2018 йыл 3 ғинуар архивланған.
- ↑ Әти-әнисе репрессияләнгән булу сәбәпле, аспирантурага кабул итмиләр, Казанда эшкә алмыйлар