Калинушкин Николай Александрович
Калинушкин Николай Александрович | |
Файл:Nkalinushkin.jpg | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Гражданлығы: | |
Жанр: |
скульптор |
Уҡыған урыны: |
С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү художество-сәнәғәт институты |
Наградалары: |
Сәнғәттәге юғары ҡаҙаныштары өсөн ГДР миҙалы |
Исемдәре: |
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (1997), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1993) |
Премиялары: |
Башҡортостан Республикаһының Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы (2018) |
Калинушкин Николай Александрович ( 25 ғинуар 1948 йыл — 20 апрель 2004 йыл) — скульптор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған рәссамы. Башҡортостан Республикаһының Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018, үлгәндән һуң)[1]. Өфөләге «Ҡайғылы әсә» мемориаль комплексы авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Александрович Калинушкин 1948 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. 1972—1977 йылдарҙа Мәскәү Юғары художество-сәнәғәт училищеһының монументаль сәнғәт факультетында (С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү художество-сәнәғәт институты, скульптура бүлексәһе) профессорҙар А. С. Кондратьев һәм Г. А. Шульц оҫтаханаһында белем ала.
1977 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1991 йылдан 2004 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы идараһы рәйесе булып эшләй.
1977—1985 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетында рәсем һәм скульптура фәнен, 1992 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтының живопись факультетында уҡыта. 1996 йылдан — сәнғәт институты доценты.
1993 йылда — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы», 1998 йылда «Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы» исемдәренә лайыҡ була.
Николай Калинушкиндың әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө), Рәсәй Художество күргәҙмәләре дирекцияһы (Мәскәү), Рязань өлкә художество музейы, Ҡурған художество музейы, Төмән һынлы сәнғәт музейы, «Восток» фонды традицион һәм хәҙерге заман сәнғәте галереяһы (Өфө), Башҡортостан халыҡтарының этнография музейы (Өфө) тупланмаларында, шәхси йыйынтыҡтарҙа һәм сит илдәрҙә: «Дантеско» фонды тупланмаһында (Верона, Италия) һәм шәхси коллекцияларҙа (Германия, Словакия, АҠШ, Франция) һаҡлана.
1989 йылдан Николай Калинушкин инициативаһы буйынса Өфөлә, унан һуң Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында скульптура буйынса симпозиумдар үткәрелә. Сара ҡала урамдары һәм майҙандарына скульптура әҫәрҙәре урынлаштырып, художество мөхите өҫтәү, ҡалаларҙы эстетик яҡтан көсәйтеү идеяһынан сығып эшләнә. Шулай итеп, Өфөнө биҙәп торған ансамблдәр, айырым һәм төркөмлө статуялар барлыҡҡа килә (Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры, Машина эшләүселәр мәҙәниәт һарайы эргәһендә, Революцион урамда һ.б.).
Скулптор әҫәрҙәренең урынлашҡан ерҙәре: «Дантеско» фонды галереяһы (Италия), М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (Өфө), Пожалостин исемендәге Рязань дәүләт художество музейы, Переяславль-Залесский, Аҙау, Дондағы Ростов, Элиста художество музейҙары.
2018 йылдың ғинуарында Михаил Васильевич Нестеров һәйкәлен эшләгән өсөн уҡыусылары Фирдант Нуриәхмәтов һәм Владимир Лобанов менән бергә Николай Калинушкин (үлгәндән һуң) Башҡортостан Республикаһының 2017 йылда булдырылған Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһының беренсе лауреаты булды[1].
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Александрович Калинушкин республикала скульптура сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, айырыуса ХХ быуаттың 90-сы йылдарында уңышлы эшләй. Был осор нәҡ уның ижады һәм педагогик эшмәкәрлеге менән бәйләнгән, Рәсәйҙә билдәле оҫталарҙы – Фирдант Нуриәхмәтов, Владимир Лобанов, Руслан Ниғмәтуллин һәм башҡаларҙы ул уҡытҡан.
