Башкиров Шаһивәли Ғәли улы
Башкиров Шаһивәли Ғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1894 |
Тыуған урыны | Камышлы[d], Q47089310?, Мамаҙыш өйәҙе[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 май 1938 |
Вафат булған урыны | Ҡазан, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | прокурор |
Шаһивәли Башкиров, Шаһвәли (варианты: Шаһивәли[1] Ғәли улы Башкиров, рус. Башкиров Шагивали (Шахвали) Галеевич (1894-1938) — дәүләт эшмәкәре, Татарстан республикаһының юстиция халыҡ комиссары, мәғариф халыҡ комиссары (1934-1937), Татарстан республикаһы прокуроры. РКП (б) ағзаһы (1918-1936).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1894 йылда Ҡазан губернаһы Мамадыш өйәҙе (хәҙерге Ҡуҡмара районы) Камышлы ауылында тыуған. Иҫке Ҡая ауылы мәктәбен, Мамадыш мәктәбен тамамлаған.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1913-1915 йылдарҙа — Ҡаҙанда магазинда приказчик. 1915 йылда Вятка губернаһы Малмыж өйәҙе Ноҡрат Аланы ауылында магазинда эшләй. 1915-1918 йылдарҙа — хәрби хеҙмәттә, 95-се пехота полкы ефрейторы.
Октябрь революцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың яҙынан Мамадыш өйәҙе Камышлы ауылында ярлы-ябағай комитеты сәркәтибе. Мамадыш өйәҙе Люга ауылында волость ҡулланыусылар кооперацияһы бухгалтеры.
Граждандар һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың декабренән Ҡыҙыл Армияла. Ҡаҙанда мосолман командалыҡ курстары сәркәтибе, РКП (б)-ның батальон һәм полк бүлексәләре рәйесе, полк командиры ярҙамсыһы вазифаларында.
ТАССР-ҙың ойошторолоуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1921 йылдың йәйенән Татарстан АССР-ның игенселек буйынса халыҡ комиссариатында нәшриәт бүлеген етәкләй. «Игенсе» журналын сығарыуҙа туранан-тура ҡатнаша.
1922 йылдың яҙынан Быуа кантоны башҡарма комитеты рәйесе. Кантонда астарға ярҙам итеү комитеты рәйесе. Һуңыраҡ РКП (б) Быуа кантон комитеты рәйесе.
Ҡаҙанда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар АССР-ның сауҙа эштәре буйынса халыҡ комиссары урынбаҫары.
- Татар АССР-ның эшсе-крестьян инспекцияһы халыҡ комиссары урынбаҫары.
- Татар АССР-ның ауыл хужалығын кредитлау шураһы (Татселькредсоюз) рәйесе.
- Татар АССР-ның юстиция халыҡ комиссары.
- Татар АССР-ның прокуроры.
- Татар АССР-ның ауыл хужалығы кооперацияһы идаралығы рәйесе.
- Татар АССР-ның дәүләт нәшриәте (Татгосиздат)рәйесе.
- РКП (б)-ның өлкә комитетында ауыл хужалығы бүлеге мөдире.
- 1930 — 1933 йылдарҙаТатар АССР-ның промысел кооперацияһы шураһы рәйесе.
- 1934 — 1937 йылдарҙа Татар АССР-ның халыҡ халыҡ мәғәрифе комиссары, бер үк ваҡытта «Белем» журналы, «Уҡыу Ударнигы» гәзите мөхәрририәттәрен етәкләй.
- 1937 йылда "Союзкинопрокат"тың Ҡаҙан студияһы директоры.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ш. Г. Башкиров. 1929—1930 йылдарҙа Татарстан Совет Социалистик Республикаһында промкооперацияның эш һөҙөмтәләре һәм уның алдында торган бурыстар. Каҙан: ТДН, 1932.
Репрессия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йылдың йәйендә ВКП (б)-ның Үҙәк комитетының «троцкий-зиновьевсы ихтилалға ҡаршы блоктың террорсы эшсәнлеге тураһында» ябыҡ хатын тикшергәндә, мәғариф халыҡ комиссары Ш. Башкиров оппозиционерҙар Мөхөтдинов һәм Ғәлә Хоҙаяровты яҡлауҙа ғәйепләнә, 1937 йылдың апрелендә эшенән азат ителә. 1937 йылдың авгусында НКВД тарафынан ҡулға алына. 1938 йылдың 9 майында СССР юғары суды хәрби коллегияһы, «уң троцкист, милләтселек менән һуғарылған террор ойошмаһының етәкселәренән береһе» булыуҙа ғәйепләп, иң юғары язаға хөкөм итә[2]. 1957 йылда аҡлана.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны Разия Ғосман ҡыҙы, математика уҡытыусыһы һәм «ватанын һатҡан кешенең ғаилә ағзаһы» булараҡ, 1938 йылда репрессиялана, 8 йыл тотҡонлоҡҡа хөкөм ителә. 1956 йылда аҡлана.
Улы Шамил Шаһивәли улы (1927-2010), ғалим-физик, физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1971), ТР ФА мөхбир-ағзаһы (1994), РСФСР атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980).
Ейәндәре Ҡаҙан мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡуҡмара ҡала тибындағы биҫтәһендә урамға исеме бирелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татарский энциклопедический словарь. Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998.
- Национальный архив Республики Татарстан. Фонд Р-3622, опись 1, дело 198.
- Возвращенные имена. Документальные очерки. — Казань, 1990
- Хаклык аклаган исемнәр. Казан: ТКН, 1991. ISBN 5-298-00652-3
- Г. Р. Кәримова. К вопросу о реализации суверенных прав ТАССР (20-е годы ХХ века). Казан, «Ученые записки КФУ», том 153, кн.3, 2011.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]* Ш. Г. Башкиров «Милләттәштәр» сайтында
- Ф. Н. Баһауетдинов. Һәр яңы эшкә ҡыйыу тотондо. «Научный Татарстан республикаһы, удмурт республикаһы», 2013, 2-се һан. 2021 йыл 27 февраль архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сәяси золым корбаннары исемлеге
- ↑ Все адреса.орг сайтында 2016 йыл 5 март архивланған.