Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында
Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында | |
Атамаһы | Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында |
---|---|
Төп тема | Башҡортостанда музыка |
Автор | Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1933 |
«Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында» — мәшһүр башҡорт йырсыһы, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов[1] 1933 йылда музыка ғилеме буйынса яҙған хеҙмәт. 1929 йылда Ҡазандан Башҡортостан хөкүмәте саҡырыуы буйынса Өфөгә кире әйләнеп ҡайтҡан Әлмөхәмәтов Башҡортостанда музыка буйынса белем биреү системаһы, опера театры һәм филармония булдырыу эшенә дәртләнеп тотона. Йырсы музыка-ағартыу эшен киң йәйелдерә. Был хеҙмәтендә ул башҡорт совет музыкаһының шул йылдарҙағы торошона баһа бирә, уның киләсәк үҫеш йүнәлештәрен билдәләй. Тарихта музыка ғилеме буйынса башҡорт телендә яҙылған тәүге хеҙмәт.
Очерк 1933 йылда Өфөлә шул уҡ исемле китапта донъя күргән.
Төп өлөш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бик күп халыҡтарҙың музыка фольклорын белһә лә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов туған халҡының йырҙарына өҫтөнлөк бирә. Уның репертуарында һәр саҡ «Урал», «Буранбай», «Сибай», «Таштуғай», «Зөлхизә», «Шәүрә» кеүек башҡорт халыҡ йырҙары ныҡлы урын биләй. Йырсы башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт халҡына хас башҡарыу үҙенсәлектәре яңы, совет осоронда ла һаҡланып ҡалырға тейеш тип иҫәпләй. Ә уны иҫкелек ҡалдығы булған халыҡ йырҙарын совет сәхнәһенә алып сығып, боронғолоҡ, артта ҡалғанлыҡты алға һөрә тип ғәйепләйҙәр.
Очерк Өфөлә Башҡорт дәүләт нәшриәтендә «Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында» тигән китапта 1933 йылда башҡорт телендә нәшер ителгән [2].
Йырсылар араһынан тәүге Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1929) Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың «Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында» (1933) очеркы Башҡортостанда музыка ғилеме буйынса тәүге хеҙмәт була. 1937 йылдың декабрендә йырсы ҡулға алынғандан һуң уның йырҙары яҙылған пластинкалар, уның фотоһүрәттәре юҡ ителә, музыка ғилеме буйынса башҡорт телендә сыҡан тәүге китап та оҙаҡ йылдар уҡыусыларға бирергә ярамаған китаптар исемлегендә була. Ғәзиз Әлмөхәмәтов 1957 йылда үлгәндән һуң (1938) аҡлана, ләкин оҙаҡ йылдар уның исемен иҫкә алмайҙар.
Китап музыка белгестәре, музыка һөйөүселәр, мәҙәниәт тарихын өйрәнеүселәр өсөн әһәмиәтен юғалтмаған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында. Өфө, 1933. (башк.)
- Атанова Л. П. Жизнь как песня. — Уфа, 1973.
- Газиз Альмухаметов и Султан Габяши в Казани: Материалы и документы. — Уфа, 1995.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Музыковедение в Башкортостане(недоступная ссылка)