Николай Александровичтың таланты скульптураның портрет, медальер сәнғәте, монументаль сәнғәт кеүек жанрҙарында сағылыш таба. Портреттарҙа Калинушкин персонаждың шәхесен төрлө пластик саралар менән һынландыра. Скульптор бик күп мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең портреттарын бик ихласлап башҡара («Михаил Нестеров», «Рәми Ғарипов», «Борис Домашников» һ.б.).
Николай Калинушкин — локаль хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған Башҡортостан яугирҙәренә бағышланған мемориалдың авторы. Мемориал Өфөлә Комаров урамында 2003 йылдың 25 октябрендә асыла. Һәйкәлдең эскизы 1998 йылда Еңеү паркы төҙөлөп бөткәндән һуң эшләнә.
Күргәҙмәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1977 йылдан Калинушкин — республика, зона, төбәк, бөтә Рәсәй, бөтә Союз, халыҡ-ара һәм сит илдәрҙә үткән күргәҙмәләр ҡатнашыусыһы. 1988 йылдан «Таштағы скульптура» халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика симпозиумдарында ҡатнаша.
Айырыуса мөһим күргәҙмәләре һәм арт-проекттары:
- 1983 — Бөтә Рәсәй бәләкәй формалы скульптура күргәҙмәһе (Мәскәү)
- 1986 — «Миҙалдар призы» халыҡ-ара конкурсы (Париж, Франция)
- 1992, 1994 — «Дантеско» халыҡ-ара биенналеһы (Милан, Верона, Италия)
- 1994 — «Башҡортостан рәссамдары Рәсәй Художество академияһында» (Мәскәү)
- 1994 — «Арауыҡ һәм форма» Бөтә Рәсәй хәҙерге заман скульптураһы күргәҙмәһе (Рязань)
- 1996 — Беренсе республика скульптура күргәҙмәһе (Өфө)
- 1999 — Башҡортостан Республикаһы рәссамдары төркөмөнөң Рәсәй Художество академияһындағы күргәҙмәһе (Мәскәү)
- 1999 — Халыҡ-ара бәләкәй формалы скульптура күргәҙмәһе (Созопол, Болгария).
Скульптура симпозиумдары: Рәсәйҙекеләр — 1988, 1989, 1990, 1991, 1992 йылдарҙа Өфөлә, 1989, 1994 йылдарҙа Пензала, 1990 йылда Дондағы Ростовта, 1992, 1993 йылдарҙа Рязандә, 1992 йылда Аҙауҙа, 1996 йылда Ҡазанда.
Халыҡ-ара — 1997 йылда Элистала (Рәсәй), 1998 йылда Нефтекамала (Рәсәй), 1999 йылда Өфөлә (Рәсәй), 2003 йылда Мәскәүҙә Үҙәк Рәссам йортонда (Рәсәй)
Шәхси күргәҙмәләре: 1992, 1998(2), 2000 йылдарҙа Өфөлә, 1994 йылда Рязандә, 1994 йылда Мәскәүҙә.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһы (2018)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (1997)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1993)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылдың 25 ғинуарында Өфөлә СССР Рәссамдар союзы ағзаһы Калинушкин Николай Александровичҡа Өфө ҡалаһының Менделеев урамындағы ул 1997—2004 йылдарҙа йәшәгән 138-се йортта иҫтәлекле таҡтаташ асыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башҡортостанда Нестеров премияһының беренсе лауреаттары иғлан ителде. , 2018, 23 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2018)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Л. Клемент. Чтобы помнили. 2016 йыл 3 март архивланған. Журнал «Рампа».
- 25 ғинуарҙа тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфөлә тыуғандар
- 20 апрелдә вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Башҡортостан скульпторҙары
- СССР скульпторҙары
- Өфө рәссамдары
- Михаил Нестеров исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорттар тураһында яҙған башҡа милләт (ил) шәхестәре