Эстәлеккә күсергә

Башҡарҡы (ауыл)

57°37′41″ с. ш. 60°52′27″ в. д.HGЯO{{#coordinates:}}: нельзя иметь более одной первичной метки на странице
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Башҡаркы (ауыл) битенән йүнәлтелде)
Башҡарҡы
Ил

Рәсәй

Координаталар

57°37′41″ с. ш. 60°52′27″ в. д.HGЯO

Телефон коды34359
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

65 232 808 001

Код ОКТМО

65 717 000 316

Номер в ГКГН

0037887

Башҡарҡы (Рәсәй)
Башҡарҡы
Башҡарҡы
Башҡарҡы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Горноуральский городской округ[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 568 кеше (2010)[1]
Почта индексы 622923
Урындағы телефон коды 34359
Карта
 Башҡарҡы Викимилектә

Башҡарҡы — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһе Горноуральский ҡала округындағы ауыл.

Ауыл Башҡарҡы Горноуральский ҡала округы муниципаль берәмегенә ҡараған Башкарка Урал тауҙарының, көнсығышында урынлашҡан, Екатеринбургтан төньяҡҡа табан 76 км алыҫлыҡта һәм Түбәнге Тагил ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа 67 километрҙа Ямбарка йылғаһының һул ҡушылдығы (Нейва йылғаһы ҡушылдығы) Башҡарҡы йылғаһының ике яры буйлап урынлашҡан. Эргәһендә ҙур булмаған быуа бар[2]. Ауыл эргәһенән урындағы әһәмиәткә эйә Николо-Павловское — Петрокаменское — Алапаевск шоссе юлы үтә. Урындың климат шарттары һаулыҡ өсөн уңайлы; ере ҡара тупраҡлы һәм урыны менән балсыҡлы[3].

Ауыл XVIII быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килгән. Ауылдың атамаһы бында тәүге нигеҙ һалып йәшәгән — башҡорт ир-егете менән бәйле. Халыҡ малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән. Барлығы

ир-ат 1211 йән, шулар араһынан 335 йән раскольниктар — австриялылар һәм беспоповсылар. Халыҡтың күпселеге ер эшкәртеү менән шөғөлләнә, ҡайһы берҙәре заводтарҙа эшләй, йәйен тимер, ҡышын — утын һәм күмер ташыйҙар. Башҡарҡы ауылында Башҡарҡы земство халыҡ мәктәбе бар[3].

Шул билдәле

Дәүләт крәҫтиәндәренең Башҡар улусы 1850 йылда уҡ була һәм уның составында: Краснопольское, Мурзинское ауылдары, Бродовая, Кайгородка ауылдары булған.[4]

1910 йылда ауылда 4 сауҙа кибете, ике һыра һәм бер шарап (дәүләт) кибете була, йылына ике тапҡыр: 18 ғинуарҙа һәм 22 июндә йәрминкәләр уҙғарыла.

Православие динлеләрҙән башҡа, старообрядсылар ҙа була, улар ауыл тарихында бик күп эҙ ҡалдырған. Мәҫәлән, ауылда австрия дин әһеле Леонтий Шестаков тураһында иҫтәлек һаман йәшәй. Ул ауыл хужалығы ҡорамалдары һәм машиналары ҡулланып, башлыса старообрядсылар араһында ваҡ һөнәрселек кәсептәре үҫешенә ҙур өлөш индергән.

1898 йылда Башҡарҡы Улус идаралығы, бинаһы төҙөлә һуңыраҡ ул улус башҡарма комитеты, тип йөрөтөлгән, 1925 йылда был бинала крәҫтиән йәштәре мәктәбе асыла.

1900 йылдың башында ауылда земство башланғыс училищеһы асыла. 1907 йылдың көҙөндә училище бинаһында Павленков исемендәге беренсе халыҡ китапханаһы асыла. 1942—1945 йылдарҙа бина шырпы фабрикаһы итеп ҡулайлаштырыла, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, фабрика ябыла, бинала клуб урынлаша.[5].

1906 йылда Башҡарҡы дауахана бинаһы төҙөлә.[6]

Башҡарҡыла уңдырышлы ҡара тупраҡ. Совет осоронда бында йәшелсәселек, игенселек һәм малсылыҡ менән уңышлы шөғөлләнгән Башҡарҡы совхозы эшләне. Күрше Паньшино ауылында «Победа» совхозы — иң ҙур орлоҡсолоҡ хужалығы булды. Башҡар совхозы үҙ ваҡытында 400 гектарға тиклем картуф үҫтерҙе[7].

