Эстәлеккә күсергә

Башҡорттарҙың йола фольклоры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорттарҙың йола фольклоры
Дәүләт  Рәсәй
Урын Башҡортостан Республикаhы
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

Башҡорттарҙың йола фольклоры (урыҫса: обрядовый фольклор башкир) — тәбиғәт күренештәренә, физик һәм физиологик үҙгәрештәргә, йәмғиәттә, ғаиләлә булған хәлдәргә йоғонто яһарға тырышыу маҡсатында көйләнеп, һөйләнеп килгән теҙмә һәм сәсмә телмәр өлгөләре. Йола атҡарыу йыш ҡына театраль күренеште хәтерләтә[1].

Ерҙә йәшәгән һәр халыҡтың милли булмышы тап йола күренештәре аша сағылдырыла. Шунлыҡтан ниндәй ҙә булһа халыҡ тураһында мәғлүмәт йыйырҙан алда тикшеренеүселәр мотлаҡ уның йолаларына иғтибарын йүнәлтә. Әхмәт ибн Фаҙлан (Х быуат) һәм Әбү-Хәмит Әл-Ғариати (XIII быуат) ҡалдырған яҙмаларҙа башҡорттарҙың мәжүсиҙәргә хас йолалары атап үтелә. Венгр миссионерҙары Юлиан, Карпини, Рубрук (XIII быуат), голланд ғалимдары Масса һәм Витсен (XVIII быуат) башҡорттарҙың һәр төрлө ышаныуҙарына, им-томдарына иғтибар итә. Урыҫ тикшеренеүселәре В. Татищев, П. Рычков, И. Георги, И. Лепехин (XVIII быуат), П. Кудряшев, В. Даль, П. Размахнин, В. Черемшанский, Л. Берхгольц, С. Рыбаков (XIX быуат), Д. Зеленин, С. Руденко, М. Салтыковтарҙың хеҙмәттәрендә башҡорт йолалары сағылыш таба[1].

П. Назаров, Б. Юлыев, М. Өмөтбаев (XIX б.), Ғ. Вилданов, Н. Таһиров, Х. Ғәбитов, Ғәббәс Дәүләтшин (XX б.) кеүек башҡорт зыялылары йолаларыбыҙҙы йыйыуға етди иғтибар бүлә. З. Вәлиди-Туған, А. Инан (Фәтхелҡадир Сөләймәнов), Ғ. Амантай, Ә. Харисов, К. Мәргән кеүек ғалимдарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ был йүнәлештәге эш йөкмәткеһен байтаҡҡа байыта. Артабан яңы быуын фольклорсылары М. Сәғитов, С. Галин, Н. Шоңҡаров, Ф. Нәҙершина, Әхмәт һәм Риф Сөләймәновтар, Р. Солтангәрәева, Б. Байымов, Г. Хөсәйеновалар ҡалҡып сыға. Раил Кузеев, Н. Бикбулатов, Л. Нагаева, Ф. Фәтихова кеүек этнографтар йолаларыбыҙҙы үҙ иғтибарҙарынан ситтә ҡалдырмай. Халҡыбыҙҙың йолаларын ғилми яҡтан өйрәнеүҙә лә уңыштар байтаҡ. Мәҫәлән, Мөхәмәтша Буранғолов туй йолаһының йыйылма тасуирламаһын төҙөй. Әхнәф Харисов сеңләүҙәрҙең поэтик үҙенсәлен тикшерһә, Л. Лебединский уларҙың музыкаль яғына иғтибарын йүнәлтә. Ә Р. Солтангәрәева ғилми йәһәттән туй йолаларының тарихи нигеҙҙәрен, поэтик репертуарын өйрәнә[1].

Йолаларҙы түбәндәге өс төркөмгә бүлергә мөмкин (уларҙың тәғәйенләнеше, ниндәй шарттарҙа атҡарылыуы күҙҙә тотола):

1. хөрәфәттәр, боронғо йолалар (серле заттарға ышаныу, им-том, арбау, әпсенләү, мал-тыуарҙы имләү, тәбиғәт дауавлары, теләктәр, һынамыштар, ырымдар, юрауҙар һ. б.);

2. тәбиғәткә ҡағылышлы йолалар, халыҡ байрамдары (ваҡыт миҙгелдәре, йыйындар, тәбиғәт байрамдары; хеҙмәт, кәсеп һәм яу-көрәш йолалары, өгөт-нәсихәт һ. б.);

3. ғаилә -көнкүреш йолалары (тыуым, бала бағыу, бала бәпләү, туй, кешене ҡайтмаҫ юлға оҙатыу)[1].

