Эстәлеккә күсергә

Баҡы зоопаркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҡы зоопаркы
Нигеҙләү датаһы 1928
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Майҙан 4,25 гектар
Карта
 Баҡы зоопаркы Викимилектә

Баҡы зоопаркы (әзерб. Bakı Zooloji Parkı) — Баҡылағы дәүләт зоологик паркы. Әзербайжанда иң ҡәҙимгеһе. 1928 йылда асылған. Әзербайжандың Мәҙәниәт һәм туризм министрлығына һәм Баҡы ҡалаһы башҡарма хакимиәтенә буйһона. Зоопарктың дөйөм майҙаны 4,25 гектар[1].

Африка арыҫландары
Мунтжактар
Затлы болан
Дөйәғош

Баҡы зоопаркы 1928 йылда Луначарский исемендәге парк территорияһында (әле Низами исемендә) асыла.

1942 йылда, эвакуацияға килгән Ростов зоопаркы нигеҙендә яңы зоопарк ойошторола, ул Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1945 йылда асыла. 1958 йылға тиклем зоологик парк тимер юлы вокзалы янындағы ҙур булмаған скверҙа (ул артабан Ильич баҡсаһы тип аталған) тотола.

1958 йылда зоопарк Баҡы ситендәге Баил ҡасабаһына күсерелә, унда уҙған быуаттың 70-се йылдарына тиклем тотола. Баил ауылында фажиғәле тәбиғәт ғәрәсәте (ер баҫыу) һөҙөмтәһендә ҡасып барған арыҫлан һәләк булғас һәм бер айыуҙы ситлеге үлтерә баҫҡас, уны яңынан күсерергә ҡарар итәләр. Ныҡлы ҡарарға килгәнгә тиклем Разино ҡасабаһына (хәҙер Баҡыхандар ҡасабаһы) күсерәләр һәм шунда 1985 йылға тиклем тоталар[2].

Ул арала зоологтарҙан, биологтарҙан һәм башҡа белгестәрҙән торған эксперт төркөмө зоопарк өсөн иң ҡулай урын Баҡы ҡалаһының Нариман районы биләмәһендә тигән һығымта яһай. Балалар тимер юлы эргәһендәге майҙанда план буйынса 45 гектар биләргә тейеш булған яңы зоопаркҡа нигеҙ һалына. Эште тиҙләтер өсөн башта уйланылғандың 2,25 гектарын үҙләштерә торорға ниәтләйҙәр. Артабан майҙанды киңәйтә барып, балалар тимер юлын түңәрәкләп тоташтырырға булалар.

1979 йылда Баҡы башҡарма комитеты яңы зоопаркҡа кәрәкле сумманы бүлә, әммә ул етерлек булмау сәбәпле төҙөлөш биш йыл дауам итә. Ниһайәт, 1985 йылдың 1 сентябрендә яңы зоопрак асыла һәм эшләп алып китә. Ул бөгөн дә шул урында[3].

2010 йылда зоопаркҡа бирелгән ерҙәр янында төҙөлөш эштәре башлана, шул сәбәпле балалар тимер юлы һүтеп алына. Зоопаркты яңынан күсереү мәсьәләһе килеп тыуа.

Яңы зоопарк проекты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡауҙылар
Зебу

Әзербайжан президенты Илһам Әлиев бойороғона ярашлы, Баҡынан ун саҡрым самаһы ерҙә, Гобу ҡасабаһында (Абшерон районы), флора һәм фаунаның һирәк осрай торған һәм уникаль төрҙәре аҫраласаҡ яңы зоопарк проекты эшләнә. Был маҡсатҡа президент фондынан 2,85 млн манат бүленә. 230 гектарға еткән яңы зоологик паркта икенсе континенттарҙан да, мәҫәлән, Австралиянан) һирәк осраған һөтимәрҙәр һәм ҡоштар килтереү ниәтләнә. Әзербайжандың Экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығы һәм Милли Фәндәр Академияһы белгестәренән эшсе төркөм булдырыла. Төркөмгә башҡа НПО һәм НИИ-ларҙан да белгестәр индерелә[4].

Баҡы зоопаркы символы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Лама үҙ ояһы янындау
Ике үркәсле дөйә

Баҡы зоопаркының символы — алһыу фламинго, ул Баҡыға уҙған быуаттың 90-сы йылдарында килтерелгән. Ҡала кешеләре зоопаркҡа имгәнгән һәм хәле насар шул ҡоштарҙы килтерә торған булған. Чингиз Солтанов еткәселегендә зоопарк хеҙмәткәрҙәре уларҙы дауалаған, терелткән. Хәҙер зоопарҡта 28 тирәһе фламинго бар[5].

Зоопарктың бүлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге көндә зоопарк 4,25 гектар ер биләй.

Баҡы зоопаркының бүлектәре:

  • Зоология бүлеге
  • Териология бүлеге
  • Орнитология бүлеге
  • Акванариум һәм террариум бүлеге

Зоопаркта 40-тан ашыу кеше эшләй

Әлеге көндә зоопаркта 160 төр йәнлек тотола, дөйөм һаны 1200 башҡа етә.

Ягуар
Һоро айыу
  • Нил крокодилы
  • Алһыу фламинго
  • Һоро айыу
  • Төньяҡ боланы
  • Мысыр эттәре
  • Ябай һар (канюк)
  • Аҡбаш сип
  • Лама
  • Леопард
  • Гөбөргәйел
  • Ягуар
  • Ҡоралай
  • Үгеҙҙәр
  • Дикобраз
  • Питон

Зоопаркҡа инеү хаҡы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2017 — 2 манат] (1,25 доллар) ололарға, 1 манат (0,75 доллар) — балаларға.

Зоопарк директорҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Алһыу фламинго — Баҡы зоопаркы символы
Аквариумда гөбөргәйелдәр

Күп йылдар инде зоопарк директоры булып Азер Гусейнов эшләй.

Ҡайһы бер факттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Шетленд пониһы
Макака-резус
Аҡбаш сип
  • 1967 йылда Баҡы зоопаркында Кинг тигән арыҫлан тыуа, ул ете йылдан «Невероятные приключения итальянцев в России» фильмында төшөрөлә.
  • 2001 йылда Баҡы зоопаркына 2 гектар ер өҫтәйҙәр. Шулай итеп, зоопарк майҙаны 4,25 гектарға етә.
  • 2008 йылда зоопаркҡа Минск ҡалаһынан 6 төр экзотик хайуан: парлап нил крокодилы, носуха, шиншилла, ҡоралай, мысыр эте һәм һеләүһен килтерелә. Уларҙы йәш арыҫланға алмаштырып алалар — хайуан Минскиға 2007 йылда ебәрелгән була[6]
  • 2009 йылдың йәйендә ҡышын йоҡоға тала торған хайуандарҙың вольерҙары йылытыу системаһына тоташтырыла[7]
  • 2010 йылда, Шәреҡ календары буйынса Арыҫлан йылында, зоопарк символы тип Кинг тигән арыҫлан иғлан ителә[8]