Баҡалы (ҡасаба)
Баҡалы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Себенле ауыл советы[1] |
Халыҡ һаны | 380 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 460550 |
Баҡалы рус. Бакалка — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ырымбур районындағы ҡасаба. Себенле ауыл советы составына инә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба район үҙәге — Ырымбур ҡалаһынан алыҫ түгел урынлашҡан.
- Сәғәт бүлкәте
Баҡалы ҡасабаһы бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[3]. |
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1736 йылда Бәләбәй губернаһы өйәҙендә Баҡалы ҡәлғәһе ҡоролған, ул үҙенең исемен Ағиҙел йылғаһының ҙур булмаған һул ҡушылдығы Баҡалы йылғаһынан алған. Баҡалы ҡәлғәһенә (һуңғараҡ Баҡалы станицаһы) һәм уның эргәһендәге ҡайһы бер ҡасабаларға православие ҡабул иткән татарҙар күсерелгән. Динен алмаштырған татарҙар ошонан һуң казаклыҡҡа ҡабул ителгән һәм баҡалы казактары тип атала башлаған.
1835 йылда Орск ҡәлғәһенән Троицк ауылына тиклем Рәсәйҙең яңы сик һыҙаты үткәрелә. Бер нисә йылдан, 1842 йылда, казактар Яңы линияға күсерелә башлай. Баҡаалы казактарының күбеһе тиерлек Яңы линияға күсерелә. Бер аҙ өлөшө Яңы линия үткән Һаҡмар йылғаһы буйына күсерелә. Был урын Пречистенканан һәм Чёрный отрог ауылдарынан алыҫ түгел урында була. Фараз итеүҙәренсә, Баҡалы ҡасабаһы 1842 йылда барлыҡҡа килгән[4].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсеһе, топонимсы ғалим Б. Я. Моисеев үҙенең «Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки» тигән китабында бәйән итеүенсә, Баҡалы ҡасабаһы үҙенең атамаһын элекке йәшәгән урыны — Башҡортостандығы Баҡалы ҡәлғәһенән алған (хәҙерге Баҡалы ауылы).
Ойконим үҙ сиратында Ағиҙел йылғаһының ҙур булмаған һул ҡушылдығы Баҡалы йылғаһынан хасил булған. Моғайын, был йылға тирәһендә баҡа һәм башҡа ер-һыу йәнлеге күп булғандыр, тип фараз итә ғалим[5].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[6] |
380 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.
- ↑ Название тюркское; корневая часть бака́, что в переводе на русский язык означает «лягушка», и аффикс прилагательного -лы. Следовательно, наименование речки Бакалы можно перевести как «речка лягушки», или «лягушачья лягушиная) речка, речка, изобилующая лягушками». Вероятно, в речкев большом количестве водились лягушки и другие земноводные. — Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Моисеев Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерки / Оренбург. гос. пед.. — Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО. — Оренбург: ОГПУ, 2013. — 380 с. с. — ISBN ISBN 978-5-85859-528-1.