Эстәлеккә күсергә

Баҙал (әҙәби-ижади берекмә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҙал
Нигеҙләү датаһы 1967
Урын Бөрйән районы

Баҙал әҙәби-ижади берекмәһе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районында йәшәгән, шулай уҡ районда тыуып-үҫкән шағирҙар һәм прозаиктар берекмәһе

«Баҙал» әҙәби-ижади берекмәһе шағир һәм публицист Самат Мәһәҙи улы Ғәбиҙуллин инициативаһы буйынса 1967 йылда ойошторола. Тәүҙә 1966 йылда «Таң» гәзите биттәрендә әҙәби колонка булдыра. Ул ваҡытта гәзит редакцияһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Хәсән Назар, билдәле яҙыусы, Мөнир Сибәғәт улы Ишбулатов һәм Самат Мәһәҙи улы Ғәбиҙуллиндар эшләй.

«Базал» әҙәби-ижади берекмәһе менән С. М. Ғәбиҙуллин етәкселек итә, уға Бөрйән еренең иң матур һәм иң бейек тауы — Баҙал исемен бирә. Шул ваҡыттан алып «Таң» битендә «Баҙал» башы аҫтында яҡташтарыбыҙҙың шиғырҙары һәм хикәйәләре баҫыла башланы. Яңы башлап яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың тәүге ижади эштәре донъя күрә.

Ижади берекмә райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша — унда Урал аръяғы агросәнәжет колледжы филиалы студенттары, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелә.

«Баҙал» әҙәби берекмәһе инициативаһы буйынса һәм муниципаль район хакимиәте ярҙамы менән районда сәсән Сабирйән Мөхәмәтҡолов һәм Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премиялар булдырыла.

  • Башҡортостан гәзите. 23 апрель 2021[10]