Иоанн-Предтеча сиркәүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иоанн Предтеча Раштыуаһы Ғибәҙәтханаһы

Ауылда беренсе ҡорам ағастан, Иоанн Предтеча Раштыуаһы хаҡына төҙөлгән бер изге өҫтәлле сиркәү була. Ул 1879 йылда Пермь һәм Верхотур епискобы преосв. Вассиан фатихаһы менән ошо мәхәллә составына ингән ауылдар кешеләренең аҡсаһына төҙөлә. 1888 йылдың 29 апрелендә бөтә ауыл тиерлек янғанда, ғибәҙәтхана ла яна. 1890 йылда таштан бер изге өҫтәлле Иоанн-Предтеча ғибәҙәтханаһы һалына; ул мәхәллә кешеләре һәм епархия начальниктары һәм губерна һәм өйәҙ земствоһы ярҙамына таянып төҙөлә. 1893 йылда ул тамамлана һәм изгеләндереүҙең преосв ғибәҙәтхана булған. Екатеринбург һәм Эрбет епискобы преосвященство Афонасий фатихаһы менән изгеләндерелә[3].

1928 йылда сиркәү ябыла, бинала келәт урынлаша[2]. Хәҙерге ваҡытта ҡорам тергеҙелә[8].

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда китапханаһы менән мәҙәниәт йорто, мәктәп, урман хужалығы, округ дауаханаһы, ашығыс медицина ярҙамы станцияһы, полиция терәк пункты, почта һәм «Сбербанк» бүлексәләре бар.

Түбәнге Тагил менән даими автобус бәйләнеш урынлаштырылған.

Бөгөнгө көндә халыҡ ағас эшкәртеү менән йәшәй. Кемдер заказға бура бурай, икенсеһе — 20 йылдан артыҡ инде Германияға мунса буралары оҙата.

Башҡарҡыға «Некрасово» ЯСЙ-те эшҡыуарҙары күҙ һалған, улар ташландыҡ ауыл хужалығы ерҙәрен үҙләштереү менән шөғөлләнә. Бик күп аҡса индереп, ангарҙар төҙөй башланылар. 67 млн. һумлыҡ киптереү комплексы төҙөнөләр. Газ, электр уты үткәрҙеләр.[7]. Эш урындары булдырҙылар, әлегә бер сезонда 37 кеше эшләй. Башкарканың 9 кешеһе даими эшкә керҙе. Ялан эштәренә 50-гә яҡын кеше йәлеп итәләр. 2018 йылда малсылыҡ үрсетеү маҡсатында ангар төҙөнөләр, 152 һыйыр килтерҙеләр. Мәрмәр ит етештерәсәктәр.

Предприятие: «Башҡарҡы» ТОО (хәҙер банкрот); «Инвестстрой-Екб» ЯАЙ-е (урман әҙерләү). Эшҡыуарҙар бындағы мөмкинлектәргә тартыла. 2019 йылда — ике ангар төҙөләсәк: мал үрсетеү һәм иген һаҡлау өсөн. Перспективала — һөт етештереү маҡсатында 1000 баш һыйыр, ә ит етештереү маҡсатында 6 000 баш өсөн малсылыҡ комплекстары төҙөү. 15-әр йылдар эшкәртелмәй ятҡан ерҙәр бар.

Халыҡ иҫәбе
2010[9]
568
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  3. 3,0 3,1 3,2 Башкарское село // Приходы и церкви Екатеринбургской епархии. — Екатеринбург: Братство Св. Праведного Симеона Верхотурского Чудотворца, 1902. — С. 647.
  4. Словарь Верхотурского уезда Пермской губернии. 1910 г..
  5. Казанцев В. Спички из Башкарки / В. Казанцев // Книга памяти: Пригородный район Свердловской области / ред. А. С. Поспелова. — Нижний Тагил: ГОУП Нижнетагильская типография, 2001. — Т. 2. — С. 219.
  6. Горноуральский неофициальный сайт: Горноуральский городской округ (Пригородный район).
  7. 7,0 7,1 https://sverdlovsk.er.ru/news/2019/4/17/reportazh-iz-bashkarki-kak-zhivet-starinnoe-uralskoe-selo/ Репортаж из Башкарки: как живет старинное уральское село 17 апреля 2019 г.
  8. Бурлакова Н.Н. Забытые храмы Свердловской области. — Екатеринбург: Сократ, 2011. — С. 186—187. — ISBN 978-5-88664-395-4.
  9. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.