Башмакова Лидия Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башмакова Лидия Ивановна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 август 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Гагаринский район[d]
Вафат булған көнө 9 август 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Смоленск өлкәһе, Смоленский район[d], Богородицкое[d]
Изображение могилы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Лидия Ивановна Башмакова (19262012) — һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Богородицкийҙа Башмакованың ҡәбере.

Лидия Ивановна Башмакова 1926 йылдың авгусында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 19 август[1]) авгусында[2] Лешково ауылында (хәҙер — Смоленск өлкәһе, Гагарин районы). 1941 йылда тулы булмаға урта мәктәптең алты синыфын тамамлай; шул уҡ йылда оккупацияла була.

Гжатск районы азат ителгәндән һуң ауыл хужалығын тергеҙеүҙә ҡатнаша, прицепщик булып эшләй; тракторсылар курсын тамамлай.

Тыуған ауылына ҡайтып, көтөүсе булып эшләй, артабан «Передовик» колхозында һауынсы, һуңынан Радищев исемендәге колхозда һауынсы булып эшләй. 1953 йылдан алып 1957 йылға тиклем алдынғы ысулдар индереү һөҙөмтәһендә үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан һөт һауып алыуҙы 1600 килограмдан алып 5875 килограмға тиклем арттыра.

СССР Юғары Советы Президиумының 1958 йылдың 10 мартындағы указы менән Лидия Башмаковаға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1964 йылда КПСС сафына инә. 19691981 йылдарҙа Радищев исемендәге колхоз ашханаһында эшләй.

1981 йылда пенсияға сыға; Гагарин районының Никольское ауылында йәшәй, һуңыраҡ Смоленск өлкәһенең Смоленск районы Богородицкий ауылына күсеп килә, 2012 йылдың 9 авгусында Богородицкий ауылы зыяратында ерләнә[1].

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В.И.Лениндың 100 йыллығы айҡанлы» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Башмакова Лидия Ивановна. Смоленский некрополь. Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 июнь 2013. 25 июнь 2013 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 И. Н. Беляев, 1991

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башмакова Лидия Ивановна // Беляев И. Н. Честь и слава — по труду: Биобиблиогр. справочник о смолянах — Героях Социалистического Труда, полных кавалерах ордена Трудовой Славы. — Смоленск, 1991.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башмакова Лидия Ивановна. «Герои страны» сайты.