Башҡортостан Республикаһының Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостан Республикаһының Михаил Нестеров исемендәге
дәүләт премияһы
Ил

Рәсәй Рәсәй
Башҡортостан Башҡортостан

Награда төрө

маҡтаулы исем

Кем тапшыра

Башҡортостан Башлығы

Статус

ғәмәлдә

Статистика
Раҫланған ваҡыты

21 ноябрь 2017 йыл

Беренсе бүләкләү

ғинуар 2018 йыл

Башҡортостан Республикаһының Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы — Башҡортостан Республикаһының дәүләт премияһы, дәүләт наградаһы. Һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн ике йылға бер тапшырыла.

Премия тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы 2017 йылдың ноябрендә булдырылды[1]. Республика башлығы указы менән премия, уны тапшырыу буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы комиссия, шулай уҡ уның составы раҫланды.

Премия күренекле һынлы сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙырған, шулай уҡ сәнғәт теорияһы һәм тарихы, художестволы тәнҡит өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Премияның күләме 500 мең һум тәшкил итә[1].

Наградаға рәссамдар, сәнғәт белгестәре һәм коллективтар дәғүә итә ала.

Артабан тәҡдим ителгән әҫәрҙәр һәм ғилми тикшеренеүҙәр ике турҙы үтергә тейеш: беренсе этапта М. В. Нестеров исемендәге асыҡ республика тематик күргәҙмә-конкурсында күрһәтеү өсөн эштәр һайлап алына, икенсеһендә премия лауреаттары билдәләнә.

Документтар 1 апрелдән 20-нә тиклем ике йылға бер тапҡыр ҡабул ителә[1], ә 2017 йылда — 20 ноябрҙән 30-на ҡәҙәр[2].

Премия лауреаттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыл Лауреаттың исем-шәрифе Бүләкләнеү нигеҙе
2018 Фирдант Нуриәхмәтов, рәссам Михаил Васильевич Нестеров һәйкәлен эшләгән өсөн[3]
Николай Калинушкин, рәссам
(үлгәндән һуң)
Михаил Васильевич Нестеров һәйкәлен эшләгән өсөн[3]
Владимир Лобанов, рәссам Михаил Васильевич Нестеров һәйкәлен эшләгән өсөн[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]