Баязитов Абдулла Мөтиғулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баязитов Абдулла Мөтиғулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1899
Тыуған урыны Күҙәбай улусы, Новоузенский уезд[d], Һамар губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1937
Һөнәр төрө йәмәғәт эшмәкәре

Баязитов Абдулла Мөтиғулла улы (1899 йыл1937 йыл) — совет дәүләт партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдулла Мөтиғулла улы Баязитов 1899 йылда Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Күҙәбай улусы Акир ауылында (хәҙер — Һарытау өлкәһе Перелюб районы) тыуған[2].

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19181921 йылдар — Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Акир ауылында уҡытыусы.

19231927 йылдар — Ташкент ҡалаһында батрак һәм тәржемәсе.

19271928 йылдар — Башҡорт Республикаһының Йылайыр кантоны Байҡара руднигы үлсәүсеһе.

1928 йыл — Башҡорт Республикаһы Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Ғәли ауылында нҙанлыҡты бөтөрөү эшендә ҡатнаша.

19281929 йылдар — Баймаҡ районы Сибай ҡасабаһы руднигы партия комитеты секретары.

19291930 йылдар — Баймаҡ ҡасабаһы китапханаһы мөдире.

19301931 йылдар — Баймаҡ ҡасабаһы эшсе кооперацияһы агитация-пропаганда эштәрен алып бара, Мәскәү ҡалаһында Центросоюз курстарын үтә.

19311932 йылдар — Сибай руднигында хужалыҡ мөдире.

19321933 йылдар — Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының «Зерновая фабрика» гәзите редакторы.

19331935 йылдар — Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының Комсомольск бүлексәһе идарасыһы (управляющий).

19351937 йылдар — Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары.

1937 йыл — Баймаҡ районында урынлашҡан 46-сы йылҡысылыҡ заводының участка мөдире.

1937 йылда репрессияға дусар ителә, сәйәси золом ҡорбаны[3][4].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Маннапов М. М. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в.. — Уфа: Гилем, 2008. — С. 200.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. М. М. Маннапов. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в. — Уфа: Гилем, 2008. — 200 с. — С.183
  2. Баязитов Абдулла Мутугуллович
  3. Баязитов Абдулла Мутугуллович
  4. М. М. Маннапов. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в. — Уфа: Гилем, 2008. — 200 с. — С.183.