Хөрәфәттәр, боронғо ыҙан йолалары: Ибн Фаҙлан яҙмалары буйынса, ул заманда башҡорттар ун ике раббыға инанған (ҡыш раббыһы, йәй раббыһы күк раббыһы һ. б.). Уның билдәләүенсә, башҡорттар илаһи зат — раббынан тыш төрлө сихри заттарға (рухтарға, эйәләргә) ышана. Боронғо бабаларыбыҙ донъяны өс ҡатлы итеп күҙ алдына баҫтырған:

1) иң юғары донъя — Күк тәңреһе (йәки Күк) донъяһы. Риүәйәттәр буйынса, унда Көн (Ҡояш) менән Ай, уларҙың ире Самрау, Тимерҡаҙыҡҡа бәйле Һарат менән Буҙат һәм уларҙы ҡыуыусы алты ас бүре (йәки ете дейеү) йәшәй.

2) ер өҫтө донъяһы — әҙәм заты, уның ярҙамсылары — толпар, шоңҡар, аҡҡош, күгәрсен; йорт, ҡура, тау һ. б. эйәләре көн иткән урын; 3) ер (һыу) аҫты донъяһы — аждаһалар сәмреғош, һыу инәһе һ. б. төйәге.

(Башҡорт халыҡ ижады, 1-се том, 11-се бит)

Имләүҙәр: Борон тәбиғәт көстәре мифик заттар булараҡ кәүҙәләндерелһә, сир-зәхмәттәр юха йылан йәки башҡа имәнес зат булараҡ төҫмөрләнә. Шуға ла теге йәки был йола үтәү талап ителә. Мәҫәлән, сирле баланың күлдәген өс тапҡыр ағын һыуҙа сайҡатыу талап ителгән (был йола тик ҡараңғы төшкәс кенә башҡарыла һәм унан алда ағын һыуға сепрәк йәки тәңкә ташалана) һәм, күлдәкте һыулы килеш ҡуйынға һалып алып ҡайтып, ауырыған балаға кейҙереү фарыз. Шуныһы мөһим: имләгәндә имләүсе лә, һәм сирле бала ла йоланың ыңғай тәьҫиренә инанған булырға тейеш. Тәңкә йәки сепрәкте һыуға ташлағанда әйтелгән һамаҡ:

— Һыу инәһе Һарысәс,

Һыу инәһе Һарысәс,

Шәфҡәтеңде һал миңә,

Зәхмәтеңде ситкә сәс!—.

  • Имләгәндә ҡулланыла торған тағы ла бер һамаҡ:
«Әпсен-Төпсөн, минән китһен,
Айға күсһен, шунда үҫһен!
Әпсен-төпсөн, тиҙерәк бөтһөн!».
  • Яңы тыуған баланы ен-шайтандан аралау өсөн кендек инәһе, бала тыуғас уны йыуындырып һәм йүргәккә төргәс, уның ҡолағына йүргәк исемен ҡысҡырып әйтеп, әсәһе янына һала. Шулай уҡ ен-пәрейҙән сабыйҙы һаҡлау маҡсатында бала яҫтығы аҫтына ниндәй ҙә булһа тимер ҡорал (бысаҡ, ҡайсы) һалына.

Йола фольклорында им-томдарға бәйле рәүештә тыуған һәм сихри көскә эйә булырға тейешле шиғри әҫәр Арбау тип атала (халыҡ араһында һамаҡ тип тә йөрөтәләр). Арбауҙың төп үҙенсәлеге — кеше аңында тыуған яуыз көстәрҙе ҡурҡытыу, йәки алдаштырыу. Улар шартлы рәүештә бер нисә төркөмгә бүленә:

1) төрлө ауырыуҙарға, сырхауҙарға ҡаршы йүнәлтелгәндәре. Мәҫәлән, ҡот ҡойоу йолаһы[2]:.

Ҡот ҡойоу: Борон кешенең нимәнәндер, йәки кемдәндер ҡурҡып ауырыуы ихтимал, тип, «Ҡот ҡойоу» имләүен дә үткәргәндәр. Бының өсөн иретелгән ҡурғашты һыуыҡ һыуға ҡойоп, сирле кешенең нимәнән ҡурҡыуын билдәләгәндәр. Хәҙерге заман имселәре ҡурғаш урынына май-шәм ҡуллана. Ҡот ҡойған мәлдә түбәндәге арбауҙың ҡулланылыуы ихтимал:

Ҡорай ҡотом, ҡорай ҡотом,
Кил, ҡотом, кил, ҡотом!
Ағын һыуҙай ағып кил,
Аҡ балыҡтай йөҙөп кил!
Ҡорай ҡотом, ҡорай ҡотом,
Кил, ҡотом, кил, ҡотом!
Айғыр булып кешнәп кил,
Һыйыр булып мөңрәп кил!
Ҡорай ҡотом, ҡорай ҡотом,
Кил, ҡотом, кил, ҡотом!
Ишектән дә кил, тишектән дә кил,
Кил, ҡотом, кил, ҡотом, кил, ҡотом!

Арбауҙар: Сирле кешенең эс ауырыуын имләгәндә әйтелә торған арбау:

Һары бүҫер, һары бүҫер,
Ҡара башлы һары бүҫер,
Һары бүҫер, сос бүҫер,
Эстән тышҡа күс, бүҫер, күс, бүҫер.
Күсһәң, тышта ҡалырһың,
Кәрәген һайлап алырһың,
Күсмәһәң, күсмәһәң,
Һа, һа, һа…[1]

2) Хужалыҡ эшмәкәрлегенә,кәсеп-һөнәргә бәйле арбау өлгөһө:

Сәңке, сәңке, сәңке йылан,
Сәңке башлы ҡара йылан,
Атҡан уҡтан йүгерек йылан,
Ағын һыуҙан ауын йылан,
Аҡ мамыҡтай йомшаҡ йылан,
Сағыр булһаң, саҡ, йылан,
Саҡмаҫ булһаң, ят, йылан.
Нух пәйғәмбәр хөрмәтенә
Ятҡан ерҙән ҡат, йылан.

3) Яҙлы-көҙлө һарыҡ йөнөн ҡырҡҡанда әйтелә торған арбау:

Ҡарсығанан ҡан ал,
Ябалаҡтан йән ал,
Бүҙәнәнән май ал,
Үҙе килһә ятып ҡал,
Эткә-ҡошҡа тотторма,
Түңгәккә һуғылма...
Атаң-бабаң йолаһы,

Бар, кит, кит, кит.

4) Уҡ-ян ҡоралдарына арналған арбауҙар:

Йылан башлы киң яным, тартҡан саҡта,
Шытырлап һынып китһәң, һиңә — хурлыҡ.
Ҡуҙы яурын ҡорос башаҡты тартҡанда,
Тайшанып, ҡырын китһәң — һиңә хурлыҡ.
Туғыҙ толом аҡ ебәк, туғыҙ үрем,
Сиралып, өҙөлөп китһәң — һиңә хурлыҡ.
Сәсрәнеп тартып та ала алмаһам,
Билдәле, ул ваҡытта миңә хурлыҡ.
Ҡуҙы яурын ҡорос башаҡ тейгән саҡта,
Ҡаҡлығып, өҙалмаһаң — Һиңә хурлыҡ,
Ҡалъяңды өҙгәнсе аталмаһам,
Билдәле, ул ваҡытта миңә хурлыҡ.

Им-том менән бер рәттән сирле кешене дауалауҙа шифалы үҫемлектәр, емештәр файҙаланыла[1].

Башҡорттар үҙҙәрен уларҙы уратып алған тәбиғәттең бер өлөшө тип ҡарай, шуға ла оҙаҡ ваҡыт ямғыр яумай торһа, ҡорбан салып, ҡырға сығып теләк теләү йолаһы булған. Был осраҡта улар Ямғыр тәңреһенә мөрәжәғәт итер булған.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Башҡорт халыҡ ижады. 1-се том/Өфө. «Китап»/1995/560 бит/7-се бит/ISBN 5-295-01394-4
  2. Салауат Галин. Тел асҡысы халыҡта,Өфө. Китап,1993/Т. 12 000 экз./224 бит
  • Башҡорт халыҡ ижады. 1-се том/Өфө. «Китап»/1995/560 бит/7-се бит/ISBN 5-295-01394-4;
  • Салауат Галин. Тел асҡысы халыҡта,Өфө. Китап,1993/Т. 12 000 экз./224 бит.